Билдәле яҡташыбыҙ, опера башҡарыусыһы Асҡар Абдразаҡов тамырҙары Илеш районына барып тоташҡан йырсы Алһыуҙың ҡыҙы – “Тауыш. Балалар” конкурсы еңеүсеһе Микелла Абрамованы яҡлап сығыш яһаны. Ул еңеүҙе лайыҡлы яуланы, тине йырсы.
Микелла проектта бик күп тауыш йыйып, икенсе-өсөнсө урындарҙа ҡалған малайҙарҙы байтаҡҡа артта ҡалдырғайны. Ошоноң менән халыҡта шик тыуҙырҙы ла инде.
– Беҙ гел генә яҡташтарыбыҙҙы яҡлайбыҙ, ярҙам итәбеҙ. Балаларҙы ҡыйырһытырға ярамай. Дөрөҫлөктә – көс, – тине Асҡар Абдразаҡов.
Әйткәндәй, Башҡортостандан Микелла өсөн 30 мең тауыш бирелгән.