М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университеты республиканың һәләтле уҡыусыларын “Илһам” ижад лабораторияһы сиктәрендә быйыл бишенсе тапҡыр тупланы. Төрлө яҡтарҙан килә бында уҡыусылар: Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Дәүләкән, Мәсетле, Дыуан, Баймаҡ...
Быйыл уҡыусылар менән Башҡортостан Яҙыусылар союзы бинаһында күрештек. Уларға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова оҫталыҡ дәрестәре, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуап бирҙе.
Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовты күптәр автобиографик повесы аша яҡшы белә, етмәһә, ул үҙе лә йәш кеше, шуға күрә уҡыусылар уның биографияһы һәм ижад серҙәре тураһында иркенләп һорашты.
Осрашыу барышында шуға иғтибар иттем: уҡыусылар уйлы, тәрән һорауҙар бирә белә, ҡыҙыҡһындырған мәсьәләләр тураһында һорарға тартынмай. Был да ыңғай күренеш. Бигерәк тә журналистика, ижад юлын һайлағандар өсөн был бик мөһим! Журналистика ғалимы Ясен Засурский әйткәнсә, дөрөҫ һорау бирә белеү – ул әңгәмәнең ярты уңышы!
“Тамыр” каналы менән яҡындан танышыу уҡыусылар өсөн шулай уҡ фәһемле булғандыр. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Т. Миңнуллиндың “Мулла” спектаклен ҡарау ҙа яңы һулыш өҫтәгәндер. Өфөнөң йәмле урындары ла төрлө төбәктәрҙән йыйылған уҡыусыларға ҡыҙыҡ булғандыр. Шәхсән мәктәптә уҡыған йылдарҙа Өфөгә килеп ҡайтыу минең өсөн ҙур ваҡиға була торғайны. Етмәһә, хәҙер баш ҡалабыҙ көндән-көн үҙгәрә.
Ижад – ул бик үҙенсәлекле донъя. Уның хатта бер ниндәй ҙә асыҡ ҡына рецепт өлгөһө лә юҡ төҫлө. Шуныһы мәғлүм: һәр кем “ә ниңә мин һеҙҙеңсә яҙырға тейеш?” тип әйтеүе ихтимал. Һәр кем донъяны үҙенсә аса, уның тын алышын үҙенсә тоя һәм ана шул кисерештәрен башҡаларға ла ишеттерә алһа, шул була инде ижад!..
Гәзит уҡыусыларға Ҡырмыҫҡалы районы ҡыҙы, бөгөн Өфөлә белем алған Айгүзәлдең шиғырын тәҡдим итәм. Ул һәр кемде үҙенсә булырға саҡырғандай!