Бөтә яңылыҡтар

Сатира һәм юмор батшаһы

Кәкрене төҙәйтергә тырыша.

Кәкрене төҙәйтергә тырыша.


Көлөү, шаяртыу, кинәйәләп әйтеү аша фәһем биреү – һәр милләт өсөн хас күренеш, ул боронғо халыҡ ижадының бер төрө. Хужа Насретдин, Ерәнсә сәсән кеүек көлкө оҫталары ижад иткән көләмәстәр быуындан быуынға күсеп, быуаттар дауамында йәшәп килә, сөнки юмор, сатира – уникаль жанр. Ҡыҫҡа ғына әҫәр аша берәй етешһеҙлекте сатира утында яндырып, ә ҡыҙыҡлы хәлде юморға төрөп биреү һис кемде битараф ҡалдырмай. Әлбиттә, бының өсөн ҙур оҫталыҡ та, талант та кәрәк.


Бына әле минең алдымда Мар. Сәлимдең 2015 йылда “Китап” нәш­риәтендә сыҡҡан “Заманына күрә көлкөһө” тигән бик шәп китабы ята. Әйт­кәндәй, Марсель Шәйнур улы – башҡорт, рус, татар, сыуаш, болгар һәм инглиз телдәрендә донъя күргән ҡырҡтан ашыу китап авторы. Уның күп яҡлы талантына хайран ҡалып уҡып ултырам. Бында проза ла, шиғриәт тә, публицистика ла, арнауҙар ҙа, көләмәстәр ҙә, сәхнә әҫәрҙәре лә бар.

Утыҙ йыл буйына “Һәнәк” журналын уңышлы етәкләгән мөхәррир-сатириктың ижади хеҙмәтен юғары баһалап, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, академик Ғайса Хөсәйенов уны “көләссик” тип атағайны. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзитенең 2009 йылдың 1 апрель һанында баҫылған “Мар. Сәлимгә сәләм хат”ынан уҡырға мөмкин. Ана шул мәшһүр көләссиккә быйыл 100 (70+30) тулған, ти, имеш. Уның яратҡан жанры үҙенсәлекле булған кеүек, “Башҡортостан” дәүләт концерт залында үткән ижад кисәһе лә башҡа яҙыусыларҙыҡына оҡшамағайны.

“Көлкө төнө” башланғанда мәҙәниәт һарайының Ҙур залында ҡараңғылыҡ хөкөм һөрә ине. Юғарыла – ай менән йондоҙҙар. Матур итеп биҙәлгән сәхнә әллә ниндәй сихри төҫтәргә инеп балҡый, тирә-яҡҡа серле нур сәселә. Шул саҡ ике айырылмаҫ дуҫ — Сатира (был ролде йәш актриса Алтынай Юнысова башҡарҙы) менән Юмор (актер Хәким Мортазин) сәхнәгә сыға һәм дыу килеп “Көлкө төнө”нөң төп хужаһын – Көләссикте эҙләй башлай. Ҡайҙа ул? Сатира менән Юмор аптырашта: кисә ошо Ҙур залда ҙур ғына бер иптәште юбилейы менән ҡотлап йөрөгән Көләссик банкеттан һуң башы ауыртып ятмаймы икән? Улай тиһәң, бөгөн көндөҙ телевидениела тура эфирҙан һөйләп тора ине. Ә, бәлки, ҡараңғы залда аҙашып йөрөйҙөр? Юҡ, булмаҫ, аҙашырҙай кешеме һуң ул! Мостай Кәрим ағайыбыҙ әйтмешләй, “заманалар төрлөсәгә әйләнеп, донъя буталғанда ла Марсель Сәлимов аҙашманы, буталманы”.

Бына, сәхнә әйләнеп, алғы планға карауатта йоҡлап ятҡан оҙон һаҡаллы бабай килеп сыға. Кем был? Концерт залын һаҡлаусы дежур ҡартмы? Әллә берәй берәҙәкме? Бәй, был бит Көләссик үҙе! Көлкө артынан ҡыуып саба-саба хәлдән тайған, ахыры, сәхнәлә үк йоҡлап киткән. Юморҙың “Һаташып төш күреп яттыңмы ни?” тигән һорауына ул: “Юҡ, һаташмай ғына төш күрәм һымаҡ тойола бөгөн миңә”, – тип яуап бирә.

Ысынлап та, нимә был: төшмө, өнмө? Көләссик тыуғанда ла шулай ҡараңғы булған бит, шуға күрә ул ауыҙ тултырып әйтә ала: “Ысынбарлыҡта мин яҡты донъяға түгел, ҡараңғы донъяға килгәнмен. Мин тыуғас ҡына таң атып, донъя яҡтырып киткән!” Шул саҡ залда ут ҡабына, сәхнә өҫтөндәге тулы ай Мар. Сәлимдең йылмайып торған шаржына әүерелә... Ғәжәп матур күренеш!

Көләссик, үҙенең берҙән-бер “беренсе леди”һын ҡосаҡлап: “Әлдә һин бар, Сатира йәнем! – ти. – Мине дәртләндереп йәшәтәһең”. “Йәшәтәм һәм йәшәртәм! – Сатира уны үпкән булып, аҡ һаҡалын йолҡоп ала. – Бына ниндәй йәп-йәш минең Көләссигем!” Шунан ни, билдәле, көлкө байрамында төп ролде башҡарыусыға былай тип әйтергә генә ҡала: “Бер яғымда Сатира, икенсе яғымда Юмор булғанда, ни өсөн ҡартайып торайым, ҡартаймайым! Хатта йөҙ йәшкә еткәндә лә!”

Китте ҡыҙыҡлы тамаша: Көләссиктең “пар ҡанаттары” Сатира, тормоштоң кире яҡтарын тәнҡит утында тотоп, сәйәсәткә, сәнәғәткә, йәшәйешебеҙгә, замана тәртипһеҙлектәренә ҡағылышлы һәр төрлө етешһеҙлектәрҙең алҡымынан алып, тетмәһен тетте, ә Юмор кәмселектәрҙе тиҙ генә һәнәгенең осло йәбенә элеп алып, халыҡты көлдөрөп, һелкеп һалды.

Сатира менән юмор хужаһына, бында минең юбилей бит әле, тип ҡуҡрайып сәхнә түрендә ултырыу эләкмәне. Халыҡҡа исемдәре яҡшы таныш Гөлзәмиә Ситдиҡова, Лилиә һәм Айнур Фәтиховтар, Фәнүнә Сиражетдинова, Радик Динәхмәтов, Линар Ханнановтар тамашасыларҙы бик ныҡ үҙҙәренә ҡаратырға тырышты. Сәхнә оҫталары яратҡан көләссик ағайҙарының монологтарын уҡып, шаян йырҙарын йырлап, көләмәстәрен һөйләп, туйғанса көлдөрҙө. “Ятаған” төркөмө менән Борай районының “Дуҫлыҡ” халыҡ ансамбленең сығыштары ла тамашаға йәм өҫтәне.

Сараға килеүселәрҙең уйы-хисе Марсель Сәлимовтың үҙен күреү, уның ауыҙынан тос фекерле, тәрән мәғәнәле һүҙҙәр ишетеп ҡалыу ине. Тамашасының тын алышын һиҙеп торған Сатира менән Юмор, ҡуярынан ҡуймай, көләссикте тағы сәхнәгә саҡырып сығарҙы, төптән егеп, уның үҙен эшкә ҡушты. Мар. Сәлим, бер ҡараһаң, кисәнең алып барыусыһы булып китә, икенсе ҡараһаң, тамашасыларға әҫәрҙәрен уҡып тора, шул арала тамашасылар, репортерҙар менән дә аралашып алырға өлгөрә.

Үҙендә ун ғүмергә етерҙәй йәшәү дәрте ашып-ташып торған сатира һәм юмор короле ижады менән был кисәлә күңелдәргә нур өҫтәп, беҙгә тормоштоң күберәк яҡшы яғын, йәшәүҙең йәмен күрергә кәрәклекте өйрәтте. “Көлкө төнө”нөң ҡиммәте лә, маҡсаты ла, моғайын, шул булғандыр.

Ә хәҙер, ниһайәт, сәхнәне биҙәп торған 100 (70+30) һандарының серен асайыҡ. 70-е уның кемгә лә билдәле инде. Тик бына 30-ы нимәне аңлата һуң? Юҡ, ул, Сатира фараз иткәнсә, Марсель Сәлимовтың илебеҙҙә иң яҡшы сатирик баҫма тип иҫәпләнгән “Һәнәк” журналын 30 йыл буйына етәкләүен дә, Юмор шаяртҡанса, данлыҡлы көләссиктең 30 доллар аҡсаһы булыуын да, уның 30 йәшлек ҡыҙҙарға күҙ атыуын да аңлатмай. Был тылсымлы һан 70 йәшлек аҡһаҡалдың әле һаман үҙен 30 йәшлек ир-егеттәрсә тойоуын белдерә. Вәт, шулай!

Бынан 70 йыл элек “ҡараңғы донъяға килгән” бөгөнгө ҡыҙыҡ замандың теп-тере көләссиге (был һүҙҙе арҙаҡлы академик та, мин дә тырнаҡтар эсенә алмайбыҙ) Марсель Сәлимов ихлас көлә, көлдөрә. Тормошобоҙҙоң ҡараңғы яҡтарын яҡтыртырға теләй ул. Хаталарҙы төҙәтергә, кәкрене төҙәйтергә, насарҙы яҡшыртырға, яҡшыны тағы ла нығыраҡ шәбәйтергә тырыша.
Читайте нас: