Әлибайҙа уйнанылар ҙа, бейенеләр ҙә.
Башҡорт халҡы борон-борондан уҡ моңо менән айырылып торған. Яҙ һайын бергә йыйылып, Дим буйҙарын гармун моңона күмеп, күңел асып, аралашып ҡайта Ҡырҡ-өйлө меңлеләр. Был юлы гармун байрамы данлыҡлы Әлибай ауылында үтте. Был күркәм сара республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналды.
Төрлө һөнәр кешеләре, төрлө йәштәге гармунсылар береһенән-береһе уҙҙырып дәртле, моңло көйҙәре менән йөрәкте арбаны, күңелдәргә дәрт өҫтәне.
– Йыл һайын ҡатнашам ошо байрамда, саҡырып торғандары өсөн ойоштороусыларға рәхмәт. Күңелдә йәшлек дәрте уяна, гармун тартып, урам буйлап йырлашып йөрөгән саҡтарға алып ҡайта был матур бәйге. Был юлы иң өлкән гармунсы мин булып сыҡтым, – ти, түбәтәйен төҙәткеләп, Яңы Уҫман ауылынан Мөхәрәм Мәхмүтов.
Яңы Яппар ауылынан Земфира менән Наил Мәғәсүмовтар байрамға бергәләп килгән. Музыкаль ғаилә, береһе гармунда оҫта уйнаһа, икенсеһе моңло итеп йырлай.
– Йырламаған башҡорт юҡтыр ул, сөнки беҙҙең Яңы Яппар ауылында моңһоҙ кеше бик һирәк. Ҡәйнәм Миңлеғәйшә Солтанғәли ҡыҙы Ябалаҡлы ауылынан килен булып төшкән, “Һарытау” гармунында уйнай, йыр-моңға маһир кешеләрҙең береһе ине, шуға балалары ла моңға мөкиббән бирелгән, уларҙы ла гармунда уйнарға үҙе өйрәткән. Ике улы менән ҡыҙы гармунда оҫта уйнай, ә иптәшем Наил биш-алты йәшендә үк ҡулына гармун алған, – ти Земфира Муллабай ҡыҙы.
Ул үҙе 35 йыл ғүмерен Яңы Яппар ауылында балаларға белем биреүгә арнаған. Хөрмәткә лайыҡ мөғәллимә байрамға ла күстәнәсһеҙ килмәгән, Димен маҡтап йыр һуҙҙы. Уҡыусыларында ла музыкаға һөйөү тәрбиәләргә тырышҡан, баянда уйнарға өйрәткән ул.
– Шуныһы үкенесле, гармунды дауам иткән кеше нәҫелдә юҡ кимәлендә, балалар ҙа, ейәндәр ҙә уйнамай, – тип һүҙгә ҡушыла Наил Миңлеғәлим улы.
Янур Ҡолоевтың уйнауын халыҡ бик яратып, йылы ҡаршы алды. Тормош иптәше Нәбирә Хажиәхмәт ҡыҙы менән Яңы Яппар ауылының иң әүҙем ғаиләләренең береһе бөгөнгө байрамға ла парлашып килгән. Иптәше гармунда уйнағанда Нәбирә ханым төшөп бейемәйсә сыҙай алманы.
Ә бына Рәил Хажиевты яҡын-тирәлә белмәгән кеше юҡтыр, моғайын. Ул үҙе Бикәй ауылынан. Ҡайҙа ниндәй сара ойошторолһа ла, сара уртаһында. Әле генә Ҡара Яҡуп ауылында гөрләп үткән спектаклдә ҡатнашһа, бөгөн инде Әлибай сәхнәһендә сығыш яһай ул. Уның гармуны ла үҙенсәлекле шул – онотола барған тальян.
– Иң яҡшыһы — халыҡҡа үҙең өлгө күрһәтеү ул, – тип гармунын ҡулына алып, моңло халҡыбыҙ көйөн һыҙҙырып уйнап ебәрҙе Дурасов ауыл хакимиәте башлығы Фәнил Заманов.
Флорид Ғөбәйҙуллин бөгөн хаҡлы ялда, ғүмерен Дурасов мәктәбендә балаларға башҡорт телен уҡытыуға бағышлаған. Ҡурайҙа, гитарала уйнау ҙа Флорид Хәйрулла улы өсөн бер ни тормай.
Бикҡол егете, һәүәҫкәр композитор, йырсы, шағир Рәил Ғүмәровтың сығышы байрамға сағыу төҫ өҫтәне.
– Дәрт ат түгел шул, уны ауыҙлыҡлап булмай, күңелгә бер йыр керһә, йырлайһы ғына килеп тора, – ти Рәил Мөҙәрис улы. Үҙе сығарған йырҙарын халыҡҡа ла еткерҙе.
Рамай Муллағәлин Яңы Ябалаҡлынан килгән. Ул баянда уйнағанда клуб иҙәндәре нисек түҙгәндер, килгән халыҡ, шуны ғына көткән шикелле, дәррәү төшөп бейене.
Иң йәш бәйгесе Суҡраҡлы ауылынан Илнур Хәсәнов булды.
– Иҫке Ябалаҡлы ауылы ҡыҙымын, Өфөлә йәшәйем, – ти Гөлшат Сәфәрғәлина. – Байрам тураһында ишеткәс, ашығып ҡайтып еттем. Бергә уҡыған класташтар Суҡраҡлы, Әлибай ауылында йәшәй, уларҙы ла күргем, хәлдәрен белгем килде. Йәш саҡтарҙа ошо клубта концерт ҡуйып китә инек. Хәтирәләр яңыртып, осрашып-күрешеп ҡайтыу – үҙе бер ғүмер, – тине Гөлшат Әнүәр ҡыҙы.
– Онотолоп барған гармун моңдарын тергеҙеү, киләсәк быуындарыбыҙға уға һөйөү уятыу, халҡыбыҙ моңон түкмәй-сәсмәй еткереү – бына шул ине беҙҙең бурыс, байрамыбыҙҙың маҡсаты, – тине Ҡырҡ-өйлө мең ырыуының ҡор башы Филүс Исмәғил улы.
Байрамды ойошторған Дурасов ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнил Мөнир улы ауыл халҡына, ҡунаҡтарға рәхмәт белдерҙе. Бәйгене оҫта итеп алып барыусы Зәлиә Ниғәмәтйәноваға, бәйгеселәргә рәхмәт хаттары таратты. Бүләктәр, йылдағыса, Яңы Яппар ауылында үтәсәк Ҡырҡ-өйлө меңдәрҙең йыйынында тапшырыласаҡ.
Бәйге тамамланғас та, таралырға ашыҡманылар, гармун моңона һыуһаған халыҡ бейеп, йырлашып ултырырға ҡалды. Йыр-моңға бай халҡыбыҙ үҙенең шатлығын да, хәсрәтен дә ҡурай, ҡумыҙ, гармун моңдары аша сағылдырырға күнеккән, ошо байрам быға матур миҫал. Борон-борондан милләттәштәрем туғанлыҡ ептәрен өҙмәгән, аралар алыҫ булһа ла, күңелдәре яҡын булғандыр, күрәһең, аралашыу сараһын тапҡан.