Мәҙәниәт өлкәһендәге иң яҡшы етәксе — Хәйбуллала!
Хәйбулла районының мәҙәниәт учреждениеларында былтыр 14 мең 707 сара үткәрелгән. Шуларҙың иң әһәмиәтлеләре — билдәле ҡурайсылар Йомабай Иҫәнбаев исемендәге һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге приздарға республика, төбәк ҡурайсылар конкурсын, төбәк-ара “Бөйөк дала” башҡорт рок фестивален, һәр ауылда үткән брендлы байрамдарҙы индерергә мөмкин.
Әле район мәҙәниәт учреждениеларында 404 үҙешмәкәр халыҡ ижады түңәрәге эшләй, район мәҙәниәт йорто, 26 ауыл клубы, 15 ауыл мәҙәниәт йорто, алты ауылда күп функциялы үҙәк, 28 китапхана, ике балалар сәнғәт мәктәбе бар. Районда дәртле һәм талантлы халыҡ йәшәй: улар йыр-бейеүгә маһир, халҡыбыҙҙың боронғо йолаларына тоғро, йәш таланттарҙы күреү, үҫтереү өсөн төрлө эш башҡара. Халыҡтың рухи ҡанаттары талмаһын өсөн район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лариса Мәмбәтованың ең һыҙғанып эшләүе оло хөрмәткә лайыҡ.
Әйткәндәй, ул “Үҙ һөнәремде яратам” республика конкурсында “Йыл мәҙәниәт идаралығы етәксеһе” номинацияһына лайыҡ булған. Мәҙәниәт өлкәһендә башҡарылған эштәр, киләсәккә пландар һәм проблемалар менән танышыу маҡсатында Лариса Рәшит ҡыҙы МӘМБӘТОВАҒА мөрәжәғәт иттек.
— Һеҙ етәкселек иткән мәҙәниәт тармағында байтаҡ уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшелгән. Әйҙәгеҙ, һүҙебеҙҙе ошо ҡыуаныслы яңылыҡтарҙан, атҡарылған эштәрҙән башлайыҡ.
— Ысынлап та, мәҙәниәт тармағында бихисап эш башҡарабыҙ. Күп программаларҙа ҡатнашып, әлегәсә хәл итә алмаған мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырҙыҡ. Иң мөһим яңылыҡтарҙың береһе — мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы артты.
Былтыр Аҡъяр балалар сәнғәт мәктәбенә 385 мең һумға капиталь ремонт яһалды, 1 миллион 603 мең һумлыҡ музыка ҡоралдары һатып алынды. Шулай уҡ Бүребай балалар сәнғәт мәктәбендә, район балалар моделле һәм район үҙәк китапханаларында ремонт эштәрен башҡарҙыҡ.
“Уңайлы мөхит” программаһына ярашлы, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм инвалидтар өсөн пандустар, махсус билдә һәм саҡырыу төймәләре ҡуйылды. Сәхнә костюмдары, музыка ҡоралдары һатып алынды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты сиктәрендә, Оло Арыҫланғол ауыл клубы ҡыйығы ремонтланды, тәҙрәләре алмаштырылды. Шулай уҡ Яңы Ергән клубы сәхнәһе һәм ишеге төҙөкләндерелде.
“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы буйынса Аҡназар клубына 502 мең һумға капиталь ремонт яһалды. Район ҡаҙнаһы иҫәбенә Һаҡмар-Наҙарғол, Үрнәк, Бәләкәй Арыҫланғол клубтарына косметик ремонт эшләнек. Билдәле булыуынса, һуңғы осорҙа һәр учреждениела хәүефһеҙлек саралары буйынса маҡсатлы эш алып барыу талап ителә. 17 клуб учреждениеһы, музей, сәнғәт мәктәбенә янғынға ҡаршы ҡоролмалар урынлаштырылды. Былтыр дүрт клубтың газ иҫәпләгестәре алмаштырылды, бөтә мәҙәни учреждениелар янғын һүндергестәр менән тәьмин ителде.
Республикала, Ҡырмыҫҡалы районынан ҡала, беҙ күп функциялы клубтарҙы асыу буйынса икенсе урында торабыҙ. Былтыр ошондай дүрт клуб асылды. Шулай уҡ 20 хеҙмәткәр социаль-мәҙәни эшмәкәрлек өлкәһендә “Менеджмент” өҫтәмә профессиональ программаһын үтте. Бер һүҙ менән әйткәндә, уңышлы саралар ғәмәлгә ашырылды, уларҙы дауам итәсәкбеҙ, сөнки ауыл ерендә, бигерәк тә төпкөлдә клубтың уты һүнмәй икән, тимәк, ул төбәктең киләсәге бар. Бөгөн күпселек ерҙә халыҡтың рухи һәм мәҙәни ихтыяжын әлеге лә баяғы клуб үтәй. Унда байрамдар, төрлө саралар, ауыл йыйыны, һайлау — барыһы ла шунда үтә, шуға күрә беҙ, нисек кенә ауыр булмаһын, ауыл ерендәге мәҙәниәт усаҡтарын һаҡлап ҡалырға һәм бар яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, ауылда дәртле, талантлы халыҡ йәшәй. Тап улар араһында күренеп бармаған ынйы-гәүһәрҙәрҙе табып, балҡытып ебәрәбеҙ.
— Клубтар хаҡында һүҙебеҙҙе дауам итәйек әле. Тап ошо ауылдарҙа башланғыс алып, бөгөн тотош райондың брендлы сараһына әйләнгән һәр ауыл байрамы хаҡында ла һөйләһәгеҙ ине.
— Ысынлап та, тап беҙҙең районда ғына 2013 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем һәр ауылдың үҙ брендын булдырырлыҡ мәҙәни сара башланғыс алды. Ул йыл әйләнәһенә райондың 48 ауылында үтә. Бындай сараларҙың әһәмиәте ҙур икәнлегенә йылдан-йыл нығыраҡ инанабыҙ. Беренсенән, халыҡтың йәшәйешен сағылдырған, онотола барған милли йолаларҙы, кәсеп-шөғөлдәрҙе ҡайтанан тергеҙеү булһа, икенсенән, бөгөн шул ауылда төпләнгәндәрҙең йәшәү рәүешен күрһәткән, заман талаптарына яуап биргән шөғөлдөң барлыҡҡа килеүенә юл асыу маҡсатында башланған сара ысын мәғәнәһендә үҙ асылын тапты һәм маҡсатына өлгәште.
Халыҡтың шул тиклем ихлас, дәртле, талантлы, егәрле булыуына хайран ҡалдыҡ. Һуңғы йылдарҙа мәҙәни сараларҙың үҙ тематикаһы барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, былтыр халҡыбыҙҙың көнкүреш йолаларын сағылдырған “Ҡорот байрамы” (Һаҡмар-Наҙарғол), “Талҡан байрамы” (Юлбарыҫ), “Һыйлы көнөм һыйырҙа” (Аҡташ), “Буҙа байрамы” (Иләс) байрамдары үтһә, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың шөғөл-кәсебен күрһәткән “Ҡорама – күңелем биҙәктәре” (Мәмбәт), “Вәзәм һуҡма шәлдәре” (Бәләкәй Арыҫланғол ауылы), ижади проекттар “Гәлсәр һандуғас” (Йәнтеш), “Уйна, гармун” (Подольск), “Мөнәжәт һөйләүселәр конкурсы” (Вәлит) кеүек мәҙәни саралар үткәрелде.
Шуны ла айырым билдәләргә кәрәк: Һаҡмар-Наҙарғол һәм Иләс ауылы халҡы үҙҙәренең брендлы сараларын район халҡы араһында киң йәйелдерҙе, улар әҙерләгән ризыҡтар ҙа Аҡъяр баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙалана. Шулай уҡ “Вәзәм һуҡма шәле”н дә һораусылар күп. Әйткәндәй, махсус станокта һуғылған шәл республика Башлығы Грантына лайыҡ булды, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Екатеринбург ҡалаларында үткән һабантуйҙарҙа ҡатнашты, төрлө Рәсәй күргәҙмә-фестивалдәрендә призлы урындар яуланы.
Һәр ауыл мәҙәни саралар үткәреүҙе көтөп ала, уға бергәләшеп әҙерләнә. Һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша: йырын да, бейеүен дә күрһәтә, аш-һыуын да әҙерләй, иң мөһиме – йәш быуынға үҙ кәсептәрен күрһәтеп, уларҙы йәлеп итә. Икенсенән, был сара ауыл халҡын бергә туплай. Башланғыс матур йолаға әйләнде, тип әйтә алам. Ул йыл һайын дауам итәсәк.
— Лариса Рәшит ҡыҙы, былар ауылдар араһында үткән брендлы мәҙәни саралар булһа, райондың үҙенә генә хас башҡа конкурстар ҙа юҡ түгел бит. Улар хаҡында ни әйтер инегеҙ?
— Эйе, беҙҙең райондың йөҙөк ҡашына әйләнгән, меңдәрсә тамашасыны туплаған мәшһүр ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев көндәренең һәм “Бөйөк дала” башҡорт рок фестиваленең дә Хәйбулла ерендә үтеүе беҙҙең өсөн әһәмиәтле.
Хәтерегеҙҙәлер, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында “Рух” рок төркөмө беҙҙең районда ойошторолғайны. Ваҡыт үтеү менән был йүнәлештә йырлаусылар юҡҡа сыҡты, күп кенә төркөмдәр тарҡалды. Бәхеткә күрә, һуңғы ваҡытта йәштәрҙең рокты үҙ итеүе күҙәтелә, ә беҙҙең “Бөйөк дала” рок фестивале был йүнәлеште ҡайтанан йәнләндереп ебәрҙе, күптәрҙең күңеленә осҡон өҫтәне. Хәҙер бәйгелә, Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан тыш, Ҡаҙағстандан, Ырымбур өлкәһенән, Магнитогорск ҡалаһынан ҡатнашыусылар йыйыла. Тамаша ғәжәп бер күренешкә әйләнә: иге-сиге күренмәгән бөйөк Хәйбулла далаһына биш меңдән ашыу тамашасы йыйылып, күңел аса. Фестивалдең төп талабы һәм үҙенсәлеге — йырҙар йәнле тауыш менән башҡарылырға тейеш.
Ҡурайсылар араһындағы иң мәртәбәле конкурстарҙың береһе — мәшһүр ҡурайсыбыҙ Йомабай Иҫәнбаев исемендәге призға республика ҡурайсылар бәйгеһе биш йылға бер тапҡыр үтә. Шулай уҡ уҡыусылар араһында Сәйфулла Дилмөхәмәтов исемендәге ҡурайсылар конкурсы йыл һайын үткәрелә.
— Ысынлап та, райондың мәҙәни тормошо ҡайнап тора. Әленән-әле төрлө саралар, байрамдар үткәрелеүе хаҡында хәбәрҙарбыҙ. Тағы ла ниндәй мәҙәни саралар буласаҡ? Ниндәй уй-пландарығыҙ бар?
— Театр йылында барлыҡ ауыл клубтарында театр коллективтары араһында “Театр Рампаһы” фестиваль-конкурсы киң ҡолас алды. Ауыл халҡы ҙур теләк менән конкурсты күтәреп алды, һәр клубта спектаклдәр ҡуйыла. Ауыл әртистәренең сәхнәлә шул тиклем оҫталыҡ менән уйнауына хайран ҡалырлыҡ.
Район мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән “Таналыҡ” халыҡ театрына ситтән режиссер саҡырҙыҡ. Редик Ғәниев Баязит Бикбайҙың “Ҡарлуғас”ын сәхнәгә сығарҙы, тамашасы яратып ҡабул итте.
Республиканың 100 йыллығына арналған “100 йыллыҡҡа – 100 сара” проекты ла уңышлы бара. Был акцияға ярашлы һәр ауыл биләмәһендә мәҙәни саралар үткәрелә. Халҡыбыҙҙың сәсәнлек традицияһын дауам итеү, йәш сәсәндәр мәктәбен булдырыу, райондың сәсәндәр ижадын пропагандалау маҡсатында Хәйбулланың данлыҡлы дала сәсәне һәм йырсыһы Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге призға “Сәсән һүҙе нур сәсә” һәм милли кейемдәрҙе бөгөнгө көнгә еткереүҙә күп көс һалыусыларҙың береһе Әсмә Усманова исемендәге призға “Гәләбаш” исемле төбәк-ара конкурс үткәрәсәкбеҙ. Тәүгеһе Һаҡмар-Наҙарғол ауылында буласаҡ. “Оҙон көй”, “Сәсәнлек” номинациялары буйынса бәйгеселәр үҙ-ара көс һынашасаҡ, башҡорт халыҡ кейемдәрен тергеҙеү, һаҡлау маҡсатында үткән “Гәләбаш” конкурсы Әбеш ауыл биләмәһендә Гәләбаш тауы янында үтәсәк. Кемдәр белмәй, аңлатып китеү кәрәк, гәләбаш — ҡатын-ҡыҙҙарҙың беҙҙең яҡта таралған баш кейеме. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр булһа, рәхим итегеҙ, барығыҙҙы ла көтәбеҙ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары нигеҙендә хор сәнғәтен үҫтереү бурысы ҡуйылды. Был тәңгәлдә беҙҙә күптән эш яйға һалынған, йыл һайын мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм уҡыусылар араһында “Битва хоров” проекты тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ “Хәйбулла фольклориадаһы” сиктәрендә “Уралым аръяғында” (“За Уралом”) төбәк-ара проекты булдырылды. Бында Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Ҡаҙағстандан ҡатнашыусылар булыр тип уйлайбыҙ. Үҙегеҙ әйтмешләй, район мәҙәни мөхиттә ҡайнап йәшәй. Ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары балҡып, халыҡты үҙенә йәлеп итә икән, тимәк, ул ауылда тормош дауам итә, киләсәк бар, тигән һүҙ, сөнки кеше өсөн матди байлыҡтан тыш, рухи байлыҡтың булыуы ла бик мөһим.
— Һуңғы йылдарҙа районда моделле китапхана һәм күп функциялы үҙәктәр асылыуын беләбеҙ. Ә бына “Ғаилә клубы” хаҡында әле ишеткәнебеҙ юҡ. Был хаҡта аңлатып үтһәгеҙсе?
— Заман менән йәнәш атларға тырышабыҙ. Ауылдарҙа моделле китапхана һәм күп функциялы үҙәктәр асып, уларҙың халыҡ өсөн кәрәкле һәм файҙалы булыуын аңланыҡ. Бындай үҙәккә халыҡ китап уҡырға йәки алырға ғына килмәй, ә ауыл халҡына төрлө хеҙмәттәр ҙә күрһәтелә.
Ысынлап та, Бүребайҙа “Ғаилә клубы”н асыу ниәтендә эш башланыҡ. Әгәр ҙә күп функциялы үҙәктәрҙә балалар өсөн уйын мөйөшө, бильярд, теннис өҫтәлдәре, фитобар кеүек мөмкинлектәр тыуҙырылһа, бында бар ғаилә өсөн ял итеүҙән башҡа кәрәкле хеҙмәттәрҙең бер урында булыуы менән үҙенсәлекле. Мәҫәлән, ошонда уҡ психолог, социаль педагог, табип, юрист һәм социаль ярҙамдар күрһәтеүсе башҡа белгестәрҙең булыуы — төп талаптарҙың береһе. “Ғаилә клубы” әле республикала Ҡырмыҫҡалы районында эшләй, яҡын арала беҙҙә лә асылыр тигән теләк бар.
— Лариса Рәшит ҡыҙы, проблемалар ҙа юҡ түгелдер...
— Улар һәр ерҙә бар (йылмая — авт.). Эшләгән ерҙә проблемаһыҙ мөмкин түгел. Йылдар дауамында беҙҙең райондың мәҙәниәт өлкәһе өсөн төп проблемаларҙың береһе — заман талаптарына яуап бирерлек мәҙәниәт йортоноң булмауы. Ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды. 500 урынға иҫәпләнгән өр-яңы мәҙәниәт йорто төҙөргә республика етәкселегенән фатиха алдыҡ. Әле документтар әҙерләнә, тимәк, киләсәктә хыялдарыбыҙ тормошҡа ашыр тип уйлайбыҙ. Ул сағында Хәйбулла районының мәҙәниәт өлкәһендә бөгөнгө кеүек гөрләп кенә түгел, ә янып-балҡып эшләйәсәк.