Рауил Бикбаевтың яҡты иҫтәлегенә
Ырымбурҙан ярһып килеп индең –
Ҡабул итте һине Башҡортостан,
Иң ҙур уҡыу йорто ҡаламдың.
Буранғолдар кеүек ғилемгә
Сығып китмәй, тайҙай билендәп.
Ярһыу рухлы бунтарь холҡоң менән
Йәнкәйеңдең булды өс сазы…
Баҙлап яна, ана, Етегәндә
Аҡмулланың сағыу йондоҙо.
Бабич, Рәми йондоҙҙары балҡый,
Күренә улар хатта көндөҙөн.
Асмандарҙа инде күп дәүерҙәр
Нурын һибә Рәшит Ниғмәти.
Мостай Кәримдәрҙең һиммәте.
Һинең йондоҙ изге Етегәндә
Нурын һибер һәр бер күңелгә.
Маяҡ итер уны аҙашҡандар,
Үҙ итерҙәр хистән төңөлгән…
Мин ишетәм: умырзаяларҙың
Шыбырлауын, елдән һиҫкәнеп,
Ялбарыулы өҙөк-өҙөк ауаз:
“Бабич. Рәми. Рауил Бикбаев…”
Мин ишетәм: баҫыуҙарҙа ужым
Йылы тынын өрмәнеләр микән
Бабич, Рәми, Рауил Бикбаев?..
Мин ишетәм: сыр-сыу килә ҡоштар,
Устарын бит һонған, оя итеп,
Бабич, Рәми, Рауил Бикбаев!..
“Бабич. Рәми. Рауил Бикбаев…”