Бөтә яңылыҡтар

Көнөбөҙҙө йәмләй өс егет

Иртәнсәккәй тороп, яҡшы кәйеф бүләк итәләр.

Иртәнсәккәй тороп, яҡшы кәйеф бүләк итәләр.


Республикабыҙ халҡының күпселек өлөшөнөң һәр иртәһе уларҙың дәртле сәләмләүе, күңелле шаяртыу һүҙҙәре менән башлана. “Юлдаш” радиоһын тыңлаусылар өсөн егеттәр күптән үҙ кешегә әйләнгән, шылтыратыусылар тауыштарынан уҡ танып, һәр береһенә исеме менән өндәшә. Эйе, һүҙебеҙ – “Иртәнсәккәй тороп” тапшырыуын алып барыусы “теге өсәү” – Йәмил Ишмөхәмәтов, Филүс Ҡасимов һәм Ғәзиз Әбделмәнов тураһында.


– Хәйерле көн, егеттәр! Иң тәүҙә, һеҙҙең тоғро тыңлаусығыҙ булараҡ, көн һайын беҙҙе яҡшы кәйефкә көйләүегеҙ, иртәлә­ребеҙҙе йәмләүегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм. Әңгәмәне һеҙҙе радио­журналистикаға илткән юлдан башлайыҡ...

Филүс: Мауыҡтырғыс та, яуаплы ла радиожурналистика өлкәһенә юлым 18 йыл элек, теле­радио­дикторҙар бәйгеһенә килгәндән һуң башланды.
Йәмил: Ә мин Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында эшләп йө­рөй инем. Ҡыҙыу бесән мәле алдынан ижад миҙгелен ябып, ауылға ҡайтырға йыйынған сағымда, әсәйем шылтыратып, радиола алып барыу­сыларға конкурс үткәрелеүе хаҡында хәбәр итте. Ейәнсураға ҡайтыуҙы бер аҙға кисектереп, тәүге ике турҙа ҡатнаштым. Бесән өҫтөндә саҡыртып алып, тағы һынау үткәрҙеләр. Бына шулай башланды минең юл.

Ғәзиз: Радиоға осраҡлы килеп эләктем, тиһәм дә була. Ул көндө әле лә яҡшы иҫләйем, сөнки күптән түгел, 2014 йылда ғына, булды. “Юлдаш” радиоһы “Юлдаш+” йәштәр интернет радиоһын булдырырға ҡарар итеүен ишеткәс, төркөмдәш ҡыҙҙар етәкләп тигәндәй шул кастингка алып килгәйне. Артыҡ теләгем дә юҡ ине, әммә бер нисә тапҡыр эфирға сығып ҡарағандан һуң оҡшап китте, был өлкәнең миңә тап килеүен аңланым.


– Һеҙ һәр ваҡыт дәртле, күңел­ле итеп эфир алып бараһығыҙ. Тормош булғас, төрлө мәл була: мәшәҡәттәр, проблемалар, кәйефһеҙ саҡтар... Бына шундай мәлдәрҙә иртә менән кешеләргә насар кәйефегеҙҙе һиҙҙермәй, көндәгесә шаярып-көлөп тапшырыу алып барырға тура киләлер. Быны эшләү ауыр түгелме?
Йәмил: Театр актеры булараҡ, шуны әйтә алам: актер үлеп барһа ла, үҙ ролен аҙаҡҡаса башҡарып, сәхнә артына сығып үлергә тейеш. Радиола ла шулай.
Филүс: Эшкә килеп, микрофон алдына ултырғас, үҙеңде ниндәйҙер бер капсулаға эләккәндәй тояһың. Унда бөтә борсолоу-мәшәҡәттәр юҡҡа сыға, йәғни донъяның барлыҡ ығы-зығыһы тура эфир барған бүлмәнең теге яғында ҡалғандай була.
Ғәзиз: Мин алтын урталыҡ яҡлы: хистәреңдең, бер аҙ ярһыу мәлдә­реңдең эфир алып барғанда ниндәйҙер кимәлдә сағылыш табыуы насарҙыр, тип уйламайым.


– Көндәлек темаларҙы нисек билдәләйһегеҙ? Етәкселек тәҡдиме менәнме, әллә үҙегеҙгә лә ижади киңлек биреләме?

Филүс: Көн һайын эфирҙан һуң баш мөхәррир Миләүшә Ғәлиева янына йыйылып, үткән тапшырыу һәм алдағы көндөң темаһы хаҡында фекер алышабыҙ. Ғөмүмән, аҙналыҡ эфирға темалар һәр йомала билдәләнә. Аҙна барышында берәй көнүҙәк мәсьәлә килеп сыҡһа, тема үҙгәртелә.
Йәмил: Ысынлап та, һәр тап­шырыуҙы халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы йү­нәлешкә арнарға тырышабыҙ. Берәй янып барған яңылыҡ йәки мөһим ваҡиға беҙҙең дә, етәкселектең дә иғтибарынан ситтә ҡалмай. Әлбиттә, ул темалар халыҡҡа яҡын, уны борсоған мәсьәләләр булырға тейеш.
Ғәзиз: “Иртәнсәккәй тороп” тапшырыуы “мейе штурмы” тип аталған хикмәтле бер ысул ярҙамында әҙерләнә. Бер нисә кеше бер бүлмәгә йыйылып, үҙ-ара фекер алышабыҙ, һәр кем тәҡдимен, уй-ҡарашын еткерә. Әлбиттә, бөтә республикаға яңғыраған тапшырыуҙа алдан килешелмәгән бер нәмә лә эфирға сығырға тейеш түгел.


– “Аҙна йыры” идеяһы нисек тыуҙы? Йырҙың йыртығы юҡ тиһәләр ҙә, ҡайһы бер йырҙар өсөн шелтә эләкмәйме?

Ғәзиз: Был башланғыс – Йәмилдең идеяһы. Беҙ Филүс менән башта аҙна һайын яңы йыр яҙырлыҡ ижад ҡомарыбыҙ булырмы икән тип бер аҙ шикләнгәйнек, әммә икеләнеүебеҙ урынһыҙ булып сыҡты.
Филүс: Уҙған миҙгелдә аҙна һайын йырлай инек, хәҙер проектты “Ай йыры” тип үҙгәрттек. Бер-ике тапҡыр шелтә лә эләгеп алды (көлә).
Йәмил: Беҙҙә ижади киңлекте, һүҙ азатлығын берәү ҙә сикләмәй, әм­мә, һәр эштәге кеүек, сама булырға тейеш, үҙебеҙҙең дәүләт радиоһы вәкилдәре булыуыбыҙҙы онотмай­быҙ.
Ә инде яңы башланғыстарҙың нисек барлыҡҡа килеүенә туҡтал­ғанда, беҙ Рәсәй генә түгел, донъя, йәғни Америка, Европа радио­станцияларының да эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынабыҙ, уларҙың яңылыҡтары, проекттары менән танышып барабыҙ. Ҡайһы берҙәрен үҙебеҙҙә лә ҡулланып ҡарайбыҙ. Әлбиттә, милли ерлеккә, мөхиткә яраҡлаштырыу тураһында ла онотмайбыҙ.


– Эшегеҙҙең ыңғай һәм кире яҡтарын барлайыҡ әле, мәҫәлән, көн һайын тигәндәй, таң менән (ярты ҡала йоҡлап ятҡанда) эшкә юлланыу ауыр түгелме?

Филүс: Бындай эш тәртибенең, бәлки, һаулыҡҡа зыяны ла барҙыр инде. Ә ыңғай яҡтарына килгәндә, улар күп – халыҡҡа яҡшы кәйеф өләшеү, эшкә дәртләндереү.
Йәмил: Инде өсөнсө миҙгел иртә таңдан эшләгәнгә күрә, беҙҙең биологик сәғәттәр ҙә эш алымыбыҙ менән килеште, өйрәнеп китте, тип уйлайым. Шуға күрә әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Радиола эш башлағанда мин киске тапшырыуҙарҙы алып бара инем, хәҙер быға кире әйләнеп ҡайтмаҫ инем, сөнки иртә тороу кискеһен һуң ятыуға ҡарағанда күпкә еңелерәк.
Ғәзиз: Ана шул башҡаларға ҡарағанда күпкә алдан тороу, кис яңы эш көнөнә көс-дәрт туплау өсөн иртәрәк йоҡларға ятыу ғәҙәти тормош ағышына яраҡлаштырмай. Уның ҡарауы, эшебеҙҙең ыңғай яҡтары һанап бөткөһөҙ. Шулар араһынан иң мөһиме – кешеләр менән аралашыу. Әгәр кешеләр беҙгә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса шылтырата, шатлыҡ-ҡыуаныстары менән ихлас уртаҡлаша икән, тимәк, улар беҙгә ышана, яҡын күрә. Ә был үҙе үк – ҙур һәм ҡәҙерле төшөнсә.


– Ихлас әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Тағы ла оҙаҡ йылдар беҙҙе шулай “Иртәнсәккәй тороп” сәләмләргә, радио тыңлаусы­ларға яңы көнгә етерлек яҡшы кәйеф бүләк итергә яҙһын һеҙгә!
Читайте нас: