Донъяның гүзәллеген көн дә үҙ күҙе менән күргәндәр бының әйтеп аңлатҡыһыҙ ҙур бәхет булғанлығын, бәлки, уйлап та ҡарамайҙыр. Был ҡыуаныстан ситтә ҡалғандар – донъяны томан артындағылай күҙәткән йәки бөтөнләй ҡараңғылыҡ аша тойған кешеләр, оло үкенескә ҡаршы, бик күп шатлыҡтан мәхрүм.
Райондың инвалидтар ойошмаһы менән тығыҙ эш алып барған Күгәрсен тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Ғәфүрә Әбделмәнова был хаҡта уйланып йөрөгәндән һуң, музейҙа насар күреүселәр өсөн экспозиция асырға тигән ҡарарға килгән.
Башланған эш – бөткән эш, тиһәләр ҙә, ниәтте тота килеп кенә тормошҡа ашырыу бик еңелдән булмай, ни тиһәң дә, республикалағы башҡа музейҙарҙа бындай махсус экспозиция юҡ. Барлыҡ нескәлектәрҙе иҫәпкә алып, башҡа ҡала һәм райондарҙағы хеҙмәттәштәре менән кәңәшләшеп, был эште музей эшсәндәренең үҙҙәренә йырып сығырға тура килә.
Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының 2015 йылдың 16 ноябрендәге ҡарарына һәм яңы стандарттарға ярашлы, музейҙарҙа һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы шарттар булырға тейеш. Шуға ла Балалар ижады үҙәгенә ингән ергә пандус, персоналды саҡырыу өсөн төймә, артабан хәрәкәт итеү өсөн махсус билдәләр һәм күрһәткестәр, тотонғостар ҡуйылған, санузел эшләнгән. Шул уҡ ҡарарға ярашлы, музейҙарҙың һәр экспозицияһында дүртәр экспонат насар күреүселәр өсөн тәғәйенләнгән булырға тейеш.
Ғәфүрә Миңнулла ҡыҙы иһә, музейҙың өс залдан торғанлығын иҫәпкә алып, насар күреүселәргә уңайлы булһын өсөн 12 экспонатты бер урынға туплап, экспозиция асырға ҡарар иткән. Унда этнография, совет осоро һәм хәҙерге заман залдарынан алынған мамонт һөйәктәре, ташҡа әйләнгән ағас, балсыҡ көршәк, батман (көбөсәк), еҙ ҡомған, туҫтаҡ, сабата, котелок, граната, снаряд гильзаһы, иҫәпләгес, күмер үтеге, открыткаларҙан тегелгән ваза урын алған.
Тарихи әйберҙәр үҙенсәлекле алым менән күрһәтелә: музей хеҙмәткәре, насар күргән кешенең ҡулдарын үҙ ҡулдарына алып, экспонатты тойорға ярҙам итә һәм уның хаҡында тулы мәғлүмәт бирә. Мәҫәлән, музейға килгән кеше котелокты ҡулына алғанда, Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең райондан 13 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы, уларҙың яртыһынан күбеһенең яу яландарында ятып ҡалыуы, һигеҙ яҡташыбыҙҙың Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыуы, ике кешенең “Дан” орденының тулы кавалеры икәнлеге хаҡында хәбәр ала. Ҡулдан яңылыш төшөп китмәһен өсөн экспонаттар ебәк таҫмаларға бәйләнгән. Һәр ҡайһыһының Брайль шрифты (махсус машинкала нөктәле-рельефлы яҙыу) менән махсус ҡағыҙға баҫылған яҙыуы ла бар. Әйткәндәй, был эштә Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Мәләүез ойошмаһы ярҙам күрһәткән. Сарала уның рәйесе Шамил Ноғоманов, секретары Әлфиә Ғәлимова ла ҡатнашты.
– Йәмәғәт урындарында инвалидтарға уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн “Уңайлы мөхит” программаһы буйынса күп кенә аҡса бүленә. Беҙҙең ойошма биш райондан насар күргән кешеләрҙе берләштерә. Мохтаждарға таяҡтар, плеерҙар һәм махсус яйланмалар бүленә. Шулай уҡ Волоколамск ҡалаһына ебәреп уҡытырға ла мөмкинлек бар: юл һәм йәшәү (1-се инвалидлыҡ төркөмө булған осраҡта – оҙатыусылар өсөн дә), уҡыу хаҡы түләнә, – ти Шамил Рауил улы.
Ғәфүрә Миңнулла ҡыҙы әйтеүенсә, экспозиция артабан да тулыландырыласаҡ.