Бөтә яңылыҡтар

Шағир рухы мәңгелек

Һүҙем – Шәриф ағай Бикҡолдоң йорт-музейын ҡәҙерләп тотҡан Фәйрүзә ханым Ҡотлобаева тураһында.

Фото Бишауыл-Уңғар ауылы клубынан.
Фото Бишауыл-Уңғар ауылы клубынан.
Олуғ шағирыбыҙ ижадында

Ярылып ята хаҡлыҡ, дөрөҫлөк.

Донъя малы йыйманы, ә бирҙе

Күңел байлығына өҫтөнлөк.

Күңел байлыҡтарын тиңләр инем

Ярһып аҡҡан даръя һыуҙарға.

Тыуған ере, халҡы, хаҡлыҡ өсөн

Янып йәшәгәнгә,

Мәңге ҡалды тарихыбыҙҙа.

Йәмле Ҡарламанға биҙәк өҫтәп,

Балҡып тора һинең музейың.

Ҡарламандың ғорур тауҙары

Ҡуйынына ҡосто үҙ улын.

...Бына тағы килдек музейыңа,

Иҫтәлектәр ебен барларға.

Киләсәк быуынға ла өлгө булып,

Ҡал һин, ағай, оҙаҡ йылдарға.


Был шиғыр юлдарын олуғ яҙыусы Шәриф ағай Бикҡоловҡа бағышланым. Ә артабанғы һүҙем шәхестең йорт-музейын ҡәҙерләп тотҡан Фәйрүзә ханым Ҡотлобаева тураһында булыр.
Бына нисә йылдар инде Шәриф Бикҡолдоң йорт-музейына балалар менән экскурсияға йөрөйбөҙ. Ҡарламан менән Бишауыл-Уңғар араһы – бер сәғәтлек кенә юл. Балалар бер-береһе менән уйнап-көлөп, аралашып килә. Музей иртә таңдан асыҡ, уның етәксеһе Фәйрүзә Әбҡадир ҡыҙы һәр саҡ ихлас ҡаршы ала.


Бына сираттағы сәфәребеҙ. Музейҙың эсенә үтәбеҙ. Ул, һәр ваҡыттағыса, бөхтә, зауыҡ менән йыйыштырылған. Әйтерһең, өй хужаһы бына-бына ҡайтып инер кеүек. “Нәфис һүҙ оҫтаһы” район конкурсында еңеү яулаған, урындағы мәҙәниәт һарайында ойошторолған “Сатҡы” халыҡ театрының оҫта башҡарыусыһы, “Аҡсәскә” төркөмөнөң моңло йырсыһы Фәйрүзә Әбҡадир ҡыҙы, беҙҙең уйҙарыбыҙҙы һиҙгән кеүек, “Шәриф ағайым йомош менән сыҡҡайны, хәҙер ҡайтыр, инә тороғоҙ!” тигән булып өй түренә саҡырҙы.


Ул Шәриф Бикҡолдоң бала сағына, үҫмерлек йылдарына, һуғыш осорондағы һәм унан һуңғы яҙмышына, шул ваҡытта яҙылған әҫәрҙәренә байҡау яһаны. Стенала элеүле торған аппаратураны эшләтеп ебәреүе булды, ҡайындар араһынан олпат кәүҙәле, һөйкөмлө Шәриф Бикҡол “атлап килеп сыҡты”. Хужабикәнең һүҙҙәрен раҫлап, ағай үҙе ҡайтып ингәндәй тойолдо.


Шулай итеп, Шәриф Бикҡолдоң тере тауышын ишетеү бәхетенә лә өлгәштек. Ошо музейҙа нисәмә йыл эшләп, шаҡтай тәжрибә туплаған Фәйрүзә ханым шағирҙың шиғырҙарын ятлап ишеттерҙе. Бергәләп йырҙарын башҡарҙыҡ. Балаларға бай йөкмәткеле викторина ла әҙерләгәйне. Малай-ҡыҙҙар һорауҙарға кемуҙарҙан тапҡыр яуаптарын әйтте. Хужабикә еңеүселәрҙе ҡуйын дәфтәре менән бүләкләп, уны Шәриф ағай Бикҡол кеүек шиғыр менән тултырығыҙ, тип теләне.
Музей хужабикәһенең үҙенсәлекле аралашыуы, урынын белеп кенә шаяртыуы беҙгә лә, балаларға ла бик оҡшаны. Бында бар йыһаздың үҙ урынында булыуы, шартына килтереп биҙәлеүе – Фәйрүзә Әбҡадир ҡыҙының тырыш, фиҙакәр хеҙмәтенә асыҡ дәлил.


Музей экспонаттары йылдан-йыл арта, тулылана бара. Яҙыусының ижадын мөкиббән яратҡан Фәйрүзә ханым башкөллө эшкә сумған. Тынғыһыҙ йән һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Бар яҡлап өлгөлө, маҡсатлы кеше ул. Хеҙмәтен төрлө яҡлап байыта, эшен халыҡты ҡыҙыҡһындырырлыҡ итеп ойоштора белә. Тирә-яҡ ауылдар халҡы менән дә тығыҙ бәйләнештә. Беҙгә лә уның бер нисә сараһында ҡатнашыу насип булды. Бик оҡшаны. Беҙ ҙә милли кейемдәрҙең алыштырғыһыҙ өлөшө булған ҡашмау, хәситә эшләү серҙәре менән бүлештек.
Тырыш хеҙмәт үҙ һөҙөмтәләрен биреп тора. Мәҫәлән, 2015 йылда Ҡырмыҫҡалы үҙәкләштерелгән клуб системаһы “Шәриф Бикҡол – яугир, шағир, граждан” күргәҙмә проекты менән “Александр Невский” Бөтә Рәсәй тарихи-әҙәби премияһы дипломанты булып танылды. 2018 йылда “Минең музей” республика конкурсында Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы тарафынан Шәриф Бикҡолдың күргәҙмә залы лауреат дипломы менән бүләкләнде.
Һәр яҡлап уңған Фәйрүзә ханым – иренә тоғро ғүмер юлдашы, балаларына һөйөклө әсә, яҡындарына хәстәрлекле туған, ауылдаштарына хөрмәтле ханым. Артабан да шулай ҡәҙер-хөрмәттә, тормошонан, эшенән йәм табып, һәр саҡ ҡыуанып-шатланып йәшәргә яҙһын уға.
Әле Шәриф Бикҡолдоң йорт-музейында яҙыусының юбилейын үткәреүгә әҙерлек буйынса ҡыҙыу эш бара. Ошо айҡанлы мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында, Ауырғазы күп профилле колледжында осрашыу кисәләре ойошторолдо. Артабан Бишауыл-Уңғар ауыл клубында ла күркәм сара үтте.
“Иҫтәлектәр аша” тип аталған был осрашыу кисәһе Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан уҙғарылды. Алдан Шәриф Бикҡол исемендәге конкурс иғлан ителгәйне. Ауыл клубында эшләп килгән “Илһам” түңәрәге ағзалары яҙыусыға арнап үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыны. Араларынан Ландыш Насирова менән Әлфиә Хәйретдинова еңеүсе тип танылды.
Кисәлә мәктәп коллективы, уҡытыусылар ҙа ҡатнашты. Шағирҙың әҫәрҙәренә, музейҙың тарихына байҡау яһалды. Халыҡ өсөн район, ауыл китапханаһы менән берлектә китап күргәҙмәһе ойошторҙоҡ. Районыбыҙҙың данын күтәргән яугир шағирҙың ялҡынлы шиғырҙары, көйгә һалынған йырҙары халыҡ күңелендә мәңге һаҡланһын тигән маҡсат ҡуйылды алға.
“Кисәлә ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәтемде белдерәм”, – тине ихлас күңелдән Фәйрүзә Ҡотлобаева. Кисә сәй табыны артында фәһемле аралашыу менән тамамланды.
Читайте нас: