Бөтә яңылыҡтар

Шиғыр менән тәбрикләнеләр

Бөйөк Еңеү көнө байрамынан ҡәләм әһелдәре лә ситтә ҡалманы.

Автор фотоһы.
Бөйөк Еңеү көнө байрамынан ҡәләм оҫталары ла ситтә ҡалманы.


Өфөләге Александр Матросов паркында Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан ойошторолған шиғри сарала союз рәйесе Зәки Әлибаев, шағирҙарҙан Гүзәл Ситдиҡова Марсель Сәлим, Зөфәр Вәлит, Хисмәт Юлдашев, Тамара Искәндәриә ҡатнашты, йәшерәк быуындан үҙ һүҙен Ринат Сөләймәнов, Рәзилә Ырыҫҡужина, “Ҡыл” йәш шағирҙар хәрәкәте ағзалары Айгөл Йәмилева һәм Әлфинә Әйүповалар әйтте.


Яңғыраған һәр шиғыр данлы-ҡанлы һуғыш йылдарына, унда ятып ҡалған батыр яугирҙәргә, тылда бил бөккән хеҙмәт ветерандарына арналды.


Ҡәләме һәм штык менән еңеүҙе яҡынайтҡан Мәлих Харис, Мостай Кәрим, Али Карнай, Талха Ғиниәтуллин, Ибраһим Абдуллин, Сәғит Мифтахов, Ҡадир Даян һәм башҡа яугир-яҙыусылар ҙа хөрмәтләп иҫкә алынды.