Республикабыҙҙың 100 йыллығы айҡанлы, Йылайыр ауылының Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында халҡыбыҙҙың аҫыл улы, күренекле шағир Шәйехзада Бабичтың шиғырҙарын яттан һөйләүселәрҙең “Халҡым өсөн” район-ара бәйгеһе үтте.
Шиғриәт байрамы ошо башҡорт гимназияһының VI класс уҡыусылары әҙерләгән әҙәби-музыкаль композиция менән башланды. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы Алғошаеваның Лариса Абдуллинаның Бабичҡа арнап яҙған шиғырын шундай тәьҫирле итеп уҡыуы бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Сараны асыу тантанаһында район хакимиәтенең мәғариф бүлеге рәйесе Гөлсәсәк Айытҡолова: “Уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙы сәләмләп, сәнғәткә мәжбүри ылыҡтырыу мөмкин түгел, сәнғәт үҙе кешене ылыҡтырырға тейеш. Бәйгеләр миҫалында беҙ Бабич ижадының ҡабатланмаҫлығы менән балалар күңелен яулауына инандыҡ, нәҡ ошо бәйгегә бәйле шағирҙың талантына йылдан-йыл ҡыҙыҡһыныу артыуын, сәнғәткә ғашиҡ булыусылар һанының ишәйеүен күҙәтәбеҙ”, – тине.
Район ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Барис Солтанов: “Бөйөк шәхес, шағир, Башҡортостаныбыҙ автономияһы өсөн көрәшкән Шәйехзада Бабичтың рухы халҡыбыҙ күңелендә, хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ”, – тине.
Бәйгелә Йылайыр, Ейәнсура, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарынан 7-16 йәшлек 34 уҡыусы ҡатнашты. Быйыл һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған сара Урал аръяғы балалары һәм үҫмерҙәре өсөн әһәмиәтле әҙәби форумға әйләнде.
Йылайыр ауылынан Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының ХI класс уҡыусыһы Регина Ғансурина Гран-при яуланы. Һабыр урта мәктәбенән Алтынай Атанғолова (Йылайыр районы), Темәс урта мәктәбенән Рәзинә Шаһморатова (Баймаҡ районы), Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһынан Айтуған Айытҡолов (Йылайыр районы), Оло Әбеш урта мәктәбенән Динә Күскилдина (Хәйбулла районы), Өфө урта мәктәбенән Гөлнара Сәйетова (Хәйбулла районы) I дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы факультеты, һәр йылдағыса, бәйгене үткәреүгә ҙур өлөш индерҙе. Хөрмәтле баһалама ағзалары – башҡорт филология кафедраһы доценттары Л. Хөсәйенова һәм Ф. Ғәйнуллина, форсаттан файҙаланып, гимназияның сығарылыш уҡыусылары менән осрашты, факультет һәм БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы тураһында һөйләне, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Шиғыр бәйгеһе зарури һәм ҡыҙыҡлы үтте. Унда ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың фекеренсә, Бабич шиғриәте илһам өҫтәй, балаларҙың ижад ҡомарын аса, уҡыусының күңел донъяһын байыта, уйландыра, фекерен үҫтерә.