Бөтә яңылыҡтар

Никах балдағы

Сатлама һыуыҡ көн. Тирә-йүнде көрт баҫҡан. Силәбе урамдарын ҡарҙан таҙарт­мағандар.

Сатлама һыуыҡ көн. Тирә-йүнде көрт баҫҡан. Силәбе урамдарын ҡарҙан таҙарт­мағандар.
Сәриә йүгерек аҙымдар менән өйөнә ашыҡты. Уға әле 32 генә йәш, әммә ул биш балаға әсәй булып өлгөргән. “Хоҙайым, тиҙерәк ҡайтып етеп, балаларға берәй нәмә йүнәтеп ашатырға ине”, – тип уйланы ул. Төшкөлөккә лә ас ҡарын ҡалдылар. Өлкән ҡыҙы карточка буйынса икмәк алған булырға тейеш, әле үҙе баҙарҙағы таныш үзбәктән сәй һатып алды.
Әсе елдән күҙ ситтәре йәшләнде. Сәриә аҙымдарын шәбәйтте, аяҡ аҫтындағы ҡар шығырлауы янған йөрәгенә тағы ла нығыраҡ хәүеф өҫтәгәндәй тойолдо. Ҡапыл ҡаршыһына килгән ҡатын яурынына төкөп тигәндәй туҡтатты ла:

– Ҡәҙерлем, ҡулымды алтынлат, мин һиңә бөтәһен дә дөрөҫ итеп һөйләп бирермен, – тип өндәште.
– Ҡабаланам, ваҡытым юҡ, – тип Сәриә китергә уҡталды.
– Ирең һуғышта бит. Уның тураһында белгең килмәйме ни? Ҡулымды ғына буш итмә...
Хоҙайым, Ғәлие Сталинград янында алышҡа ингәйне, иҫәнме икән ул? Ҡасандан бирле хат-хәбәре килмәй.
– Минең аҡсам юҡ.
– Ярай улайһа, балдағыңды бир!
Сәриәнең йөҙө таш һындай ҡатты, күҙ йәштәре лә, балаларға кискелеккә нимә ашатырға икән, тигән борсолоуы ла ҡайҙалыр юғалды. Күпмелер ваҡыт улар сиған ҡатыны менән бер-береһенә текләп, һәр кем үҙ хәсрәтенә батҡандай баҫып торҙо. Күрәҙәсемен тигәне нимә хаҡында уйлағандыр – үҙе генә белә, ә Сәриәнең башында шундай уйҙар ҡайнашты: “Әгәр Ғәлие иҫән булһа – был шундай ҙур бәхет, бер нәмә лә, хатта никах балдағы ла йәл түгел. Әгәр ҙә ул булмаһа, йөҙөктөң дә кәрәге юҡ!” Ул ҡапыл бармағынан балдаҡты һурып сығарҙы ла сиған ҡатынының алға һуҙылған ҡулына һалды. Тегеһе йәнләнеп китте, Сәриәнең бәләкәй генә усын һалҡын ҡулдарына алып “һайрап” ебәрҙе:
– Иҫән һинең ирең. Иҫән! Тиҙҙән ҡайтып төшөр. Яраланыр, әммә ҡайтыр...


* * *


Һәм ул ҡайтты. Шым ғына, бер кем дә көтмәгәндә килеп инде был бәхет. Ҡасандыр матур булған йөҙө яра эҙҙәренән йәмһеҙләнеп ҡалған. Көслө контузия кисергән. Бер күҙе соҡоронан ситкә шылып хәрәкәтһеҙ ҡатҡан, уныһы бө­төнләй күрмәй, икенсеһе аҙ ғына төҫ­мөрләй. Ҡоро һөйәккә ҡалған кәүҙәһендә гимнастеркаһы өләсәй һандығынан сығарылған иҫке күлдәктәй елберләп тора.
Ғәли тимер юл вокзалынан йәйәү атланы. Ике сәғәткә һуҙылған юл дауамында уйламаған уйы ҡалманы. Яҡындары уны – һуҡыр, сал сәсле, ҡаҡ һөйәк Ғәлиҙе – танырмы икән? Сәриә, балалар нисек? Унан уйҙары тағы үҙенә бәйләнде: эш таба алырмы, ғаиләһенә имгәк булмаҫмы?
Бына уларҙың Силәбе ситендәге урамы. Ике яҡтан ағас өйҙәр теҙелгән. Барыһы ла һуғышҡа киткәндәгесә: бер яңы таҡта ла ҡағылмаған, бер тәҙрә лә буялмаған. Тирә-йүн һил, урамда кеше әҫәре юҡ. Өй артындағы эскәмйәлә мәңге тәмәке төтәтеп ултырған ҡарттар ҙа күренмәй.
Шаҡымай ғына ихатаға үтте. Яңы ғына уянғандай, болот артынан июль ҡояшы килеп сыҡты ла шаҙра битен иркәләне. Ҡарашы балалар аяҡ кейеме теҙелгән тупһаға төштө.
Ғәҙәти булмаған тынлыҡ. Ғәлиҙең йөрәге күкрәгенән сығырҙай булып ярһыны. Тиҙерәк өйгә инергә уҡталды ла хистәрен йүгәнләп туҡтап ҡалды. Тупһаға ултырып, кисетенән тәмәке сығарып төрөп, тартып ебәрҙе. Шул тиклем оҙаҡ ваҡыт үткәндәй тойолдо.
Баҡсала картуф утап йөрөгән Сәриәгә ҡайҙандыр күптән онотолған тәмәке еҫе килгәндәй булды. Тирә-яғына ҡаранды. Ихатала бер кем дә юҡ кеүек, әммә тәмәке еҫе бөт­мәне, йорттоң тупһаһы яғынан беленер-белен­мәҫ зәңгәрһыу төтөн та­рал­ғандай. Тынлыҡ хәүеф менән алмашынды, ул тәпкеһен ташланы ла өй алдына йүгерҙе.

Тупһала ир кеше ултыра. Ҡалас кеүек бөгәрләнгән, яурындары тубыҡтарына тейеп тора, битен ҡулдары менән ҡаплаған. Әммә Сәриә уны таныны: был уның Ғәлие, бала­ларының атаһы! Ҡатын алға табан бер аҙым яһаны, ир кеше лә турайып баҫты. Алдында бейек, матур, көслө, ҡәҙерле кешеһе тора! “Бисмиллаһ” тип шыбырланы Сәриәнең ирендәре.
Ғәли уны ҡосағына алып, күкрәгенә башын терәне. Иренең ярһыу йөрәк тибешен ишетеүҙән, тәненең таныш, танһыҡ еҫенән, яурынындағы ҙур, көслө ҡулдарҙың ауыр­лығынан, ғөмүмән, ҡапыл килеп баҫҡан шатлыҡтан ҡатындың башы әйләнгәндәй булды. “Хоҙайым, рәхмәт һиңә! Һин минең ялбарыуҙарымды ишеттең – Ғәлиҙе ҡайтарҙың! Хәҙер барыһы ла яҡшы буласаҡ. Рәхмәт һиңә!” – тип эстән генә юғары көскә бөтмәҫ маҡтауҙарын еткерҙе.
Ә Ғәли бер һүҙ өндәшә алмай баҫып тора бирҙе. Гимнастеркаһының түш тәңгәле Сәриәһенең күҙ йәштәренән еүешләнеүен тойҙо. Күңелендә һиллек урынлашты, ошо тынлыҡ аша ҡатынының йәненә үтеп инерҙәй яғымлы яҡын тауышын ишетте:

– Һөйөклөм, һин ҡайттың... Һөйөклөм минең...


* * *


Хәҙерге уңайлы фатирҙарҙа, заманса коттедждарҙа йәшәүселәр өсөн ул осорҙағы ауыл өйөн күҙ алдына килтереү ауырыраҡтыр, моғайын: уртала урыҫ мейесе, мөйөштә ҡулйыуғыс, уның тапҡы­рындағы иҙәндә йыуынты һыу өсөн биҙрә, стенала бәләкәй генә көҙгө. Сәриә менән Ғәлиҙең өйөндә лә тап шулай ине.
Ғәли бик иртә – таң әтәстәре ҡысҡырмаҫ элек торҙо. Яугир тәүҙә ҡырынып алырға булды. Бәләкәй генә кер һабыны киҫәген һыулап күпертеп, сикәләренә яҡты. Ынтылып һабынын өҫтәл ситенә һалды ла үткер лезвиелы ҡырынғысын эшкә екте. Әйберҙәрен йыйғас, тәҙрә янына килде. Мейәс йылғаһы өҫтөнән баҡсаларғаса ап-аҡ томан эленгән. Тынлыҡ. Ә бит ошо мәлдә ҡайҙалыр алыҫта – Днепр ярҙа­рында аяуһыҙ һуғыштар бара, кеше ғүмерҙәре өҙөлә.
Ҡапыл уның башына хәтәр уй килде: балаларына байрам табыны әҙерләһен әле! Баҡсаға сығып, картуф ҡаҙып алды, уны шундағы мискәлә йыйылған ямғыр һыуында яҡшылап йыуҙы. Өйгә ингәс, күҙе яҡшылап күрмәһә лә, һиҙемләүе буйынса нәҙек кенә итеп әрсеп тураны. Ҙур сөгөн табаға маргарин һалды, ул күңелле итеп сытырлай башлағас, картуфын төшөрҙө. Өй эсенә тәмле еҫ тарала башлауға, атай кеше балаларын уятты. Тиҙҙән ҙур ғаилә өҫтәл янында ултыра ине инде. Ғәли табалағы картуфты болғап, тәмләп ҡарағас, майы аҙыраҡ һымаҡ тойолдо. Ул ҡулы менән һәрмәнеп, өҫтәлдәге шаҡмаҡ нәмәгә юлыҡҡас, уйлап та тормай табаға ташланы.
Аталарын керпек тә ҡаҡмай күҙәткән балалар уға һоҡланып та, яратып та ҡараны. Әлбиттә, Ғәли быны асыҡ күрмәне, күңеле менән генә тойҙо.
– Атай, һинең картуфың ҡайнай! – тип шат тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе ҙур ҡыҙы.

Ғәли табаға эйелде, ә унда, картуф өҫтөндә, һабынлы күперек барлыҡҡа килгәйне. Ул табаны йоҡа кәүҙәһе менән ҡаплап, “байрам ризығын” тәмләп ҡараны. Тәғәм ашарлыҡ түгел ине. Ғәлиҙең күңелен көслө әрнеү, ауыртыу ялманы. Әйтерһең, ул тағы ла яу яланында – битенә картуф пары түгел, ҡара ер сәсрәгәндәй булды. Ғәли ауыр итеп тын алды, ә сикәләре буйлап аҡҡан тыңлауһыҙ әсе йәштәре күперекле картуф өҫтөнә тамды ла тамды...


* * *


Ғәли ял итеп ятманы, бер нисә көндән хәрби бүлектә эш башланы. Әммә яу яралары уға тыныс тормош рәхәтен оҙаҡ татырға насип итмәне...
Сәриә элеккесә баш күтәрмәй эшләне, балаларын аяҡҡа баҫтырҙы. Ҡошсоҡтары бер-бер артлы атай йортон ташлап оса торҙо. Кемеһе – Мәскәүҙә, кемеһе Өфөлә юғары уҡыу йорттарында, техникумдарҙа уҡыны. Ғаилә ҡорҙолар, Сәриә уларға гөрләтеп туйҙар үткәрҙе. Әлбиттә, эшкә тилбер, уңған, алсаҡ тол ҡатындың үҙен һоратыусылар ҙа булманы түгел, әммә ул йәшлек йәренә – Ғәлиһенә, уның менән ҡорған мөхәббәтле нигеҙгә тоғро ҡалды.
Иң аҙаҡҡы булып тыуған йорттан кинйәкәйе Өммөгөлсөм китте. Студент сағында уҡ балалар музыка мәктәбендә уҡыта башланы, һуңынан ошо белем усағын етәкләне. Тәүге эш хаҡына ҡыҙ әсәһенә алтын никах балдағы һатып алды. Ябай ғына, ул саҡтағы аҡса менән 17 һум тора ине. Хәҙер был балдаҡ, аманат булараҡ, Өммөгөлсөмдөң ҡыҙында һаҡлана. Әлбиттә, уның ҡиммәтле, затлы биҙәүестәре лә етерлек, әммә байрам­дарҙа ире бүләк иткән гәүһәр ташлы никах балдағы янына мотлаҡ Сәриә өләсәһенең дә йөҙөгөн кейә. Ышаныс, Өмөт, Мөхәббәт балдағы бит ул...



Өфө ҡалаһы.


Гөлдәр Яҡшығолова тәржемәһе.
Читайте нас: