Ижад өлгөләрендә – милләт зауығы.
Башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтенең изге һәм сағыу ҡомартҡыһы – “Урал батыр” эпосына арналған төрлө ярыштар республикала йыш үткәрелә, сөнки мәшһүр “Урал батыр” эпосы – башҡорт халҡының аҡыл һәм тәрбиә ҡанундарын туплаған үҙенсәлекле хазинаһы. Бигерәк тә үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә уның әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: яҡшылыҡты яманлыҡтан айырыу, хеҙмәткә өйрәтеү, төрлө тыйыуҙар, ололарҙы ихтирам итеү һәм кеселәргә оло була белеү, тыуған төйәгеңде һаҡларға һәм яҡларға өйрәтеү – быларҙың барыһы ла урын тапҡан унда.
Быуындан быуынға тапшырыла килгән ижад өлгөһөнә арналған сәсәндәр бәйгеһе – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы йыл һайын ойошторола, ә бына рәссамдарҙың, ағасты һырлаусы оҫталарҙың ижадында урын алған “Батырҙар иле” конкурсы тап Сибай ҡалаһында ғына үтә. Быйыл был конкурсҡа кейем оҫталары ла үҙҙәре теккән, сиккән ҡул эштәрен баһалама хөкөмөнә тапшырҙы.
Киләсәк быуында башҡорт халҡының милли ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеү һәм һаҡлап ҡалыу, “Урал батыр” эпосын киңерәк майҙанға алып сығыу, балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо уятыу, уларҙың ижади һәләттәрен асыу һәм үҫтереүҙе төп маҡсат итеп алған “Батырҙар иле” быйыл икенсе тапҡыр республика асыҡ конкурсы булараҡ үтте һәм барлыҡ ижади эштәрҙең нигеҙендә башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосы тора.
Сибай ҡалаһының һынлы сәнғәт мәктәбендә белем алыусы балаларҙың ижади күргәҙмәһе булараҡ башланғыс алған бәйге 2007 йылда ҡала кимәлендә үткәрелә башлай. Йәнә ике йылдан конкурс төбәк-ара кимәлгә күтәрелә, 2017 йылдан ул республикала уҡыусылар араһында һынлы сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән бәйге булараҡ киң танылыу таба.
Уҡыу йорто директоры Флорида Ҡәҙерғолова әйтеүенсә, быйылғы бәйге Башҡортостандың төҙөлөүенә 100 йыл тулыуға арналған. Конкурсҡа барлығы 638 эш килгән, улар республикабыҙҙың 17 ҡалаһынан һәм 19 районынан ебәрелгән. Конкурсты ойоштороусылар булып Мәҙәниәт министрлығының уҡыу-методик үҙәге, Сибай ҡалаһы хакимиәте һәм Сибай һынлы сәнғәт балалар мәктәбе тора. Төрлө йүнәлештә тәҡдим ителгән эштәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлеге етәксеһе Сергей Игнатенко, культурология фәндәре кандидаты Гөлнара Тажетдинова, Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Роза Савинова һәм башҡа абруйлы шәхестәр баһаланы. Һәр эштең авторы жюриға алдан билдәле булманы, кемдең эше икәнлеге баһалап бөткәндән һуң ғына асыҡланды.
Бәйгелә еңгән һәм төрлө номинацияла урын алған ижади эштәр уҡыу йортоноң күргәҙмә залында урынлашҡайны. Бер-береһен ҡабатламаған, төрлө йүнәлештә эшләнгән ҡул оҫталарының күргәҙмәһе барыһын да һоҡландырҙы. Барлыҡ экспонаттар ҙа халҡыбыҙҙың үткәнен, уның сал тарихын сағылдырыуы менән әһәмиәтле. Уҡыусылар үҙ эштәрендә “Урал батыр” эпосы буйынса төрлө образдарҙы алған, уны үҙҙәренсә һынландырған. Күргәҙмә залында акварель, гуашь, майлы буяуҙар, заманса компьютер графикаһы ҡулланып эшләнгән һүрәттәрҙе лә, батик, мозаика, сангина, кейеҙгә биҙәк баҫыу ысулы менән эшләнгән өлгөләрҙе лә, балсыҡтан һәм пластилиндан скульптуралар, һырланған ағас һындарҙы ла, төрлө әйберҙән яһалған башҡорт ҡурсаҡтарын да, кейемдәрҙе лә күрергә мөмкин булды.
Халҡыбыҙҙың тарихын сағылдырған күргәҙмә һәр кемгә ифрат оҡшаны, уҡыусыларҙың үҙ ҡулдары менән илаһи мөғжизә тыуҙыра алыуҙарына хайран ҡалды. Киләсәк быуындың һынлы сәнғәтте үҙ итеүе бигерәк тә ҡыуандырҙы. Әлбиттә, конкурста ҡатнашыусыларҙың киләсәктә рәссам булып китмәүе лә мөмкин, ләкин күңеле, уйҙары менән матурлыҡҡа ынтылған бала насар юлға аяҡ баҫмаясағына ышаныс ҙур.
Башҡа йылдарҙан айырмалы, “Дизайн һәм кейем моделдәрен әҙерләү” номинацияһы буйынса ижад өлгөләре ҡабул ителде. Күргәҙмәлә йәш моделдәр үҙҙәре теккән кейемдәрен күрһәтте. Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжы уҡыусылары үҙҙәренең етәкселәре Дилә Рәхмәтуллина һәм Зөлфиә Биктина менән “Урал батыр” эпосы мотивтарына ярашлы бер нисә кейем өлгөләре менән майҙанға сыҡты. Сибай сәнғәт колледжынан Гөлсирә Дәүләтсурина етәксеһе Резида Хисаметдинова менән бергә әҙерләгән “Һомай ҡош” костюмы барыһын да хайран итте.
Гран-приҙы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 7-се класында белем алған Динир Байегетов яуланы. Уҡытыусыһы – Йәноҙаҡ Ҡылысов. Динир ағасты юнып, һырлап “Урал батыр” эпосы буйынса “Урал батыр һәм яуыз дейеү” тип аталған ижади эшен тәҡдим иткән.
– Еңеүемә шатмын. Ағас эшенә һөйөү бала саҡтан килә. Баймаҡ районының Таулыҡай ауылында йәшәүсе олатайым Рауил Сәлихов ағас эшенә маһир, оҫта ҡуллы. Артабан Йәноҙаҡ Ҡылысов етәкселегендәге түңәрәккә йөрөнөм, белемемде камиллаштырҙым, ағас эшенең серҙәренә төшөндөм. Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, ти халыҡ мәҡәле. Минең был шөғөлөм киләсәктә лә ярап ҡалыр, тип уйлайым, – ти Динир.
Бөтә конкурсанттарға ла сертификаттар, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. “Батырҙар иле” оҫталарҙы барлап, уларға яңы ҡанаттар ҡуйҙы, күңелдәрен үҫтерҙе. Бөгөн йәш быуын халҡыбыҙҙың милли кәсеп-шөғөлдәрен дауам итергә тырыша, үҙ һүрәттәрендә халҡыбыҙҙың тарихын сағылдыра икән, тимәк, быуындар бәйләнеше, күсәгилешлек һаҡланып ҡаласаҡ. Тап уларҙың эштәрендә милләтебеҙҙең зауығы, донъяға ҡарашы, холоҡ-фиғеле, ғөрөф-ғәҙәттәре, иң мөһиме, Урал батырҙың мәңгелек образы һынлана.