Һәр төбәк үҙенең хозур тәбиғәте, бай тарихы, йыр-моңо, арҙаҡлы шәхестәре, эшһөйәр халҡы менән матур. Башҡортостаныбыҙҙың хозур ерендә урынлашҡан Бишбүләк районы ла – шундай төбәктәрҙең береһе. Был ерлектә татыулыҡта, дуҫлыҡта башҡорт, сыуаш, урыҫ, татар һәм мордва милләттәре йәшәй. Һәр милләттең йөҙө булған бай тарихы, теле, ғөрөф-ғәҙәттәре, кәсептәре, йолалары һаҡланып килә.
Бөгөн төбәктең мәҙәниәт учреждениеларында 400-ҙән ашыу үҙешмәкәр халыҡ ижады түңәрәге эшләй, район мәҙәниәт һарайы, 28 ауыл клубы, 17 китапхана, күп функциялы ике мәҙәни үҙәк, балалар сәнғәт мәктәбе, өс музей бар. Ә 14 үҙешмәкәр коллектив маҡтаулы “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәренә лайыҡ. Улар райондың йөҙөк ҡашы булып тора һәм үҙҙәренең ижадын төбәк-ара, республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған бәйге-фестивалдәрҙә юғары кимәлдә таныта.
Йыл барышында район мәҙәниәт учреждениеларында күп төрлө саралар үткәрелә. Шулар араһында төбәктең үҙенсәлекле йөҙөн, асылын һәм рухи байлығын сағылдырған бренд байрамдары – “Аҙнағол байрамы”, “Сәғәт байрамы”, “Хер сари”, “Нардуған” даими үткәрелә. Шулай уҡ Бишбүләк ерлегендә барлыҡҡа килеп, артабан республика, төбәк-ара кимәлдә ҙур кинәнес менән уҙғарылған республика башҡорт фольклор коллективтарының “Тылсымлы моңдар” фестивале, сыуаш балалар һәм үҫмерҙәр коллективтары араһында уҙғарылған “Аҡ шишмә” фестивале лә күркәм йолаға әйләнгән.
Һуңғы йылдарға “Тылсымлы моңдар” фестивале – Бишбүләк ерендә ғәҙәти байрам ғына түгел, ә халыҡ фольклорын өйрәнеүҙең, уны артабан үҫтереүҙең өлгөлө мәктәбе лә. Быйылғы “Тылсымлы моңдар” фестивале күренекле фольклорсы ғалим Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә арналған.
Традицион “Аҡ шишмә” балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестивале йыл һайын республиканың төрлө райондарынан, Ырымбур өлкәһенән, Сыуаш, Татарстан республикаларынан талантлы йәш сәхнә йондоҙҙарын йыя, уларға ижади һәләттәрен үҫтерергә ҡанат ҡуя. Фестивалдең абруйы йылдан-йыл арта ғына, яңы коллективтар “Аҡ шишмә”нең сағыу биҙәгенә әйләнә.
Бик күп мәҙәни саралар республиканың төп ваҡиғаһы – 100 йыллыҡ юбилейын билдәләүгә арналған. Төбәктең ошо төп ваҡиғаһына әҙерләнеү һәм байрам итеү сиктәрендә 2018 йылдан алып ауыл клубтарында ике йөҙҙән ашыу төрлө мәҙәни саралар уҙғарылған. Район күләмендә “Йырлы Бишбүләк” тип исемләнгән бәйге-фестиваль бик күләмле үткән. Унда райондың 30-ҙан ашыу үҙешмәкәр йыр ансамбле, хорҙар көс һынашҡан.
Иң мәртәбәле һәм күләмле сараларҙың береһе – район ауыл биләмәләре, хеҙмәт коллективтары, ойошмалары араһында уҙғарылған “Башҡортостанда эшләнгән” тип исемләнгән муниципаль бәйге. Бәйгенең төп маҡсаты – халыҡ ижадын, үҙешмәкәр сәнғәтте һаҡлау, уны үҫтереү; районда йәшәгән күп милләтле халыҡтың мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү; һәләтле башҡарыусыларҙы асыу, файҙалы мәҙәни ял ойоштороу һәм тыуған яҡҡа, тыуған илгә ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ хистәре уятыу.
– “Башҡортостанда эшләнгән” бәйгеһе – бик күркәм, үҙенсәлекле, халыҡсан сара. Ул Бишбүләк ерлегендә татыу ғүмер кисергән төрлө милләт халыҡтарының ни тиклем ихлас, дәртле, талантлы, егәрле булыуын күрһәтә, – тине район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Елена Арефьева.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.