Төн уртаһында сит илдән, ят номерҙан шылтырау яңғыраны. Алдым. Әллә нисә йыл күрешмәгән әхирәт. Аҙаҡҡы тапҡыр уның туйында осрашҡайныҡ. Үкһеп-үкһеп илағаны күҙ алдымда. Гәлсәр бокалға тыпылдап тамған йәштәрен күҙәтеп, бәхеттән илай тип уйлағаным хәтерҙә.
– Мин айырылдым, – тип теҙә хәбәрен дуҫ ҡыҙым. – Әле Канадала йәшәп ятам. Теге саҡта кейәүгә сығып хаталандым. Ата-әсәһе менән танышырға алып ҡайтҡас та, ҡыйыш һуҡмаҡҡа баҫҡанымды аңланым. Бер ҡараштан. Нисекме? Өйҙәрендә бер дана китап юҡ ине! Бер бөртөк Ленин томынан башҡа! Уныһы ла кәштәлә түгел, ә карауат тояғын оҙайтыр өсөн ҡулланыла. Ирем менән беҙҙең ултырып һөйләшер уртаҡ һүҙҙәребеҙ ҙә булманы. Мин электән килгән ғәҙәтем буйынса китап уҡып йыуандым. Ауылда мине “ялҡау, китапҡа ҡапланып көн үткәрә” тип сәйнәне күрше-тирә. Ирем эсә башланы. Бәреп-һуғып сит илгә эшкә сыҡтым да киттем. Хас теге китап геройҙары кеүек инде. Баш һуҡҡан яҡҡа. Тәүҙә Франция, һуңынан Канада. Барыһы ла һәйбәт, ҡайтырға уйламайым. Бер үтенес бар һиңә, юлың төшһә, теге минең алкаштан китаптарымды ғына кереп ал әле. Йәлләйем шуларҙы, кәмһенеп йәшәмәһендәр унда.
Әхирәтемдең һөйләгәне менән йоҡо аралаш ризалашып трубканы һалдым. Уның бәхетенә һөйөндөм, яҙмыш теҙгенен үҙ ҡулына алыуына һоҡландым. Икебеҙ бер төрлө китаптар уҡып үҫтек бит. Ниндәй әҫәр уны тормошон ҡырҡа үҙгәртергә этәргес булды икән? Икенсе юлы шылтыратһа, мотлаҡ һорарға кәрәк. Бәлки, мин дә бармаҡ арамдан ҡом төҫлө ҡойолған тормош киҫәктәрен бер епкә теҙерлек көс табырмын.
Сырмалсыҡ яҙмыш сатында өҙөлөп ҡалған дуҫлығыбыҙ хаҡына, юл төшкәндә әхирәтемдең ауылына һуғылдым. Кибет ҡаршыһында туҡтап, машинамдың тәҙрәһен төшөрөп, өйкөлөшөп торған кешеләрҙән өйөн һораштым. Бер көтөү ир, бер-береһен уҙҙырып, юл өйрәтте. Ҡыҙыҡһыныуҙары һәм бахмурҙары йөҙҙәренә сыҡҡан. Баш төҙәтергә форсат юллап сыҡҡандар араһында булмағас, хәле бигерәк мөшкөлмө икән теге ирҙең? Эсеүҙең аръяғына сыҡҡан әҙәм булһа?! Алдан үҙемде ҡурҡытмаҫҡа тырышам. Керәм дә китаптарын алам да сығам.
Киләһе тыҡрыҡта боролоп айырымыраҡ, йылғаға яҡын ултырған йорт янында туҡтаным. Шау ағастар араһынан өйҙөң ҡыҙыл башы ғына ҡояшта ялтырай. Семәрләп эшләнгән ҙур ҡапҡаның тотҡаһын тартҡыланым. Асылырлыҡ түгел. Аптырағас, машинаның пипелдәткесен ҡысҡыртам. Әгәр теге ир килеп сыҡһа, китаптарҙы сығарып бир, тип кенә әйтәсәкмен. Өйөнә кереп тормай һыпыртыу яғын ҡарармын.
Ҡапҡа асылып китте. Ҡара бөҙрәләргә еңелсә сал йүгергән баш, һуңынан һонтор кәүҙә күренде. Биттәрен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Будулай. Эскесе Будулай. Теге туйҙағы кейәү егетеме, әллә түгелме? Нисек тырышһам да, әхирәтемдең иренең йөҙөн хәтер һандығынан соҡоп сығара алманым.
– Һеҙгә кем кәрәк? – тип өндәште ҡалын тауышлы йорт хужаһы.
– Мин һеҙҙең ҡатынығыҙҙың танышы. Туйығыҙҙа булдым, хәтерләһәгеҙ, – тинем, машинамдан сыҡмай ғына.
– Әлләсе, – тине лә һаҡалтай шымып ҡалды.
– Ул мине йомош менән ебәрҙе. Китаптарын алырға ҡушты. Сығарып бирә алмаҫһығыҙмы икән?
– Китаптар... Ә-ә-ә... Шулай икән.
Ҡатыны менән бәйле ваҡиғалар ҡуҙғалды булһа кәрәк аңында. Ҙур башы түбән эйелде, һонтор кәүҙәһе алға бөгөлдө. Тынлыҡ.
– Әйҙәгеҙ, кереп сығығыҙ. Һеҙ, моғайын, алыҫ юлдан. Сәйем өҫтәлдә. Яңы картуф ҡаҙған инем, тәмләп ҡарағыҙ. Ауыҙ итерһегеҙ, – тине ул, ҡапҡаһын киңерәк асып.
Уф... Әхирәттәремдең ирҙәре менән сәйләп ултыра торған ғәҙәтем юҡ та... Асыҡтырыуын шулай ҙа ныҡ асыҡтырған. Былай иҫереккә оҡшамаған. Итәғәтле генә һөйләшә. Барыбер ҡурҡыныс. Өйөнә бикләр ҙә аҡса талап итә башлар. Ниндәйҙер китаптар, тип бәләгә ҡалыуың бар. Бахмурҙан кеше иҫерек сағынан да яманыраҡ була тиҙәр. Баштан йөҙ уй үтте. Ҡымшанманым. Ҡулым менән машина руленә нығыраҡ йәбештем.
– Китаптарҙы минең менән сәй эскәндән һуң ғына алырһығыҙ, – ти теге ир йораты эре генә, күкрәгенә ҡулдарын ҡаушырып.
“Пырх” итеп көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылам. Көлкө лә, ҡыҙғаныс та, ҡурҡыныс та.
– Шантажмы?! – тинем, машинанан сығып.
– Теләһәгеҙ, шантаж, – тип яуап ҡайтарҙы Һаҡалбай, ҡапҡаһын шар асып.
Йәм-йәшел сиҙәмле ихата. Һарыға буялған тупһа иҙәне. Таҙа. Моғайын, берәйһе менән торалыр. Ирҙәргә ҡытлыҡ заманда эскесеһенә лә ҡатын табыла. Ә, бәлки, яңы кәләше эсеүен ташлатҡандыр.
Соландан йорт эсенә үтәбеҙ. Һәр нәмә үҙ урынында, һәр ерҙә бөхтәлек күҙгә ташлана. Ул алдан атлай, ҡараңғыраҡ коридорҙан аш бүлмәһенә үтәбеҙ. Ағастан яһалған кәштәләр, семәрле ултырғыстар. Бер мөйөштә табаҡ менән бысраҡ һауыт-һаба өйөлгән. Йорт хужаһы йүгереп йөрөп, өҫтәлгә сынаяҡтар теҙҙе, кәстрүлдән туҫтаҡҡа боҫрап торған картуф ауҙарҙы.
– Һеҙ бысраҡҡа иғтибар итмәгеҙ. Һауыт-һабаны йыйып бер юлы йыуам да ҡуям. Бер үҙем булғас, бер сынаяҡты, бер ҡалаҡты әйләнгән һайын йыуыуҙан йәм тапмайым. Ана ҡулйыуғыс, ҡулығыҙҙы сайығыҙ. Яҡыныраҡ ултырығыҙ. Етешегеҙ, – тип ҡыҫтай ул, алдыма ҡаймаҡ, бал этеп, – ҡаймаҡ менән ашағыҙ картуфты.
Ҙур йәпһеҙ ҡулдары менән тотҡан ҡалағы ҡыйшайып, картуфтары тәрилкәмдән ситкә тәгәрәй. Ҡулдарымды бешереп, уларҙы итәгемә төшөрмәҫ өсөн саҡ эләктереп өлгөрәм.
– Бештегеҙме? Ғәфү итегеҙ, алабарманмын шул. Күптән ҡунаҡ һыйлаған юҡ, – тип һөйләнә-һөйләнә, ул мине өтәләнеп урынымдан һөйрәп торғоҙҙо ла ҡулдарымды ҙур бактағы һалҡын һыуға тыҡты. Мин аптырап уға ҡарайым. Әхирәтемдең ире күҙҙәрен миңә күтәрҙе. Ҡуйы итеп яһалған һөтһөҙ сәй төҫөндә ине уның күҙҙәре, йыраҡтан ҡап-ҡара булып күренгән һаҡалына ла күҙҙәре төҫөндәге ептәр йүгергән. Унан һаҫыҡ араҡы еҫе түгел, ә бала саҡтан таныш еләкле һабын еҫе килә.
Юғалып ҡалған Һаҡалбай таҫтамал һуҙҙы. Шым ғына ашарға ултырҙыҡ. Картуф иҫ киткес тәмле, үлән сәйе хуш еҫле ине.
– Рәхмәт, – тине ул, – һүҙемде йыҡмай сәй эсергә ингән өсөн. Әйҙәгеҙ, китаптарҙы йыяйыҡ.
Бәләкәйерәк бүлмәгә үтәбеҙ. Һаҡалбай мөйөштә торған шкафҡа ымлай:
– Бына уның китаптары. Бөтәһе лә үҙ урынында. Нисек ҡалдырған, шулай, – тауышы моңһоу сыҡты. – Бынауы пакеттарға һалайыҡ та машинағыҙға сығарайыҡ.
Әхирәтемдең китаптарын барлайым. Урыҫ, башҡорт классиктары, сит ил әҙәбиәте өлгөләре, фантастика, ялтыр тышлы мөхәббәт романдары. Һаҡалбай аш бүлмәһендә эсеп ултырғанда, ул ошо диванда ҡырын ятып китап уҡынымы икән? Уларҙың тормоштарын күҙ алдына килтерергә тырышам. Ни өсөн бала тапмаған һуң әхирәтем? Бәлки, иренә оҡшап торған, ҡуйы сәй төҫөндәге күҙле, бөҙрә башлы малай-ҡыҙҙары булһа, яҙмышы бүтәнсәрәк булыр ине.
Һаҡалбай ниндәйҙер эске ярһыу менән китаптарҙы пакеттарға һала. Юҡ, ырғытмай. Киреһенсә, хәстәрлек бар уның һәлмәк хәрәкәттәрендә. Һәр китаптың тышын һиҙҙермәй генә һыйпап ҡуя. Һаубуллашҡан кеүек.