Бөтә яңылыҡтар

Мәҙәниәт усағы ҡасан гөрләр?

Хөрмәтле редакция!Беҙҙең Таналыҡ ауыл биләмәһе халҡын борсоған мәсьәләләрҙең береһе – алты ауылдағы мәҙәниәт йорттарының бөгөнгө торошо. 2012 йылда совхоз бөлгөнлөккә төшөп, мәҙәниәт усаҡтары ауыл биләмәһенә күсерелгәндән һуң, уларға иғтибар кәмегәндән-кәмей. Шул арҡала хәҙер алты ауылдың өсөһөндә улар емерек хәлдә.

Хөрмәтле редакция!

Беҙҙең Таналыҡ ауыл биләмәһе халҡын борсоған мәсьәләләрҙең береһе – алты ауылдағы мәҙәниәт йорттарының бөгөнгө торошо. 2012 йылда совхоз бөлгөнлөккә төшөп, мәҙәниәт усаҡтары ауыл биләмәһенә күсерелгәндән һуң, уларға иғтибар кәмегәндән-кәмей. Шул арҡала хәҙер алты ауылдың өсөһөндә улар емерек хәлдә.


Бигерәк тә ныҡ борсоғаны – үҙәк бүлексә Подольск ауылындағыһы. Бында бөгөн 1276 кеше йәшәй, 377 хужалыҡ иҫәпләнә. Мәҙәниәт йорто бик иҫке лә түгел. 1973 йылда төҙөлдө, ҙур ғына бина – 300 урынлыҡ. Аҙаҡҡы тапҡыр төҙөкләндереү эштәре 1988 – 1989 йылдарҙа совхоз тарафынан башҡарылды, шунан һуң йүнләп ремонтланғаны юҡ. Иң тәүҙә үҙәк йылытыу ҡаҙанлығынан йылылыҡ биреү туҡтатылды. Ул хәл 2006 йылдарҙа булды, ә хәҙер электр системаһынан да мәхрүм булды, ике йыл самаһы электр энергияһы менән тәьмин ителмәй.


Шулай итеп, ауылдағы 1276 кеше мәҙәни сараларҙан мәхрүм. Ә заманында Подольск мәҙәниәт йорто гөрләп торҙо. Мәшһүр ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сәйфулла ағай Дилмөхәмәтов асҡан ҡурайсылар класы һәм түңәрәге бөтә республикала дан ҡаҙанды. Был түңәрәктә Башҡортостандың, Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тә шөғөлләнеп, ижадҡа төп йүнәлеш алды. Бикйән Шәйәхмәтов “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды – уның бейеү түңәрәгендә күпме бала бейергә өйрәнде! Улар хатта Мәскәүҙең Съездар һарайында сығыш яһаны. Асия Күлгибаева китапханала эшләп, тыуған яҡты өйрәнеү музейын ойоштороусыларҙың береһе булды. Ул да Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булып танылды. Китапхананан балалар ҙа, ололар ҙа өҙөлмәне. Бөтә кеше республика баҫмаларын алдыра алмай, ә китапханала улар һәр ваҡыт булды. Клуб ябылғас, хәҙер китапхана ла эшләмәй.


Әлеге ваҡытта ағинәйҙәр ҡоро ғына унда-бында (йә мәктәптә, йә хакимиәт бинаһында) төрлө саралар әҙерләп үткәрә. Мәҙәниәт йорто эшләмәгәс, ауыл тормошо һүнеп барғандай тойола. Был бигерәк тә йәштәр өсөн насар, кистәрен уларға осрашыу, күңел асыу, дискотекалар үткәреү өсөн урын булырға тейеш бит. Мәҙәниәт йортон ремонтлау яңынан төҙөүҙән күп тапҡырға арзаныраҡҡа төшәсәк.

Әмирхан САЛАУАТОВ.

Хәйбулла районы.


Гәзит уҡыусының һорауына Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Х. Ибраһимовтан яуап алдыҡ:

– Подольск мәҙәниәт йортон капиталь ремонтлау – районда мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе. Ремонт эштәре бик күп сығым талап итеү сәбәпле, кисектерелеп килде. Объекттың ҡыйығын, электр, йылылыҡ селтәрҙәрен алмаштырыу, янғынға ҡаршы хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, тирә-яғын тәртипкә килтереү һәм башҡа төр ремонт эштәре өсөн 40 миллион һумдан ашыу аҡса талап ителә. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн Өфө ҡалаһындағы махсус ойошманың проект төркөмө объектты өйрәнеп, проект-смета документацияһын төҙөү өҫтөндә эшләй.
Мәҙәниәт идаралығы объектты ремонтлауҙы финанслау өсөн башҡа юлдарҙы ла эҙләй, федераль һәм республика конкурстарында, гранттарында ҡатнаша.
Читайте нас: