Бөтә яңылыҡтар

Баш ҡала уртаһында – урман!

Сихри мәмерйә ғәжәйеп тәбиғәт донъяһын аса.

Сихри мәмерйә ғәжәйеп тәбиғәт донъяһын аса.


Баш ҡалабыҙҙың иң серле мөйөштәрен беләһегеҙме? Миңә ҡалһа, улар – музейҙар. Бында тарих сөңгөлдәренә сумырға, ниндәйҙер быуат ваҡиғаларында ҡайнарға, үҙеңде хатта ошо осорҙа йәшәгән кеше итеп тойорға мөмкин.


Әйткәндәй, музейҙарҙың да була төрлөһө. Был хаҡта яҡшы хәбәрҙарбыҙ. Ә бөгөн мин һеҙҙе баш ҡалабыҙҙың уртаһында урын­лашҡан Урман музейы ме­нән таныштырмаҡсымын. Үҙем бында беренсе тапҡыр ғына кил­мәйем. Нимәһе менән ылыҡтыра һуң ул тип һорар бәғзе берәүҙәр. Бының сере ябай ғына: ҡала шау-шыуы онотола бында, заман тех­никаһы кеүек үк етеҙ ваҡыт бер аҙ туҡтап ҡалғандай, төрлө уйла­ныуҙар юҡҡа сыҡҡандай тойола. Әйтерһең дә, данлы Бөрйән урмандары, серле Шүлгән мәмер­йә­һе, әллә күпме ваҡиғаларға шаһит Ағиҙел йылғаһы үҙе бында күсеп килгән! Был – рәссам Алексей Барсуковтың тырыш, ихлас хеҙмәт емештәре. Уның музейҙы бар күңелен һалып биҙәгәне һәм һын­ландырғаны әллә ҡайҙан кү­ре­неп тора! Өҫтәүенә ишек тө­бө­нән үк һәр кемде төрлө ҡоштар, кейектәр тауышы сәләмләй, мөғ­жи­зәле тәбиғәт донъяһына әйҙәй.


Бында тағы бер нәмәгә иғти­бар иттем. Тарихты, хатта тормошто ихлас яратҡандар ғына музейҙарҙа эшләй алалыр ул. Урман музейы етәксеһе Владимир Будкарев та тап ана шун­дайҙарҙан. Өлкән генә йәштә булыуына ҡарамаҫтан, баш ҡала­ның 63-сө мәктәбенән музейға экскурсияға килгән I “в” класы уҡыусыларына һәр экспонат хаҡында тәфсирләп һөйләне.


Музей утыҙ йылдан ашыу эш­ләй. Бында һоро айыу, етеҙ һе­ләүһен, ғорур болан һәм баш­ҡа­ларҙың һөлдәләрен күрергә мөмкин. Бынан тыш, халҡы­быҙ­ҙың үткән тормошо ла төрлө ҡо­мартҡылар аша сағылды­рылған. Балалар бигерәк тә бал ҡорт­тарының шифалы башҡорт балын нисек йыйыуы хаҡында ҡыҙыҡһынып һораны.


Музейҙың икенсе ҡатына күтә­релеүҙең ике юлы бар. Берен­сенән, сихри мәмерйә аша “серле урманға” юлланырға мөмкин. Ә уның эргәһендә генә бер яҡтан бүре, икенсе яҡтан болан ҡарап тора. Бынан тыш, икенсе ҡатҡа баҫҡыс буйлап менергә була. Был осраҡта Алексей Барсу­ков­тың ғәжәйеп картиналары һеҙҙе сәләмләр һәм сихри сәнғәт донъя­һына әйҙәр. Бында һеҙ Башҡорт­остан тәбиғәтен генә түгел, баш ҡала күренештәрен дә күрерһегеҙ.


Өфөләге 63-сө мәктәптең I “в” класында белем алған Вероника Тепляковаға мәмерйә эргәһен­дәге шәшке оҡшаған.


– Нисек ошо бәләкәй генә йән­лек­тәрҙән тун тегергә мөмкин? Ә бынау боландарҙың тән ауыр­лығы 600 килограмға тиклем нисек барып етә? Бүреләрҙең имму­нитеты ныҡ икән. Шуға төрлө сир уларға йоғоп бармай. Етмәһә, улар­ҙы урман “санитарҙары” тип йөрөтәләр икән, – тип аптырай ҡыҙ.


– Миңә бынау боландар оҡша­ны, – тип ҡушыла һүҙгә Верони­ка­ның класташы Илмира Ҡа­һи­рова. – Уларҙың мөгөҙҙәре би­ге­рәк ҙур! Бынан тыш, хатта бо­лан­дар туй үткәрә тип уйла­мағайным.


Ҡыҙҙар Урман музейына тағы бер тапҡыр килергә теләүе хаҡында әйтте. Ысынлап та, үҙенә йәлеп итә шул был урын. Бының башҡаса булыуы мөмкин түгел, сөнки урман-тауҙарһыҙ, кейек-ҡоштарһыҙ тормошобоҙ күңелһеҙ, йәмһеҙ кеүек. Шуға бер тапҡыр ишеткәнсе, барып күреү хәйерлерәк Урман музейын.
Читайте нас: