Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан “Китап” нәшриәтендә бер-бер артлы бик күп яңы китаптар донъя күрҙе. Уҡыусыларҙы улар менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.
“БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ӘҘӘБИӘТ МУЗЕЙҘАРЫ” (башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә; төҙөүсе авторы – Ф. Янышев). Китапта бөтәһе 22 әҙәбиәт музейы хаҡында ҡыҫҡаса белешмә бирелә.
Йыйынтыҡта Башҡортостаныбыҙҙың әҙәбиәт музейҙары хаҡында ғына һүҙ бармай, ә барлыҡ һүҙ сәнғәте әһелдәренең ижад донъяһына байҡау яһала, шуға күрә лә тупланған материалдар нигеҙендә, һәр әҙиптең музейы тураһындағы белешмәнән тыш, яҙыусының биографияһы, китаптарының яҙылыу тарихы, уларҙың йәмғиәттә тотҡан урыны буйынса ла мәғлүмәттәргә юлығаһың.
Автор һәр музейҙың эшмәкәрлеге, экспонаттары хаҡында ентекле аңлатма бирә, ундағы мәғлүмәттәр менән бик оҫта эш итә. Ысынлап та, халыҡтың мәҙәни мираҫын һаҡлауҙа бөгөн музейҙарҙың эшмәкәрлеге юғары баһалы. Фәнис Янышевтың “Шиғриәт йондоҙо”, “Нур сәсеп тора” һәм башҡа яҙмалары айырым художестволы әҫәргә яҡын. Йор телмәре, бай һүҙе менән уҡыусыларҙы ылыҡтырып тора.
“Китаптың төп үҙенсәлекле бер яғы – Башҡортостан менән бәйле башҡа милләт әҙиптәренең дә музейҙары менән дан тотоуын күрһәтеүендә. “Быуаттар аша сәйәхәт” исемле мәҡәләлә С.Т. Аксаковтың Өфөләге йорт-музейында булһаҡ, Надеждино ауылындағы Аксаковтарҙың ғаилә музейы дворян нәҫеле менән таныштыра. “Рухы йәшәй күңелдәрҙә” тигән мәҡәләһендә бөйөк рус шағирәһе Марина Цветаеваның рухи булмышы тулыһынса асыла.
Фажиғәле яҙмышлы шағирә беҙҙең республика һәм халҡы менән бәйле байтаҡ иҫтәлектәр һаҡлай. “Нарспиҙар балҡытып, һағышҡа һалдың халҡыңды” тигән мәҡәләлә сыуаш классик шағиры Константин Ивановтың тыуған ере – Бәләбәйҙәге музейы менән таныштыра. Ыҫлаҡбаш ауылындағы музейҙа Сыуаш Республикаһынан, Ульяновск, Һамар, Һарытау өлкәләренән килгән ҡунаҡтар менән май айында ҙур шиғриәт байрамы уҙғарылыуы ла мәртәбә генә өҫтәй”.
Ҡулъяҙма документтар, хаттар, фотоһүрәттәр менән тулыландырылған яңы китап һәр уҡыусыға матур бүләк булып барып етер, тип ышанабыҙ.
“У ИСТОКОВ БАШКИРСКОЙ РЕСПУБЛИКИ” (төҙөүсе авторы – А.Ш. Ярмуллин). Азат Ярмуллиндың Башҡортостан дәүләтселеге тарихына ҡығылышлы рус телендәге яңы китабы йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителде. Китапта Башҡортостан дәүләтселеге өсөн көрәшкән, уның нигеҙ ташын һалған билдәле 60 милли хәрәкәт эшмәкәре һәм башҡорт милли ғәскәре сардарҙарының биографияһы тупланған. Бынан тыш, китапта милли хәрәкәттә ҡатнашҡандар исемлеге, фотодокументтар, Башҡортостан автономияһының дәүләт һәм хәрби органдары тураһында белешмә мәғлүмәт бирелгән.
Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә Хәбибулла Ғәбитов, Шаһишәриф Мәтинов, Мөхәмәтйән Булатов, Шәмсетдин Ғафаров, Нуриәғзәм Таһиров, Әмир Ҡарамышев, Сәғит Мерәҫев, Мөхтәр Ҡарамышев, Хажиәхмәт Унасов, Шәйехзада Бабич, Ғабдулла Әҙеһәмовтар хәл иткес роль уйнай. Ошондай арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе халыҡҡа еткереү, исемдәрен мәңгеләштереү маҡсатында яҙылған Азат Ярмуллиндың был китабы уҡыусылар араһында тиҙ танылыу алды.