Сәнғәт кешеһе бит мин, сәхнә – йәшәү мәғәнәм.
Күптәр көтөп алған “Йырым булһын бүләгем” тапшырыуы бара. “Бәхетлемен, эйе, маҡтанмайым, һин минеке генә булғанға, мин бит һинән бер ни һорамайым, тик бул ғына һәр саҡ янымда”. “Бәхетлемен” тигән моңло йыр яңғырай. Таныш тауыш, үҙенсәлекле көй, әлбиттә, уны бүтән бер кем менән дә бутау мөмкин түгел. Дөрөҫ, ул – эстрада йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Венера Юлгилдина.
Йоланан өҫтөн булыу мосолмандарға, бигерәк тә башҡорттарға, хас сифат түгел. Коллектив менән төрлө байрамдарҙы ҡаршылауҙы ла онотмайбыҙ. Яңы йыл байрамын билдәләгәндә бихисап ҡунаҡ саҡырҙыҡ, шулар араһында йырсы Венера Самат ҡыҙын күреү айырыуса шатлыҡлы булды. “Һин – мөхәббәтем”, “Сәскәләр уянды”, “Һандуғас”, “Һөйөүҙәр һүрелмәһен”, “Оҫта баҫа”, “Йыйҙым еләк” һәм башҡа дәртле йырҙар башҡарып, иҫ киткес матур ял бүләк итте ул. Әлбиттә, халыҡ йырҙарын да тыңланыҡ.
Бөгөн “Йома ҡунағы”нда – эстрада йырсыһы Венера ЮЛГИЛДИНА.
– Йыш түгел, әммә ҡайһы бер осраҡта артистар тураһында, уларҙың ата-әсәһе лә йырсы йәки бейеүсе булғандыр, тиҙәр. Һин ниндәй ғаиләлә буй еткерҙең?
– Беләһеңме, Илдар, мин бит өләсәй һәм ҡартатайҙарға бай ғаиләлә иркәләнеп үҫтем. Ни өсөн тиһеңме? Әсәйемдең әсәһе Мәфтүхә Фәтхетдин ҡыҙы менән атаһы Әхәт Ҡәйүм улы – икеһе лә уҡытыусы тигән юғары исемде лайыҡлы йөрөттө. Уҡымышлыларҙан һабаҡ алғандар ҡайҙа ғына эшләмәне, ниндәй генә вазифа биләмәне! “Уҡыу – энә менән ҡойо ҡаҙыу”, “Уҡыған уҙыр, уҡымаған туҙыр”, “Уҡыған ете ҡат ер аҫтындағын күрә, уҡымаған ер өҫтөндәген дә күрмәй” һәм башҡа шуның ише ғилемлелеккә өндәгән мәҡәл-әйтемде яҡын кешеләремдән ишетеп кенә түгел, ә күңелемә һеңдереп үҫтем.
Атайымдың атаһы Мөхәмәтзәки Мостафа улы менән әсәһе Фәниә Муса ҡыҙы тураһында ла йөрәк түремдә тик йылы иҫтәлектәр һаҡлайым. Тәүгеләренән айырмалы, улар ябай ауыл кешеләре булһа ла, шул хәтлем күпте белде, тәрән фекерләне, ниндәй ҙә яңылыҡҡа булһынмы йәки бүтән күренешкәме һәр саҡ үҙҙәренең ҡарашын белдерҙе, ҡыҫҡаһы, күптәргә өлгө булып ғүмер итте. Улай ғына ла түгел, уңғанлыҡтары менән тирә-яҡта хөрмәт ҡаҙанған кешеләр. Егәрленең ҡулы ете, тигәндәй, иркен баҡсаларындағы тигеҙ генә итеп теҙелгән умарталары әллә ҡайҙан күренеп ултырҙы, ә инде умарталыҡтағы бал тирә-яҡҡа хуш еҫ таратты, ырыҫлы был ер бал ҡорттарының тауышынан гөжләп торҙо. “Ашатҡан да, кейендергән дә бал”, — тип ҡабатлағандары кисәгеләй күҙ алдымда.
Әсәйем Фәнүзә Әхәт ҡыҙы – уҡытыусы, а атайым водитель булды. Ғаиләлә Зөлфирә һылыуым, Айбулат ҡустым менән үҫтек.
– Венера, социаль селтәрҙә: “Алыҫ бала сағымда бейергә яраттым, хыялым – оҫта итеп бейеү, әммә тормош шулай ҡоролған, йырсы булып киттем”, — тип яҙғанһың. Күңел төбөндә үкенес көйөгө йөрөмәйме?
– Шөкөр, яҙмышыма тамсы ла үпкәм юҡ. Өләсәйемдәрҙең теле менән әйткәндә, бер ҡасан да үткәндәргә үкенергә ярамай. Сәнғәт кешеһе бит мин, сәхнә – йәшәү мәғәнәм, мин яратҡан һәм мине яратҡан тамашасыларым бар.
– Бейеүҙән һис кенә лә йыраҡ китмәгәнһең, һин – “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы.
– “Мираҫ” ансамбленә 2007 йылда эшкә алындым, шунан бирле ошонда. 15 майҙа 12-се ижад миҙгелен яптыҡ, тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине, билеттар алдан уҡ һатылып бөткәйне. Сәнғәт өлгөләрен киләсәк быуынға мираҫ итеп ҡалдырыу – төп бурыстарҙың береһе.
– Әгәр ҙә сер булмаһа, ни өсөн йырсы һөнәрен һайлауыңды әйт әле. Кемдәрҙер “бәләкәйҙән йырланым”, ә бүтәндәр “бала саҡ хыялым” ти...
– Өйөбөҙҙөң түрендә, стенала дүртмөйөш формаһында бәләкәй генә радио оҙаҡ эленеп торҙо. Ошо серле ҡумта беҙгә барыһын да еткерҙе – иң беренсе булып яңылыҡтарҙы унан ишеттек, башҡа төрлө хәбәрҙәрҙе белдек. Тапшырыуҙар башланһа, тышҡа сыҡмаҫҡа тырыштыҡ, шул уҡ ваҡытта төшкө концерт тыңлап кинәндек. Төрлө саҡ булды, уға өлгөрмәй ҡалһаң, нисектер күңел китек кеүек хис итәһең. Халҡыбыҙҙың күп йырҙарын бәләкәйҙән ишетеп үҫтем. Хәйер, ҡартатайым оҫта йырсы булды, уны тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел ине.
Яҡташтарымдан уңдым, шуларҙың береһе – Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина. Уның сәхнәгә килеп сығыуы үҙе ни тора! Хис-тойғоға бирелеп йырҙар башҡарыуын телгә алыу артыҡ. Әлфиә апайҙан “Абдрахман”, “Зөбәйҙә”, “Шәүрә”, “Төйәләҫ” кеүек халыҡ йырҙарын өйрәндем. Оло быуын артистарын Флүрә Килдейәрованың, Рәйлә Аҙнаҡаеваның йырҙарын тыңлап үҫтем.
Радио хаҡында һүҙ сыҡҡас, был да ҡыҙыҡлы булыр. Ҡабул итеү төрлөсә бит, күреүгә ҡарағанда, миндә ишетеү һәләте ныҡ үҫешкән, тиҙәр.
– Әлфиә апай тинең, икегеҙ ҙә бер райондан, хатта район үҙәгенән дә. Юлсурина, Юлгилдина – фамилияларығыҙ ҙа оҡшаш. Туғандарһығыҙҙыр, бәлки...
– Әлфиә Мырҙабулат ҡыҙы шикелле тыумышым – Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылынан, уның ҡарауы, ҡыҙ фамилиям – Ураҙаева. Ул бер нисек тә беҙгә нәҫел-нәсәп килеп сыҡмай. Әммә фекерҙәр уртаҡлығы, сәнғәткә ғашиҡ булыу беҙҙе берләштерҙе, яҡынайтты.
– Бөрйән ҡыҙы Венера Өфө тарафтарына нисек килеп сыҡҡан?
– XI класты тыуған ауылында тамамлаған йәш ҡыҙ баҙнатһыҙ ғына Өфөгә юлланған. Бында тормоштоң бүтәнсә ҡоролошона тәүҙә ныҡ аптыраған, ҡаланың тау башында урынлашыуына, бейек йорттарға, төрлө автомобилдәргә, кешеләрҙең күплегенә һәм шәп йөрөүенә ғәжәпләнгән, әкренләп инде уныһына ла күнгән. Йәш ҡыҙ тигәнем үҙем булам инде.
Тәүҙә Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына уҡырға индем, йыр бүлегендә Әлфиә Мәсәлимова класына эләктем. Оҡшаны, әҙме-күпме сынығыу алдым, кем әйтмешләй, хәҙер ныҡлы баҫып йөрөй башланым. Унан инде ҡыйыу итеп Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының “ишеген шаҡыным”, был уҡыу йортонда белемемде арттырыуыма бәхетем сикһеҙ. Вокал дәрестәрен Башҡортостандың халыҡ артисы Рәйлә Аҙнаҡаеванан алдым. Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Хәбибуллинға ла сикһеҙ рәхмәтлемен. Остаздарым сәнғәт тормошомда ҙур роль уйнаны, оло сәхнәгә сығырға булышлыҡ итте.
Өфө “өф” тип өрмәгән ергә ултыртмаһа ла, унда йылылыҡ тойҙом, бындағы үҙенсәлекле йәшәйештән йәм таптым, шаулап торған сихри сәнғәт донъяһына сумдым.
– Ә бына ҡыҙыңдың сәнғәт кешеһе булып китеүен теләмәнеңме? Нисек уйлайһың, һандуғастан һандуғас тыуамы?
– Ирем Тимур, әйткәндәй, сәнғәт академияһында ҡурай класын тамамланы, уның менән Лиана исемле сәскәләй ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ул Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡыны, әле Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, I курсты тамамлаясаҡ. Уны бәләкәй сағында бейеү түңәрәктәренә йөрөттөм, йырҙы ла ҡалдырманы. Ҙур үҫкәс инде, һөнәр һайлау алдында торғанда, ҡайҙа уҡырға барырға икәнен үҙе һайланы. Әлбиттә, беҙҙең менән кәңәшләште, төрлөсә уйланы. Мәртәбәле юғары уҡыу йорто студенты булыуына ғорурлана, уҡыу уға еңел бирелә, сөнки теүәл фәндәрҙе ярата. Шулай уҡ вуз тормошондағы бихисап сараларҙың уртаһында ҡайнап йәшәй. “Иң күп ваҡыт студентта, һағындыра ул күңелле саҡтар аҙаҡтан, уның ҡәҙерен бел”, тибеҙ. Бер яҡшы ҡыҙ ете улға торошло тигән әйтемде лә онотмайыҡ.
Кешелә талант йә бар, йә юҡ, әгәр ҙә ул йоҡлап ята икән, уны уятырға кәрәк. Ошо фекер менән тулыһынса килешәм.
Тормош юлдашым тураһында һорарыңды һиҙеп ултырам. Мөхәббәт уты тамуҡ утынан ете өлөш артыҡ булыр.
Моғайын да, гәзит уҡыусылар ҙа көтәлер, ғәзиз кешем хаҡында ла кәлимә һүҙ еткермәксемен. Тимур Юлгилдин – Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан, шаулы студент осоронда “пятачок”та таныштыҡ та оҙаҡҡа һуҙмай ғына өйләнештек. Ул сәнғәт кешеһе булһа ла, бүтән тармаҡта – янғын һүндереү идаралығында эшләй. Ошоғаса ҡулынан ҡурайын төшөргәне юҡ, өҙҙөртөп уйнай башлаһа, йырламай түҙер әмәлең юҡ. “Эштә ҡурай төркөмө астым, көй-моңдан ситләшмәгән егеттәрҙең булыуына шатланам”, – тип Тимур бер көндө әйтмәһенме! Уның өсөн бик тә шатмын.
– Артистар ниндәй халыҡ ул? Шәхсән һеҙ йондоҙнамәгә, бүтән берәй көстөң барлығына ышанаһығыҙмы?
– Кемгә нисектер, әммә 7 һанын үлеп яратам, ул минең өсөн барыһы ла. 1977 – тыуған йылым. 77 һаны күпте һөйләй. Ҡыҙыҡ, автомобиль һатып алһаҡ, дәүләт теркәү номерында мотлаҡ рәүештә 7 һаны була. Фатир, подъезд йәки йортобоҙ ҙа 7 менән бәйле. Күпселек осраҡта берәй концертта етенсе булып сығыш яһайым.
Бер көн магазинға индем дә сиратҡа баҫтым. Артист халҡы ла сират тороп әйбер ала, алға күҙ һалдым, бәй, етенсе булып баҫып торам икән.
– О, йырсы Венера Юлгилдина бит был, әйҙәгеҙ, сиратһыҙ үткәрәйек, тимәйҙәрме?
– Беҙҙең халыҡ шул тиклем иғтибарлы, урамда ла, шул уҡ магазинда ла таныусылар осрай. Тәүҙәрәк уңайһыҙланыу кисерә инем, хәҙер өйрәнелде.
– Сит илдәргә йыш йөрөгәнегеҙҙе беләм. Ниндәй төбәктәрҙә булдығыҙ тип түгел, ә, ҡайһыһында булманығыҙ, тип һорау урынлы яңғырар, шулаймы?
– “Юлда йөрөгән – май имер, өйҙә ултырған тилмерер” тигән шикелле, Төркиәгә йыш барҙыҡ концерт менән. Бынан тыш, Европа илдәрен дә арҡырыға-буйға кистек. Бөтәһе лә сағыштырыуҙа асыҡ сағыла бит. Аралашыу мәҙәниәте, менталитет бүтәнсә, хеҙмәтләндереү ҙә иғтибарҙы йәлеп итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, барыбер ҙә Башҡортостаныбыҙға бер нәмә лә етмәй. Тыуған төйәгебеҙҙе һағынып ҡайтыу ҙа бәхеттер, тим. Сит кешеләр беҙ кейгән балҡып торған зауыҡлы костюмдарҙы ҡат-ҡат тотоп ҡарай. Улар “Катюша”, “Подмосковные вечера” һәм башҡа шуның һымаҡ йырҙарҙы иҫтәре китеп тыңлай.
– Венера, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Уңыштар һеҙгә!