Бөтә яңылыҡтар

Әсәлек таланттар аса

Бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Әсәлек таланттар аса” тип аталған ижади вернисаж эш башланы. Унда төрлө һөнәр эйәһе булған әсәләрҙең картиналары урын алған. Уларҙың күбеһе рәсем төшөрөү менән йә йөклө саҡта, йә сабыйы тыуғас шөғөлләнә башлаған.

Сара барышында әсәлеккә һәм балаларҙың үҫешенә арналған ҡыҙыҡлы лекциялар тәҡдим ителде, рәсем яһау, ҡурсаҡ биҙәү буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде.

Был үҙенсәлекле проектты республикабыҙ етәксеһенең хәләл ефете Каринэ Хәбирова ойошторҙо. Ул, әсәлек хисен татығас, ошо шөғөл менән мауығып киткән һәм байтаҡ фекерҙәштәр тапҡан.

Ойоштороу комитеты 164 әсәнән ғариза һәм 612 ижади эш ҡабул иткән. Һайлап алынғандан һуң уларҙың 212-һе конгресс делегаттары иғтибарына тәҡдим ителгән. Бында Каринэ Хәбированың да картиналарын күрергә мөмкин.

А. Нурмөхәмәтов фотоһы.
Читайте нас: