Бөтә яңылыҡтар

Ҡайттым (дауамы)

Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, быға тиклем ишетелмәгән ысын­бар­лыҡтың көслө тулҡыны таш ярырлыҡ булһа ла, артыҡ сарға­ланып һүҙ ҡуйыртманыҡ, шым­дыҡ... Кем нимә уйлағандыр...

Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, быға тиклем ишетелмәгән ысын­бар­лыҡтың көслө тулҡыны таш ярырлыҡ булһа ла, артыҡ сарға­ланып һүҙ ҡуйыртманыҡ, шым­дыҡ... Кем нимә уйлағандыр...
Ә мин бер-беребеҙгә бик кәрәк булып йәшәп ятҡан бөртөк кенә улымды уйлап, йөрәгемде ҡуҙ­ғыт­тым, зиһенем буталды... Бө­төнләй телһеҙ ҡалдым... Ҡолағым шауланы, күҙем бәйләнде. Әле ишеткән ауыр һүҙҙәр ҡойононда аҙашып, айный алмай күпме өн­һөҙ ултырғанмындыр, әйтеүе ҡы­йын. Артабан, аяҙлы-болотло уй­ҙар дауылынан ҡотолоп, һәр ва­ҡыттағыса, үҙемдән үҙем һора­ным: “Был тормош ни өсөн буйы менән былай булып сыҡты һуң әле?” Яуап эҙләгәндәй, артта ҡал­ған йылдар һуҡмағына осто күңелем...
...Июнь урталарында беҙҙең урамға ҡыҙыл күлдәк кейгән, һап-һары сәсле, йәшел күҙле Розалина исемле ҡыҙ килгәйне. Бары­быҙҙың да күҙе ҡунаҡ ҡыҙында. Кемдең ҡармағына эләгер? Уйла­маҫтан, һарыбаш артынан иң шәп йүгергәне – ағайым, ә миңә барыбер һымаҡ. Уның бер ҡыҙға ла күҙ һалмауына башҡа­лар ҙа өйрәнеп бөткәйне инде ул саҡта. Ә был юлы урамдың иң шәп еге­тенә әйләнде лә ҡуйҙы ул. Ә мин, телгә оҫта, сосораҡ булһам да, уның янында йөрөгән бер бахыр, шәүлә... Күп тә үтмәй, уларҙы “Та­һир менән Зөһрә” тип йөрөтә башланы бөтөн урам. Ғашиҡ­тар­ҙың етәкләшеп килеүен күрһәм, күҙем ҡыҙа-ҡыҙыуын. Их, оҙа­тырға ине бер тапҡыр булһа ла шул ҡып-ҡыҙыл күлдәкле ҡыҙҙы.
Бер көн тоттом да уйымды ярҙым да һалдым: “Һинең урынға киноға барайым әле, ирмәк бул­һын, оҙатайым теге сибәр­кәйҙе. Бер кем дә һиҙмәҫ...” Ғәҙелһеҙ­лектән изгелек, йәмһеҙ­лектән ма­турлыҡ эҙләй торған ғәҙәте бар ағайымдың: өндәш­мәне, йәтешле итеп шым ғына йылмайҙы. Миңә етә ҡалды: шул көндән башлап, ирмәктән ҡыҙыҡ эҙләп, уны-быны уйламайынса, һарыбаштың артынан бер тотам да ҡалмайынса йүгерә башланым...
Мауығыуым шундай көслө: кинонан һуң Розалинаны оҙатып ҡуйғас, өй эргәһендәге эскәмйәлә оҙаҡ ултырам, китә алмайым, ҡаҙаҡлап ҡуялармы ни мине. Ул йоҡлаған өй нигеҙе эргәһендә ултырыу күңелемә рәхәт. Урам һилгә ҡалып, аяҡ тауышы тынғас, йәнем тынысланып ҡайтып китәм. Янына ағайым килеп ҡуймағайы, йәнәһе. Бер көн шулай егеттәрҙе йыйҙым да ныҡ итеп иҫкәрттем:

– Ҡырмыҫҡа булмайыҡ, һары­баш минеке. Ишетһен ҡолағығыҙ!
– Әйтмәһәң дә, кем белмәгән, һин, тип. – Бер-береһенә күҙ ҡы­ҫышып, төрлөһө төрлө яҡҡа таралышты урам егеттәре.

Уйынлы-ысынлы, илке-һалҡы йөрөргә яратмаған йомшаҡ тәбиғәтле, ғорур холоҡло ағайым йөрәк әрнеткес хис-тойғоһон, күңелен тетрәткән ярһыуҙарын нисек баҫҡандыр. Уны уйларға башым етмәй, хатта бөгөн дә... Был ша­та­лаҡлы мауығыу булмағайны һымаҡ, ә утлы, ялҡынлы мөхәб­бәт ҡамытын кейеп, өр-яңы ылыҡ­тырғыс донъяла гиҙеүем ине, үҙемсә...
Һәр нәмәнең башы булған һымаҡ, яҡын йөрөй аҙағы ла. Шулай, һөйөүем “температураһы” өтөп йығыр мәлгә еткәс, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, борғаланып-һырпаланып ҡайтып индем дә: “Мин кәләш алам”, – тинем өйҙәгеләргә. Әсәйем: “Аб-ба, вәт эштәр, икегеҙ бер юлымы?” – тип аптырап китте. Бығаса тып-тыныс йөрөгән ағайым: “Башта мин”, – тимәһенме...
– Ашыҡ-бошоҡ өсәү-ара хәл итә торған нәмә түгел, уйлашырбыҙ, һөйләшербеҙ, – тип, оҙаҡ уйланып ултырҙы-ултырҙы ла ҡырт киҫте әсәйем. Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул: “Башта ағайың”. Башымдан боҙло һыу ҡойҙолармы ни! Мин сәбәләнеп:

– Уның күҙ терәп торған ҡыҙы юҡ таһа, Розалина мине ярата...
Ағайым ашыҡмай-бошмай, ярһымай, тигеҙ тауыш менән:

– Бар! Аҙна-ун көндән уҡыуын тамамлап ҡайта һәм туй!..
– Аҡса биреп тә ышандыра алмаҫһың.
– Тырышмайым да...
...Әллә ысын, әллә буш. Шулай ҙа ҡыҙыҡһыныуым көндән-көн артты... Туйға ихлас, ең һыҙ­ға­нып әҙерләнә ағайым менән әсәйем. Бер уйлаһаң, ышанмаҫ­лыҡ та түгел... Килен тигәнең Розалина булып ҡуйһа? О-о-о, юҡ, юҡ! Нимә уйлайым мин иҫәр. Ошолай ике уйҙа, бер юлда йөрөй торғас, ниһайәт, түҙемһеҙ­лек менән көткән көн килеп етте. Фәрештә түгел, әммә сәскәләй һылыуҡайға нәфислек өҫтәгән ҡурсаҡтыҡы кеүек йөҙҙәре, аяҡ-ҡулдары – былар бөтәһе лә мине айран-вайран итте. Ҡаушауҙан, албырғауҙан торған урынымда һүҙһеҙ ҡалдым: көрәнһыу-йәш­келт диңгеҙҙәй ҙур күҙҙәренә күпме ҡарап торһаң да туйырлыҡ түгел. ...Бына күр. Етмеш тапҡыр үлсәп, бер киҫергә баҙнат итмә­гән, тауыш-тынһыҙ йөрөгән аға­йым. Шулай табыныулы ҡиәфәт­тә торғанымда, ағайымдың зиһенгә һуғырлыҡ ышаныслы тауышы уятып ебәрҙе мине:

– Тиҙҙән оҙайлы эшкә юлланам, туйығыҙҙы ашыҡтырайыҡ, сират һиңә...
Миңә ҡарата әйтелгән был һүҙҙәр ағайымдың баһаһын күтә­реп ебәрҙе кәләше алдында. Матур, татлы тауышлы еңгәй аға­йым­ды йөпләп, нимәлер һөйлә­гәне ҡолағымды иркәләне.
Икебеҙгә лә мәғәнәле ҡарап алды ла, йылҡылдап, ялтырап торған оҙон сәс толомон үҙенең яурыны аша ташлап, ап-аҡ аҡҡош ҡанатындай ҡулдарының нәфис бармаҡтары менән ағайымдың беләген эләктереп, ҡайҙалыр әйҙүкләне. Уларҙың баллы-ләззәтле мәлдәре ине был...
Төнө буйы керпек ҡаҡмай сыҡ­тым. Әсәй ҙә туйҙы ашыҡтыра: “Һөйгән йәр – һөйәгең елеге бит ул. Көттөрҙөк... Ағайың эшкә китмәҫ элек...” Тегеләй ҙә былай... Теге кәрәк, был кәрәк, фәлән дә фәсмәтән һәм башҡа хәбәрҙәрен бер-бер артлы теҙә генә. ...Минең мейене икенсе бер уй быраулай: ә ниңә ул сибәркәй ағайҙыҡы, минеке түгел?! Эсемдә – ҡойон-буран, йәнемде ҡорттар кимерә...
Мәңге һүнмәҫ мөхәббәт ялҡыны ялмап алғайны бит икебеҙҙе лә. Осрашҡан һайын: “Яратам мин һине”, – тигәйне Розалина. Аһ, нимә булды миңә? Ҡайҙан хасил булды был тетрәндергес хәл-ваҡиғалар? Күҙгә-башҡа күренмәй йәшәгән ағайым сәбәпсе булды түгелме? Эйе, эйе, ағайым шул... ағайым... Ә минең күңелемдә тик һарыбаш, йәшел күҙ...
Һәр ваҡыттағыса, аға­йым оҙон аҡса юллап китте ер аяғы-ер башына. Дин юлында йөрөгән әсәйемде көн дә тиерлек аят аштарына саҡыралар. Ә мин эштән һуң бер кемгә лә әйләнеп тә, боролоп та ҡарамайынса, туп-тура йүгерәм өйгә, сөнки бер генә минутҡа ла еңгәм уйымдан сыҡмай, уның йондоҙ булып балҡыған күҙҙәре үҙенән-үҙе роботҡа әүерелдерә ине. Элек икмәк киҫеп, сәй яһап эсмәгән кеше – бөтөн өй эштәрендә еңгәмдең ярҙамсыһымын. Юҡ, юҡ, уның наҙлы ҡарашын да, миңә ҡарата яңылыш ҡына йылмайыуын да өмөт итмәйем, хатта өнәмәйем дә, кәрәкмәй ҙә... Беләм үҙ урынымды.
Секунд һайын, ул ағайҙыҡы, ярамай, тигән фекер мейемде сүкей. Үҙем дә һиҙмәҫтән, уның менән һәр саҡ йомшаҡ һәм яғым­лы мөғәмәләләмен. Һоҡланып та бер һүҙ ысҡындырмайым, яңы­лыш та ҡағылмайым, хатта оҙа­ғы­раҡ ҡарап торһам, илаһи, гүзәл нәфислеге ыуалып төшөр һымаҡ.
Онотолоп еңгәмде күҙәтһәм, күңел кинәнесенә сумам. Әммә шул саҡ “ағайымдыҡы” тигән уй мейемде сүкей башлаһа, ыуа­лып төшәм, зиһенемде йыйып ала алмайым – ярһыулы әсе үкенес солғап ала. Шулай булһа ла ауырһынмайым, миңә бер ни ҙә кәрәк түгел: иртән дә, кисен дә йоҡо бүлмәһенең ҡыҫыҡ ишеге аша уны күҙәтеүемде дауам итәм. Аһ! Ниндәй илерткес тамаша. Ҙур көҙгө алдына барып баҫыуын, сәсен тағатыуын, сисе­неүен, утты һүндереүен стена аша тоям, хатта уның менән бер­гә йоҡлап китәм кеүек... Әйтергә түгел, төрлө хистәр ҡайнаша: уның матурлығынан көнләшәм – сәмемә тейә. Күңелемә ят, уҫал, хәсрәтле бер уй оялай башла­ғанын да һиҙәм, әммә уға ҡаршы көрәшә алмайым – көсһөҙмөн.


Читайте нас: