Бөтә яңылыҡтар

"Өфө уттары"нда – проROCK

Баш ҡаланың “Өфө уттары” күңел асыу комплексында үҙенсәлекле рок-концерт уҙҙы.

Мирон Доровских фотоһы.
Мирон Доровских фотоһы.
Баш ҡаланың “Өфө уттары” күңел асыу комплексында үҙенсәлекле рок-концерт уҙҙы.
Унда донъя хиттарын билдәле эшҡыуарҙар, медиаменеджерҙар, дәүләт хеҙмәткәрҙәре башҡарҙы. Был проROCK концертын ойоштороусы – Business FM Өфө радиостанцияһы.
Колизео залы сәхнәһенә “YesIdea” компаниялар төркөмөнә нигеҙ һалған һәм уға етәкселек иткән Елена Шаханова, “Өфө уттары”комплексының генераль директоры Сергей Миролюбов, публицист-йәмәғәтсе, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев, Harley-Davidson Өфө дилер үҙәген ойошторған Андрей Рубан, “Боҙ Урал” компанияһы башлығы Дмитрий Данилевич, “Башинформ” йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов сыҡты.


“Был идея биш йыл элек тыуғайны. Тәүге сығыштар уҡ башланғыстың яҡшы икәнен раҫланы. Үҙенсәлеге шунда: проROCK кешеләргә галстуктарын сисеп, рок мөхитенә тулыһынса сумырға, етди мәсьәләләр тураһында бер аҙға ғына булһа ла онотоп торорға мөмкинлек бирә”, – ти ойоштороусылар.
Концертта тик тере тауыш булды. Лайыҡлы сығыш яһау өсөн ҡатнашыусылар алдан күп репетиция яһаны. Музыка һөйөүселәрҙе ҡарарға ғаилә ағзалары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде. Ғөмүмән, проРок концерты һәр саҡ ғаилә мөхитендә үтә.
Читайте нас: