“Туғанлыҡ” VII халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале еңеүселәренә башҡорт тирмәһен һынландырған скульптура бүләк итәсәктәр. Рәсәйҙең Театр, Башҡортостандың һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 100 йыллыҡ юбилейына арналған төрки театрҙарын бер майҙанға йыйған сара уҙған кесаҙнала Өфөлә үҙ эшен башлап ебәрҙе.
Бик борон замандарҙа, бәлки, бер тамырҙан таралған был халыҡтар өсөн уртаҡ ҡиммәттәр күп: йолалар, моңдар, кейемдәрҙәге элементтар, хатта ҡайһы бер милләттәр тәржемәсеһеҙ аңлаша. Шуға күрә фестивалдең художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов ҡатнашҡан театрҙарға уңыштар теләп бетеү таратҡанда, һәр кем эстән генә иң яҡты теләктәрен уйлағандыр. Был йола барыһына ла таныш. Әйткәндәй, сувенирҙар рәссам Альберт Нестеров тарафынан эшләнгән.
Тирмә – төркиҙәрҙең символы
Сараны асып, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, республика етәкселеге исеменән тәбрикләп, уңыштар теләне һәм “Туғанлыҡ”тың сәнғәт оҫталарының эшен баһалауы менән бергә бында милли театрҙарҙың туғанлашыуын да әйтте. Көтөп алынған сара, ысынлап та, төрки донъяһының театр әһелдәрен дәртләндергән, яңы ижади мөхит булдырған байрам.
Баһалама төркөмө рәйесе итеп саҡырылған Рәсәйҙең халыҡ артисы, режиссер, педагог, Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе Борис Морозов был тантаналарға килеүенә шат булыуын йәшермәне, шул уҡ ваҡытта һәр сәхнә әҫәрен яратып, күңел күҙе, йөрәк аша үткәреп баһалаясаҡтарын да белдерҙе. Әгәр быға тиклем баһалама төркөмө ағзалары һәм тәнҡитселәр коллегияһы айырым эшләһә, быйыл уларҙы эксперт советында туплағандар.
Фестивалдең башында торған билдәле режиссер Рифҡәт Исрафилов – сараның даими президенты.
30 майға тиклем дауам итәсәк фестивалдә Төркиә, Ғағауз (Беларусь Республикаһы), Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан дәүләттәренән, Татарстан, Тыва, Ҡырым, Хакасия, Алтайҙан һәм, әлбиттә, Башҡортостандан театрҙар ҡатнаша. Бер аҙна барған сарала халыҡ иғтибарына 13 спектакль тәҡдим ителәсәк. Тамашалар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр, Рус дәүләт академия драма, Башҡорт дәүләт опера һәм балет, “Нур” Өфө дәүләт татар театры сәхнәләрендә бара.
Башҡортостан исеменән фестивалдә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры “Зөләйха күҙҙәрен аса” (Г. Яхина, Я. Пулинович инсценировкаһы), Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе “Өс таған” (М. Кәрим) спектаклдәре менән сығыш яһай. Тәүгеһе сара башланған көндө үк тәҡдим ителде. Шулай уҡ, программанан тыш, Салауат дәүләт башҡорт драма театрының “Бер, ике, өс...” (О. Жанайдаров) әҫәре ҡуйыла.
Көн дә, спектаклдәр ҡарағандан һуң, фекер алышыуҙар, ижади лабораториялар, дискуссия клубы, этноконцерт була. Айырым “Мәҙәниәттәр диалогы һәм төрки телле театрҙар” ғилми-ғәмәли конференцияһы ойоштороласаҡ. Этноконцертта театрҙарҙың артистары сығыш яһай. Ә инде Театр һабантуйын Ҡырмыҫҡалы районында уҙғарыу планлаштырыла.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Туғанлыҡ” фестиваленең баһалама рәйесе, Рәсәйҙең халыҡ артисы Борис Морозов менән осрашыу үтте. Күптән ошондай фекерҙәр, һөйләшеүҙең төп темаһы итеп кешене ҡуйған аралашыуҙар булғаны юҡ ине төҫлө. Һәр хәлдә, театр әһелдәре менән. Әллә үҙебеҙ театрҙы аңлауҙан, баһалауҙан ситләшәбеҙ, әллә замана беҙгә үҙенең өс тинлек зауығын тағып маташа, әммә Борис Афанасьевич ауыҙынан яңғыраған фекерҙәр театр сәнғәтенә генә ҡағылмай. Һәр кешегә, ошо түп-түңәрәк Ер шарында йәшәгән һәр кемгә барып ялғана. Тик ишетәбеҙме икән беҙ был набаттарҙы?
“Миңә кеше театры ҡыҙыҡлы. Театр кешеләр, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре, уларға ҡәҙерле һәм ҡәҙерһеҙ нәмәләр хаҡында һөйләргә тейеш. Тамашасы менән артист араһындағы эске бәйләнеш, эске аралашыу яҡлы мин. Ана шуны юғалтырға ярамай, тап ошо күренеш кенә театрҙы сәнғәт итә, йоғонтоло яһай. Бер мәл минең яҡын танышым ошо ҡарашым хаҡында шикләнеүҙәрен белдереп: “Әгәр былай барһа, оҙаҡламай беҙҙең был ҡарашыбыҙ баҙар талаптарына яуап бирә алмаясаҡ”, – тигәйне”. Эйе, шулайҙыр, әммә көрәш, ана шул эске аралашыуҙы һаҡлау өсөн көрәш барырға тейеш”, – тине ул.
Әлеге лә баяғы Кәлимулла таяғы, тигәндәй, “Титаник” фильмындағы оркестр иҫкә төшә. Батып барғандарын белә тороп та, улар халыҡҡа моң еткерә, сәнғәт телендә аралаша, һуңғы секундҡа тиклем үҙ миссияһын үтәй. Ошо хаҡта һөйләне беҙгә Борис Морозов.
Ул шулай уҡ үҙенең уҡыған йылдары, спектаклдәр ҡуйылышын да иҫкә алды. Студент ваҡытында данлыҡлы артист Андрей Поповтан бер мәл дәрестә уҡыусылары, ни өсөн кәрәк һуң театр, тип һорай. Ул былай тип яуап бирә: “Кешегә йәшәргә өйрәтә: сәхнәләгеләргә лә, залдағыларға ла”. Уҡытыусыһының ошо һүҙҙәре уға ла театр донъяһында маяҡҡа әүерелә.
Артист – айырым донъя, йыһан, шуға күрә уның эске мөмкинлектәре – иң ҙур байлыҡ тигән фекерен дә әйтте халыҡ артисы.
Бер ҡараһаң, театр донъяһында уйналмаған сюжет, әйтелмәгән фекер, асылмаған образ ҡалмаған. Әммә һәр яңы спектакль генә түгел, һәр спектаклдең һәр уйналышы – асыш. Үҙе яңылыҡ ул сәхнәгә сығыу. Бына ошо сихри, илаһи мәлдең баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтен, аңлатып бөткөһөҙ көсөн шәхси миҫалдары, кисерештәре аша еткерҙе артист. “Тормош – ул театр”, тиһәк тә, театрҙа ла иң ҡиммәтлеһе йәшәү икәнлеген кинәйә менән аңлатты ул. Хатта ошо аралашыуҙың да уның өсөн ни тиклем ҡәҙерле булыуын, ошо мәлдә фестиваль генә түгел, ә ғүмер китеп барыуы тураһында һөйләне Борис Морозов.
Гоголдең классик әҫәрен һәр халыҡ үҙенсә аса
Ҡырым татарҙары ҡуйған спектаклгә махсус рәүештә барҙым: беренсенән, тел айырмаһын баһалар өсөн, икенсенән, классик авторҙы улар нисек сәхнәләштерер икән, тигән һорау ҡуйҙым үҙемә.
Н. Гоголдең “Өйләнеү” пьесаһын Рәсәйҙең, Украинаның, Ҡырымдың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер В. Магар сәхнәләштерҙе.
Төрки телдәрҙең бер-береһенә яҡынлығы тураһында әйтеп тә тормайым, ысынлап та, тәржемәсеһеҙ ҙә күп нәмә аңлашылып тора. Етмәһә, ҡайһы бер артистарҙың башҡарыу манераһында үҙебеҙҙекеләрҙең сәхнәлә уйнау стилен күргәндәй булдым. Мәҫәлән, Фекла Ивановна ролен башҡарған атҡаҙанған артист Ләйлә Омерова һәр ҡылығы менән Башҡортостандың халыҡ артисы Зинира Атнабаеваны хәтерләтте.
Спектаклдең тәүге өлөшө нисектер өйләнеү ниәтен бик күңелһеҙ тонда алып барған төҫлө тойолһа, икенсе актта хәлдәр бөтөнләй башҡа төрлөгә әйләнде. Сәхнәләге эске хәрәкәт, геройҙарҙың уйыны тамашаны ҡарашты алмай ҡарарға мәжбүр итте. Агафья Тихоновна ролен башҡарған Лемара Джемилова нескә тойғоло, көнгә үрелгән гөлдө хәтерләтте. Асты ул образын. Ә Кочкарев ниндәй шәп булды! Афарин, Эльдар Джемилев! Бер ҡараһаң, сюжет таныш, хатта кемдең нимә әйтәсәге, ниндәй аҙым яһаясағы билдәле, әммә барыбер икенсе акт тамашасы иғтибарын яулап, Гоголдең әсе көлөүе артындағы тормошто сәхнәләштерҙе.
Спектаклдең исеме афишаға яҙылмаған осраҡта ла, уны барып ҡарай башлаһаң, Гоголь һәм уның геройҙары шунда уҡ танылыр ине. Типик персонаждар, төш, мистика аша әйтелгән фекер... Улар классик авторҙың классик әҫәрен тыуҙырырға ярҙам иткән.
“Башҡорттар ялҡау халыҡмы?”
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында “Туғанлыҡ” фестивалендә конкурстан тыш Салауат башҡорт драма театры тәҡдим иткән “Бер, ике, өс” (О. Жанайдаров) спектаклен ҡарағанда, ошо һорауҙы үҙеңә ҡабат-ҡабат бирәһең, сөнки төп герой был фекерҙе ауыҙ тултырып әйтә. Сәхнә әҫәренең режиссеры – И. Ҡаҙаҡбаев.
Ике бер туған Булат менән Ураҙбай яҙмышында бөгөнгө ысынбарлыҡ сағылдырыла. Ана нисек фекерләй ул башҡорт мөхитенән, йолаларҙан ситтә үҫкән башҡорт балаһы: “Башҡорттар ялҡау улар! Ата-бабаларыбыҙ тирмәлә тик ятҡан. Көтөүен ҡыуып тик йөрөгән!..” – ти Булат. Ураҙбай башҡасараҡ фекерҙә, әммә һыра шешәһенән айырыла алмай, бер туған ҡустыһына рәхәтләнеп йәшәргә бирмәй. Ә үҙендәге эске рухи ҡеүәт, башҡортлоҡ – ярылып ята. Ҡустыһы һалҡын аҡыллы, киләсәген уйлай, эсмәй, әммә милләтенән екһенә... Ундайҙар юҡ беҙҙең арала, тип әйтә алабыҙмы? Башҡортостандың халыҡ артистары Риза Мәһәҙиев менән Гөлсәсәк Шәрипованың йырлы фекерҙәре йәнә һиҫкәндерҙе.
Салауат башҡорт драма театры артистары сығышын беҙ йыш ҡарай алмайбыҙ, әммә актерҙарҙың уйыны бик һоҡландырҙы: Мирас Йомағужин, Радмир Дәүләтбаевтарҙы үҙем өсөн астым. Афарин, егеттәр! Гөлсәсәк Зарипова, Лиана Ниғмәтуллина нисек тетрәндереп уйнай алды.
Спектаклдәге йәштәрҙең бай ҙа, матур ҙа йәшәгеһе килә, тик нисек фатирлы, аҡсалы булырға һуң? Тетрәндергес хәлдәр хаҡында һөйләй был әҫәр. Бер-береһенә яу асҡан был ике бер туған спектакль һуңында икеһе лә бер-бер артлы киткән ата-әсәһе артынан теге донъяға юллана. Әгәр был пьеса бынан ун йыл элек сәхнәгә сыҡҡан булһа, быны хөкөм ҡарары тип ҡабул итер инем. Аллаға шөкөр, бөгөн күрәм, башҡорттар араһында ундайҙар ғына түгел, алдынғы ҡарашлы, яҡты маҡсатлы, бер-береһенә ярҙам итергә әҙер торғандар ҙа етерлек. Әммә уйланырға урын бар. Тик һис ҡасан да анау ҡурҡыныс фекерҙе маяҡ итмәйек, киреһенсә, башҡорттар бер-береһенә терәк, тип йәшәйек!..