Ҡырмыҫҡалы районы “Туғанлыҡ” халыҡ-ара төрки театрҙарының фестивален үҙендә ҡабул итте.
Сара һабантуйҙар үтә торған Тауһеңер ауылы эргәһендә ойошторолдо. Райондың үҙешмәкәр һәүәҫкәрҙәре матур, йөкмәткеле концерт күрһәткәндән һуң ҡунаҡтар ҙа тик торманы — бик ҡыҙыҡлы флешмоб менән сығыш яһаны, юғары ритмлы бейеү күрһәтте.
Ҡунаҡтарҙы тәмле һый, күңелле аттракциондар, бәйгеләр менән ҡаршылап, яҡшы кәйеф, ҡунаҡсыллыҡ, туғанлыҡ тойғоһо менән оҙатты ҡырмыҫҡалылар.