Бөтә яңылыҡтар

Ғәликәй ауылы батырҙары

Урал аръяғы башҡорттарының арҙаҡлы шәхестәре тураһында тарихи яҙмалар тыйылыуға дусар ителгәнен мин Өфөлә Милли музейҙа иптәштәр менән һөйләшкәндә ишеттем. Улар, һайғаҡҡа күрһәтеп, минең һорауға: “Ағайҙар ҡушмай”, — тине.

Урал аръяғы башҡорттарының арҙаҡлы шәхестәре тураһында тарихи яҙмалар тыйылыуға дусар ителгәнен мин Өфөлә Милли музейҙа иптәштәр менән һөйләшкәндә ишеттем. Улар, һайғаҡҡа күрһәтеп, минең һорауға: “Ағайҙар ҡушмай”, — тине.


Беҙҙең тарихи шәхестәр тураһында яҙмалар ҡәтғи тыйылған булған. Тарихын белмәгән халыҡты асылынан тиҙерәк яҙҙырып була, тиеп эшләнгәндер ул мәкерлек.
Ғәликәй — Мәкәтин башҡорттары ауылы. Ул яҡта үҙ-ара танышҡанда ошо һорауҙар биргәндәр:

1. Ораның нимә — “Туҡ түгел микән”.

2. Тамғаң ни — “Т” — балға.

3. Ҡошоң ни — “Һайыҫҡан”, ул илһеҙ булмай.

4. Ҡоралың нимә — “уҡ”.

5. Ағасың — “ерек”, ул һыуһыҙ булмай.

6. Инәү нимә — яра телек.
Был мәғлүмәттәрҙе Алабуғаты ҡарты Ғәбдесамат Будак улы Балтабаев яҙҙырған.
Ғәликәй ауылынан башҡорт халҡының тарихында ҙур шанлы эҙҙәр ҡалдырған кеше — Бүгәсәү генерал-фельдмаршалы Баҙарғол Юнаев. Уның тураһында И.М. Гвоздиков, Салауат Таймасов ентекле рәүештә тарихи мәғлүмәттәр килтереп, китаптарҙа яҙып сыҡты. Баҙарғол Юнаев — Мәкәтин, Шуран, Һеңрән улустарының старшинаһы. Ул — Урал аръяғы башҡорттарының 1767 йылдан башлап эшләгән Уложенной комиссияһы депутаты. Петербургка Урал аръяғы башҡорттары исеменән наказдар алып бара, күп тапҡыр халыҡ мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһай. Комиссияның эше халыҡтың күҙен буяу ғына булғанын аңлап, Бүгәсәү яңынан ҡуптарылыу менән халыҡты яуға күтәрә. Ҡыштым, Кәҫле заводтары хужаларының башҡорт ерҙәрен аяуһыҙ талауына, мосолман динен ҡыҫыуына халыҡтың асыуы шул тиклем көслө була, шуға улар ихтилалда дәррәү ҡатнаша.
Баҙарғол Юнаев Кәҫле һәм Ҡыштым заводтарын алып, үҙ ғәскәри төркөмдәре менән тирә-яҡты биләй. Силәбенән генерал Деколонгтың корпусын ҡыҫырыҡлап сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша. Бүгәсәүҙең Белорет заводында булыуын белеп, Кәҫле заводынан дары тейәп ул яҡҡа йүнәлә, һәм улар Магнит ҡәлғәһендә осраша. 1774 йылдың 6 майынан бергә хәрәкәт итәләр. Тар-мар ителгән Бүгәсәү ғәскәрен Байғаҙы ауылында, 1774 йылдың май аҙағында башҡорт улустарына сапҡындар ебәреп, башҡорт ҡораллы төркөмдәре менән тулыландыра. Көрәштәштәрен Златоуст, Һатҡы яғына оҙатҡас, Исәт провинция­һында ихтилалды дауам итә. Бүгәсәү Ҡазанды алғас, беҙҙең яҡтың арҙаҡлы яугирҙәре Сары Абдуллин, Юламан Ҡушаев, Үтәү Яратҡолов, Мансур Таймасов һәм башҡалар ҡышҡа кергәнсе баш күтәреүҙе дауам итә. Баҙарғол Юнаевҡа яуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Бүгәсәү генерал-фельдмаршал дәрәжәһен бирә.
Ишле туғандарҙың үҙҙәре бер ауыл булып ултырыуы — йыш осрай торған хәл. Шуға күрә Ғәликәй Аҙнайҙан һәм уның улы Юнайҙың 12 улы тоҡомдарынан башланған тип әйтергә була. Ауылда 1859 йылда 20 өй иҫәпләнгән. Юнайҙың улдары ХVIII быуатта тыуған, шуға күрә рәүиз ҡағыҙҙарында Моратбай, Киҫәғол һәм Әмәктең исемдәре күренә, ә башҡа­ларының улдары, ейәндәре теркәлһә лә, аталарыныҡы күренмәй. Әгәр ҙә 1811 йылғы рәүиз ҡағыҙҙары табылһа, күп мәғлүмәт асылыр ине. Бөгөн Ғәзиз Шәйхетдин улы Юмагуенды Юнай улы Моратбай тоҡомонан тип әйтә алам. Әгәр Баҙарғол Юнаев Ғәликәйҙең ХVII быуат батыры булһа, ХIХ быуатта Юнай улы Куегулдың улы Ҡолмөхәмәт Парижда булып, “За взятие Парижа” (19 март 1814 йыл) миҙалы менән бүләкләнгән. Ундай награда Урал аръяғы башҡорттарынан биш кешегә бирелгән, улар тураһында “Уралым” гәзитендә мәҡәләмдә баҫылып сыҡты. Ҡолмөхәмәттең Мөхәмәт Шәриф улы 1830 йылда тыуған, ә унан Мөхәмәтәмин — 1858, Мөхәмәтғариф — 1855, Шакир — 1877, Закир 1874 йылда тыуған, шул мәғлүмәттәргә таянып, бөгөн йәшәгән тоҡомон табып була инде.
“За взятие Парижа” миҙалын 1964 йылда үҙ ҡулымда тотоп ҡараным, Айсыуаҡ Хисмәтуллин беҙгә, өс үҫмер малайға, уны өйөнән сығарып күрһәтте. Бындай миҙал Силәбелә өлкә музейында ла юҡ. Ун йыл элек һорашҡайным, юғалды, тинеләр. 1811 йылғы рәүиз ҡағыҙҙарынан күрене­үенсә, ул миҙалдың хужаһы Ишбулат Ҡу­шаев булып сыҡты. 1790 йылда тыуған, 4-се Башҡорт полкында хеҙмәт иткән, күрәһең, сөнки ул полк 1812 йылдың апре­лендә һайлап алынған, һыбай оҫта йөрө­гән, һәләтле егеттәрҙән төҙөлгән. Ишбулат һуғыштан ҡайтҡас, 1831 йылда ғына улы Шаһиморат тыуған. Яуҙарҙан һуң өйләнеп, балалары һуң тыуыу күптәрҙә күҙәтелә, күрәһең, сәләмәтлектәре ныҡ ҡаҡша­ғандыр, тип уйлайым. Шаһимораттың 1858 йылда тыуған улы Хисмәтулла күренә. Шаһимораттан Моратовтар фамилияһы барлыҡҡа килә, Хисмәтулланан ишле Хисмәтуллиндар тарала, Хәлиулланан — Хәлиловтар, Мөхәмәтйәрҙән — Мөхәмәт­йәровтар, хәҙер уларҙың аймағының һаны 200 йәндән ашҡан.
Ишбулат Ҡушаевтың миҙал менән бүләкләнеүе документтарҙа теркәлмәгән, сөнки Ҡолой Кучуковтың секретары архивҡа һуғышта ҡатнашҡандарҙың исемлеген тапшырмаған. Кантондан биш кеше һуғышта ҡатнашҡанын “Ватандаш” журналында баҫылған (№7, 2012 йыл) Зөлфәр Ғәтиәтуллин яҙған материалдарҙан белә алабыҙ. Бишенсе кантондан 1843 йылда 114 яугир иҫән-һау булған, 150 самаһының ул учетҡа тиклем вафат булыуы ла ихтимал. Биш кантондан 16 полкта һәм өлөшләтә 17 полкта 800 самаһы башҡорт яугире киткән, 500-ҙән ашыуы кире әйләнеп ҡайтмаған. Әлбиттә, 1811 йылғы рәүиз ҡағыҙҙарына таянып, 1850–1859 йылғы документтарҙан кемдәрҙең һуғышта ятып ҡалғанын төҫмөрләп була. Ә ҡайтҡандар ҡасан өйләнгәндер, балалары тыуғанмы — билдәһеҙ. Ә бит күптәре өйләнмәгән, балалары юҡ, һаулыҡтары ныҡ ҡаҡшаған, күрәһең, иртә үлгәндәр.
Ғәликәйҙең өсөнсө батыры — Ғаяз Исламетдин улы Баймырҙин. Юнай тоҡо­монан булыуы ла ихтимал. Баймырҙиндар 1920 йылда бер атанан биш ағалы-энеле булған. Ололары Шығай Исламетдин улы 1891 йылда тыуған, уҡытыусы. Унан ҡала бара энекәштәре 1893, 1895, 1906 һәм кесеһе Ғаяз 1913 йылғы. Ғаяз Арғаяш мәктәбендә уҡый, һуңынан Белорет металлургия техникумында белем ала. Армияла 1936 — 1940 йылдарҙа Энгельс ҡалаһында хәрби авиация мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың июненән фронтта авиация эскадрильяһының командир урынбаҫары, гвардия майоры. Ғаяз Баймырҙин 220 хәрби осош эшләгән. Дошман аэродромын бомбаға тотҡанда 70-тән ашыу самолетты, ҙур бензин келәтен яндырған, башҡа аэродром ҡоролмаларын тар-мар иткән. 1944 йылдың 5 ноябрендә Советтар Союзы Геройы исемен ала. 1948 йылдың 7 майында авиафажиғәлә һәләк була.
Ғәликәйҙәр йыл да июндең беренсе шәмбе көнөндә бөлгөнлөккә тарыған ауылдарында осраша, хәтирәләр менән уртаҡлаша. Батырҙар төйәгенең халҡы төрлө яҡҡа таралһа ла, ата-бабаларын һәр саҡ бергәләп иҫкә алалар.
Силәбе өлкәһе.
Читайте нас: