Бөтә яңылыҡтар

Паркка концертҡа килегеҙ!

Бөгөн, 31 майҙа, Өфөләге М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт һәм ял паркында Башҡортостан Милли симфоник оркестрының Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арналған “Йөрәктән йөрәккә” тип аталған байрам концерты була.

Оркестр башҡарыуында популяр классик һәм заманса музыка яңғыраясаҡ. Сара Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм Мәҙәниәт министрлығы ярҙамы менән үткәрелә.

Концерт киске сәғәт 6-ла башлана. Инеү бушлай.