Бөтә яңылыҡтар

Рәмзилә Хисаметдинованың моңо

Бөгөн Учалы районының Сәфәр ауылында яҙыусылар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һоҡланғыс башҡорт шағирәһе Рәмзилә Хисаметдинованың 70 йыллығына йыйылды.

Автор фотоһы.
Бөгөн Учалы районының Сәфәр ауылында яҙыусылар, журналистар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һоҡланғыс башҡорт шағирәһе Рәмзилә Хисаметдинованың 70 йыллығына йыйылды.
Ваҡиға уңайынан Учалы Яҙыусылар ойошмаһы шағирә хаҡында мәҡәләләр, иҫтәлектәр йыйынтығы сығарҙы.
Туплаусы - Учалы Яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары Әҡлимә Сафина.