Режиссер Булат Йосоповтың “Бабич” һәм “Беренсе Республика” фильмдары “FESTPRO” халыҡ-ара фестивалендә еңеү яуланы.
Сара 13-16 майҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Пенза, Владимир ҡалаларында үтте.
“Бабич” кинотаҫмаһы “Иң яҡшы тулы метражлы фильм”, “Костюмдар буйынса иң яҡшы рәссам эше” (Алһыу Тимеркәева), “Иң яҡшы ир-егет роле” (Илгиз Таһиров) номинацияларында еңеү яуланы.
“Беренсе Республика” иһә “Иң яҡшы сценарий” (Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова), “Иң яҡшы рәссам-ҡуйыусы эше” (Рөстәм Баймөхәмәтов) номинацияларында наградланды.
Кинофестивалгә алтмыш илдән 568 заявка бирелгән булған.