Йәй айы сибайҙар өсөн бик ҡыҙыу башланды: ҡаланың ял һәм мәҙәниәт йортонда “Урал аръяғы тауышы. Балалар” проектының финалы үтте.
Ете – ун дүрт йәшлектәр араһындағы вокал буйынса ярыштың йомғаҡлау турында биш конкурсант ҡатнашты. Улар – София Гатина, Айгиз Байегетов, Полина Воронова, Арина Кожина һәм Ксения Егупова. Һуңғыһы, еңеү яулап, 50 меңлек сертификатҡа эйә булды.
Ун өс йәшлек Ксюша Сибай гимназияһында белем ала. Уҡыу алдынғыһы, физика фәне буйынса ҡала кубогын яулаусы, халыҡ-ара, Рәсәй, республика, ҡала күләмендәге йыр-моң конкурстары лауреаты. Быйыл ул музыка мәктәбен тамамлаған.
Гран-при яулаған ҡыҙҙан ни бары биш тауышҡа ҡалышып, икенсе урынды Баймаҡ районы Таулыҡай ауылынан Айгиз Байегетов алды. Еңеүселәрҙең барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырылды.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибайҙа быйыл йыр-моң яратыусылар араһында тәүге “Урал аръяғы тауышы” конкурсы үткәйне. Шуныһы ҡыуаныслы: ике “Тауыш” та йыл һайын ойоштороласаҡ.