Уҙған быуатта СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы (хәҙер – Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге) Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ойошторған фольклор экспедициялары ваҡытында һирәкләберәк булһа ла дини йөкмәткеле әҫәрҙәр, шул иҫәптән мөнәжәттәр яҙып алынған. 1989 йылда, мәҫәлән, Дим-Асылыкүл төбәгендә эшләгәндә, был жанрҙың үрнәктәрен туплауға ҙур иғтибар бирелде.
Билдәле булыуынса, ғилми әҙәбиәттә мөнәжәт – дини поэзия һәм дини фольклор өлкәһенә ҡараған жанр тип нарыҡланған. Ғалим Әхнәф Харисов уның хаҡында, мәҫәлән, заманында түбәндәгеләрҙе яҙғайны: “Мөнәжәттә мосолман, үҙен ғәйепле бер ҡол итеп күреп, Алланан гонаһтарын кисереүҙе үтенә, донъяуи зауыҡҡа бирелеп, Ислам һәм шәриғәт ҡушҡандың бөтәһен дә еренә еткереп үтәмәгәне өсөн үҙен ярлыҡауҙы инәлә, илаһи ярҙамдан һәм шәфҡәттән мәхрүм итмәүҙе ялбара, “теге донъяла” тамуҡ ғазабынан ҡотҡарыуҙы илап-илап һорай. Ҡыҫҡаһы, мөнәжәттең төп функцияһы – хаҡ мосолман тигән кешенең “ахирәт мәнфәғәттәрен” әйтеп биреүҙән тора” (Харисов Әхнәф. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы: XVIII – XIX быуаттар. – Өфө,1965. – 218-се б.).
Шул уҡ ваҡытта ғалим Аллаға ышанған кешенең донъяуи теләктәрен сағылдырған мөнәжәттәрҙең булыуын да таный. Был йәһәттән С. Г. Рыбаковтың ”Урал мосолмандарының музыкаһы һәм йырҙары” (СПб, 1897) китабынан бер мөнәжәтте телгә ала.
Дим, Асылыкүл буйын төбәк иткән башҡорт ауылдарында яҙып алынған мөнәжәттәр араһында дини йөкмәткелеләре лә, донъяуи мәсьәләләрҙе күтәргәндәре лә аҙ түгел. Дини йүнәлешле мөнәжәттәрҙе мосолман байрамдарын үткәргәндә, мәйет оҙатыу йолаларын атҡарғанда өлкән кешеләр көйләп башҡара. Мөнәжәттәр, тыңлаусының күңеленә ныҡ тәьҫир итеп, унда хистәр уятырлыҡ шиғри һүҙҙәрҙән тора, шул һүҙҙәрҙең йөкмәткеһенә ярашлы башҡарыла. Уларҙың байрамдарға бағышланғандары – күтәренке рухта, мәрхүмде ҡапҡанан сығарғанда әйтелгән “Мәйет сәләме” ишетелер-ишетелмәҫ кенә көйләнгән һамаҡ рәүешендә була.
Быйылғы Ураҙа байрамына бәйле 1989 йылда Миәкә районында йәшәгән Миңһылыу Әхмәтованан яҙып алынған “Ураҙа бәйете”н тәҡдим итәм. Миңһылыу Шәңгәрәй ҡыҙы 1909 йылғы, иҫкесә уҡыған. Иҫ киткес тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр холоҡло апай беҙгә байтаҡ мөнәжәт көйләп ишеттерҙе. Музыка белгесе Илдар Ханнанов менән (ул саҡта институттың стажеры ине) унан “Саҡ-Суҡ” бәйетенең бик үҙенсәлекле вариантын магнитофон таҫмаһына һәм ҡағыҙға яҙып алдыҡ. Үҙенсәлеге шунда: башҡорт һәм татар донъяһына киң билдәле ошо бәйетте Миңһылыу Әхмәтова бер башҡарыу эсендә ике төрлө көй менән йырлап ишеттерҙе. Ошо бүленеш ниндәйҙер бер үҙенсәлекле интонация аша еткерелде, Саҡ менән Суҡтың моңһоҙ бала саҡ иҫтәлеге бөтөнләй башҡаса әйтелде. Был бәйеттең оригиналь көйөнөң нотаһы һәм һүҙҙәре “Рухи хазиналар (Асылыкүл, Дим, Өршәк буйы башҡорттарының фольклоры)” тигән китабымда (Өфө, 1992, 55-56-сы биттәр) донъя күргәйне.
Көйләүсе Миңһылыу Шәңгәрәй ҡыҙының ижадындағы “Мәүлит байрамы (Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөнә мөнәжәт)”, “Ураҙа мөнәжәте”, “Йома мөнәжәте” тигән халыҡ ижады ҡомартҡылары беҙҙең күңелде айырыуса ныҡ арбаны. Экспедицияла эргәлә музыка белгесе булыуының мөнәжәт көйҙәрен нотаға һалыу мөмкинлеген биреүенә ҡыуандым. Ул көйҙәрҙең башҡарылыу рәүеше һәм һүҙҙәренең камиллығы һоҡландырҙы. Ҡайтҡас та Илдар көйҙәрҙең ноталарын яҙҙы, таҫмаларҙы Флүрә Килдейәроваға тыңлатҡас, йырсы, “Ураҙа мөнәжәте”н телевидение тапшырыуында башҡарып, тамашасыларға ла ишеттерҙе. Оҙаҡ та үтмәй, был үрнәктәрҙе үрҙә телгә алынған китабымда баҫтырҙым. Уларҙы коллегаларым да артабан үҙҙәренең йыйынтыҡтарында ҡулланды.
Быйылғы изге Рамаҙан айында үткәрелгән Ураҙаға бағышлап, 1989 йылда яҙып алынған “Ураҙа мөнәжәте”н тәҡдим итергә булдым.
Зикер ит3, тәсбих4, хәтем5 илә6
Бы(л) көн тәғәт ҡылғандар7
1992 йылда Асылыкүл, Дим буйы башҡорттарының ауыҙ-тел ижадына арналған ике бүлекле видеофильм (режиссеры – Наил Тибеев) сыҡҡайны. Үҙем йыйған материалдарҙан төҙөлгән сценарий буйынса ул фильмға Миңһылыу Әхмәтова ҡатнашҡан эпизодтың да индерелеүе күңелемә ҙур ҡәнәғәтлек бирҙе.
1989 йылғы экспедициянан һуңғы өс йылда ошо төбәкте бер нисә тапҡыр яңғыҙым йөрөп сыҡтым. Шуныһы үкенесле: ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә йыр, әкиәт, йор һүҙ оҫталарының бәғзеләре менән яңынан осрашырға насип булманы. Улар ҡайтмаҫ ергә китеп өлгөргәйне… Әммә шуныһы һағайтты: уларҙан ишеткән әҫәрҙәрҙең күбеһен белеүселәр башҡа осраманы. Шул тойғо бөртөкләп йыйылған барлыҡ материалдарҙы нәшер итеп, халыҡҡа ҡайтарыу ниәтен нығытты.
Әле экспедицияларға йөрөй алмаһам да, төрлө төбәктәрҙән материалдар килеп тора. Мәҫәлән, Дәүләкән районында йәшәгән Резида Ҡорбанғәлиева (Буранғол ауылы), Илүсә (икенсе исеме – Зөлфиә) Лотфрахманова (Сапай ауылы) менән бәйләнеш өҙөлмәй. Резида Тимерғәле ҡыҙы шул төбәктең аҫыл ҡомартҡыһы булған ”Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосын үҙе шиғыр юлдарына һалып, миңә ебәрҙе. Ул әҫәрҙе өләсәһе Һылыубикә Әхмәтғәни ҡыҙы Әхмәҙғәлина (1908 йылғы) һөйләүендә хәтерендә һаҡлаған. Ә Илүсә Лотфрахманова, минең менән даими бәйләнешкә сығып, төрлө ижад өлгөләре, хөрәфәти хикәйә, таҡмаҡ үрнәктәре, ер-һыу атамалары тураһында һәм этнографик мәғлүмәттәр тәҡдим итеп тора. Әбйәлил районынан хаҡлы ялдағы уҡытыусылар Фирүзә Сафина менән Мөнирә Кирәева ебәргән материалдарҙың ҡайһылары донъя күрҙе лә инде, бәғзеләре баҫмаға әҙерләнә.
Форсаттан файҙаланып, халыҡ ижадына иғтибарлы кешеләргә рәхмәтемде белдерәм. Хәтерендә һаҡланған ынйыларҙы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына ебәреүселәр күберәк булһа, халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын һаҡлауға ҙур өлөш индерелер ине.
1 Тәрәүих намаҙы – ураҙала кис уҡыла торған намаҙ.
3 Зикер ит – зикер һүҙенән булһа кәрәк. Бында – бер үк доғаны күп мәртәбәләр ҡабатлау.
5 Хәтем – тамамлау. ”Ҡөрьән”де уҡып сығыу.
7 Тәғәт ҡылыу – хушбуйланыу, еҫле май һөртөү. Бында – ураҙаны байрамса ҡабул итеү.
8 Кәүсәр һыуы – баллы, шәрбәт һыу. Информант әйтеүенсә, “теге донъялағы иң тәмле һыу”.