Бөтә яңылыҡтар

Ҡумыҙ сыңы яңғыраһын!..

Мәсетле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләп килгән Ҡумыҙ залы – төбәк халҡының ғына түгел, ҡунаҡтарҙың, район биләмәһендәге шифаханаларҙа ял итеүселәрҙең яратып йөрөгән урыны. Ул 2010 йылда данлыҡлы ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновтың башланғысы менән булдырылған һәм республикала әлеге йүнәлештәге берҙән-бер музей һанала.

Мәсетле районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында эшләп килгән Ҡумыҙ залы – төбәк халҡының ғына түгел, ҡунаҡтарҙың, район биләмәһендәге шифаханаларҙа ял итеүселәрҙең яратып йөрөгән урыны. Ул 2010 йылда данлыҡлы ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновтың башланғысы менән булдырылған һәм республикала әлеге йүнәлештәге берҙән-бер музей һанала.


Роберт Абдрахман улы яҡташ­тарына баһалап бөткөһөҙ ҡиммәтле бүләк эшләгән – үҙенең үҙенсәлекле ҡумыҙ коллекцияһын тапшырған. Шуның нигеҙендә тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ҡумыҙ залы барлыҡҡа килгән, бөгөн уны Ҡумыҙ музейы тип йөрөтәләр. Бында 300-ҙән ашыу ҡомартҡы, Ер шары­ның 30 иленән 70-тән ашыу төрҙәге ҡумыҙ, фәнни әҙәбиәт, фотолар, ҡумыҙ моңо яҙылған аудио һәм видеокассеталар, дисктар тупланған.


Музейҙа бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәт­тәргә юлығырға мөмкин. Мәҫәлән, ҡасандыр юғалыуға дусар булып, Мәсетле ерендә яңынан тергеҙелгән ағас ҡумыҙҙың тарихы бик үҙенсә­лекле. 1985 йылда Ғүмәр ауылында йәшәгән Ҡафия Ғариповала ағас ҡумыҙ һаҡланыуы билдәле була. Ҡафия Ғариф ҡыҙы уйнап ҡына ҡалмай, боронғо музыка ҡоралын эшләү серҙәрен дә белгән булып сыға. Ул уны саған ағасынан ҡәҙимге бысаҡ ярҙамында эшләп күрһәтә. Артабан күләгәле урында киптереп, башта ҡаҙ майы, һуңынан иретелгән һыйыр майын һеңдергәнсе һөртә һәм бик үҙенсәлекле моң тыуҙырған инструмент барлыҡҡа килә. Үкенескә ҡаршы, бөгөн Ҡафия инәй беҙҙең арала юҡ, әммә ул өйрәтеп ҡалдыр­ған ағас ҡумыҙ йәшәй. Хәҙерге көндә бындай ҡумыҙҙа бик күп оҫталар, хатта тотош ансамблдәр уйнай.


Музей директоры Нәзирә Әхкә­мова халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралын тағы ла киңерәк танытыу, уның юғалған төрҙәрен тергеҙеү һәм һаҡлау, бай мираҫыбыҙҙы йәш быуынға тапшырыу йәһәтенән ҙур эш алып бара. Бында даими рәүештә асыҡ дәрестәр үтә, унда район мәктәптәре уҡыусылары, балалар шифаханаһында ял иткән кескәйҙәр саҡырыла. Был изге эште тормошҡа ашырыуҙа урындағы балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары Мәснәүи Ғәйнетдинов, Рәғиҙә Сәхәүетдинова һәм Илдус Муфтахов ихлас ярҙам итә.


2017 йылда Ҡумыҙ музейы Баш­ҡортостан Башлығының 90 мең һумлыҡ грантын яулаған. Район хакимиәте тарафынан өҫтәп 442 мең һум аҡса ла бүленгәс, ҙур реконструкция эштәре башҡарылған. Залды республиканың Милли музейы рәссамдары тулыһынса үҙгәр­теп ҡорған, уға өр-яңы төҫ биргән.


Мәсетле районында 2007 йылдан ойошторолоп килгән Халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында ҡатнашыусылар ҙа мотлаҡ әлеге музейҙы күрмәй китмәй. Мәртәбәле сара ҡунаҡтарына бай йөкмәткеле экскурсия әҙерләнә, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Быйыл­ғы конкурс Рәсәй Президенты грантына уҙғарыла: “Әй ауазы” тип аталған ҡумыҙ фестиваленә 500 мең һумға яҡын аҡса бүленгән.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Читайте нас: