Бөтә яңылыҡтар

“Умырзая”ның үҙ моңо бар

Байым ағинәйҙәре ауыл тормошона ҡот өҫтәй.

Байым ағинәйҙәре ауыл тормошона ҡот өҫтәй.


Баймаҡ районының Байым ауылы тәбиғәттең хозур мөйөшөндә – аҡ ҡайынлы урмандар ҡуйынында урынлашҡан. Был төбәктә эшһөйәр, берҙәм халыҡ йәшәй, күптәр ағас эше менән булыша, кәртә тултырып мал аҫрай. Ауылға билдәле дин әһеле, заманының уҡымышлы шәхесе Байым ишан Динебәков нигеҙ һалған. Бынан 16 йыл элек данлыҡлы ишандың тыуыуына 270 йыл тулыу уңайынан шаулап-гөрләп шәжәрә байрамы уҙған. Сараны ойоштороу, ҡунаҡтарҙы ҡаршылау һәм башҡа эштәргә ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро йәлеп ителгән. Шул составтан “Умырзая” тип аталған бик матур фольклор ансамбле тупланған.



Бөгөн “Умырзая” – ауылда ғына түгел, күрше-тирәлә, район кимәлендә билдәле коллектив. Ансамблгә берләш­кән ағинәйҙәр буш ваҡытын һәр йәһәттән файҙалы уҙғара: беренсенән, яңы йыр-бейеүҙәр, фольклор өлгөлә­рен өйрәнеп, тергеҙеп, уларҙы халыҡ иғтибарына сығара, икенсенән, репетиция яһап арып китһәләр, ҡул эшенә тотоналар. Һәр береһе сынъяһау итеп үҙенә милли кейем тегеп кейгән.


Ансамблдең етәксеһе кем буласаҡ, тигән һорау бөтөнләй тыумаған, сөнки бейеүҙәр һалыу, таҡмаҡтар сығарыу, йырҙар һайлау, уларҙы өйрәтеү йәһәтенән Таңһылыу Вәлиеванан да оҫтараҡ кеше юҡ. Үҙе оҫта баянсы, гармунсы, моңло тауышлы йырсы, бейеүсе. Бейеүгә маһирлығы уға атаһы Әхмәтхан Ҡарасуриндан күскән. Ул, 16 йәше менән барған оҙон буйлы һылыу егет, Бөйөк Ватан һуғышынан алда ярты йыл Фәйзи Ғәскәровтың бейеү ансамблендә лә эшләп алған.


Таңһылыу апай – оҫта ойоштороу­сы. Ишей мәктәбендә, Сибай педагогия училищеһында уҡығанда староста йөгөн тартыу, Байым мәктәбендә 37 йыл уҡытыусы булып эшләгән осоронда профком етәксеһе, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыу, агитатор, ауыл советы депутаты итеп һайланыу уға халыҡ менән эшләүҙә бай тәжрибә тупларға ярҙам иткән. Хаҡлы ялға сығыу менән йәмәғәт эштәренә тағы ихласыраҡ егелә Таңһылыу Әхмәтхан ҡыҙы. Бөгөн ул – урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр ҡоро рәйесе һәм “Умырзая” фольклор ансамбленең художество етәксеһе.


Таңһылыу Вәлиеваны күптәр ҡәләм оҫтаһы булараҡ та белә. Уның тос фекерле шиғырҙары, халыҡсан телле хикәйәләре әленән-әле урындағы мат­буғатта ла, республика баҫмаларында ла баҫылып тора. Күптән инде хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Таңһылыу апай интернет селтәрен дә бик яҡшы үҙләштергән, ижадын яратыусыларҙы яңы әҫәрҙәре менән иң тәүҙә сәхифәһе аша таныштыра, шулай уҡ “Байым ауылы” тип аталған төркөмдөң эшмәкәрлеген дә йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы итеп алып бара.


Ансамблдең тағы ла бер йөҙөк ҡашы Зөлфиә Рахманғолова Түбә ҡасаба­һында тыуған. Бик иртә атайһыҙ ҡалып, Сибай педагогия училищеһын тамам­ла­ғандан һуң тәүге йыл эшләп йөрө­гә­нендә әсәһе Миңниса ла ауырып донъя ҡуя. Зөлфиәгә Зөфәр һәм Юлай ҡустыларын аяҡҡа баҫтырыу бурысы өҫтәлә. Бәхетенә күрә, ире – Байым ауылы егете Мирхәт Рахманғолов изге күңелле кеше була, хәләленең туғандарын үҙенекеләй ҡабул итә. Баймаҡ районының Байым ауылына килен булып төшкән Зөлфиә 36 йыл ғүмерен башланғыс класс уҡытыусыһы һөнәренә бағышлаған, фиҙакәр хеҙмәте менән ихтирам һәм абруй ҡаҙанған.


Хәҙерге ваҡытта Зөлфиә Заһретдин ҡыҙы, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫ­тан, ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй: “Умырзая” фольклор ансамбленең йырсыһы, нәфис һүҙ оҫтаһы. Зөлфиә апайҙың ҡулынан теген, бәйләм энәләре, ырғаҡ төшмәй. Ул бәйләгән япмалар, шәлдәр, түбә­тәй­ҙәр һоҡланып туймаҫлыҡ, бүләк итергә лә, төрлө күргәҙмәләргә ҡуйыуға ла етә.


Рахманғоловтарҙың тырыш ғаиләһе ауылда иң күп мал аҫраусы, ҡош-ҡорт үҫтереүсе булараҡ та билдәле. Ҡышҡылыҡҡа мул итеп һөт ризыҡтары, ҡайнатмалар, салаттар һәм башҡа төрлө запас әҙерләгән Зөлфиә Заһретдин ҡыҙы – ауылдың ысын ағинәйе. Һәр кемгә йылы һүҙе, йомош менән килеп ингән кешегә өҫтәл тулы ризығы етә. Зөлфиә апай тағы ла бер матур шөғөлдө үҙләштергән: бәйләм ептәренән эшләгән алмиҙеүҙәре күҙҙең яуын алырлыҡ. Был оҫталығын әхирәттәре, мәктәптә уҡыған ҡыҙҙар менән дә ихлас бүлешә ул.


Гөлшат Хисаметдинова иһә Байым ауылына килен булып төшкән. Ире иртә вафат булып ҡалғас, ул дүрт балаһын да буй еткереп, эйәле-башлы иткән. Урындағы балалар баҡсаһында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Гөлшат апайҙың ҡулынан килмәгән һөнәре юҡ, үҙе моңло тауышлы йырсы ла.


Рәсимә Әлмөхәмәтова-Хәлитова оҙаҡ йылдар Икенсе Этҡол ауыл советында эшләй. Олоғайған ата-әсәһен ҡарау өсөн ире менән Байымға күсенгән. Ире Урал вафат булғас, Рәсимә апай өс улын бер үҙе үҫтергән, эшһөйәр, ярҙамсыл, кеселекле итеп тәрбиәләгән. Рәсимә Зәки ҡыҙы – иманлы, матур күңелле ҡатын.


Мансура Йылҡыбаева – Буранбай ауылы ҡыҙы. Эшкә уңған, тырыш ғаилә кәртә тултырып мал-тыуар аҫрай. Мансура апай һыйырҙарының ағын аш итеп, ниндәй генә һөт ризыҡтары әҙерләмәй! Баҡсаһында йәшелсә-емеше уңа, ишек алдын тултырып ҡош-ҡорт көтә.


Ғәлиә апай Тайбугина – ысын мәғәнәһендә балалары менән ғорур­ланырлыҡ әсә. Улар уҡыу алдынғы­лары була, биш балаһының икәүһе мәктәпте миҙалға тамамлай. Ғәлиә апай – ағинәйҙәр ҡороноң иң әүҙем ағзаһы, донъяһын да гөл итеп көтә.

Гәүһәр Исмәғилева йыр-бейеүгә маһир. Уңған хужабикә сәскә үҫтерергә ярата, йорто, баҡсаһы, ихатаһы ҡыйып баҡҡыһыҙ. Аш-һыуға шәп, бешеренергә ярата, ҡул эштәре менән күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.


Рәшиҙә Мөхәмәтйәнова Буранбай ауылынан килен булып төшкән, хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләгән. Баҫалҡы, уңған, кеселекле, кешелекле ҡатын. Йорт-донъяһы өлгөлө тәртиптә.


Зөлфиә, Таңһылыу, Рәсимә, Мансура, Ғәлиә апайҙар – Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре балалары. Шуға ла улар тыныс, матур тормош ҡәҙерен айырыуса ныҡ аңлап, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Ағинәйҙәр ҡороноң әүҙем ағзалары – сәйлән оҫтаһы Венера Байымова, социаль хеҙмәткәр Рәйлә Ғәлина, Миңзәйрә Абдрахманова, Зилә Ғәлина тураһында ла тик маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин.


Бөгөн Байым ағинәйҙәре, ауылдың ҡото, визит картаһы булған “Умырзая” ансамбле ағзалары бер төптән 13 июлдә үтәсәк “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамына ҙур әҙерлек эштәре алып бара. Уларға был изге башланғыстарында ла уңыш юлдаш булһын!


Баймаҡ районы.
Читайте нас: