Район мәҙәниәт һарайында өс тиҫтә йылдан ашыу эшләп килгән “Ҡабырсаҡ” халыҡ фольклор ансамблен төбәктең йөҙөк ҡашы, “визит картаһы” тип әйтһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова етәкселек иткән коллективты районда ғына түгел, республикала, хатта унан ситтә лә яҡшы беләләр.
Әлеге ваҡытта Мәсетле һөнәрмәндәре Мәскәү сәхнәһендә сығыш яһау өсөн әүҙем әҙерлек алып бара. 12 июндә билдәләнгән Рәсәй көнө уңайынан ҡуйыласаҡ ҙур концертҡа республикабыҙҙан тап “Ҡабырсаҡ” ансамбленең һайланыуы ла, әлбиттә, юҡҡа түгел. Уларҙың сығышы Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында уҙған “Фолк-Тайм” республика фольклор сәнғәте конкурсында, “Мәҙәниәттәр берҙәмлеге – Сәнғәттәр берҙәмлеге – Рәсәй берҙәмлеге” Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсының Екатеринбург ҡалаһында үткән һайлап алыу турында юғары баһаға лайыҡ булған. Әле “Ҡабырсаҡ”тың 17 үҙешмәкәр артисы үрҙә телгә алып үтелгән сараның Мәскәүҙә уҙасаҡ Гала-концертына йыйына.
Бейеүле, йырлы, йор һүҙле коллектив яулаған ҡаҙаныштарҙың барыһын да яҙа башлаһаҡ, гәзит бите етмәҫ. Улар Мәскәү, Киров, Ҡазан, Чебоксар, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларында уҙған Рәсәй фольклор конкурстары еңеүсеһе булып танылған.
Әлбиттә, һәр ижади коллективтың уңыш-ҡаҙаныштары уның етәксеһенең фиҙакәр хеҙмәтенә, тырышлығына бәйле. Йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫкән Рәсимә апай, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлағас, тыуған яғына ҡайтып, ең һыҙғанып эшкә тотона. Атаһы Йыһангир менән әсәһе Хафиза йор һүҙле, мәрәкәсел таҡмаҡсылар була. Был һәләт ҡыҙҙарына ла бирелгән, ансамбль репертуарындағы бейеүҙәр ваҡытында яңғыраған дәртле таҡмаҡтар – барыһы ла Рәсимә Әхмәтйәнованың ижад емештәре. Ғөмүмән, күп яҡлы талант эйәһе ул: йырҙар, шиғырҙар, төрлө сараларға сценарийҙар яҙа, халыҡ йолалары тураһында мәғлүмәттәр, әкиәт-риүәйәттәр йыя, район кимәлендәге байрамдарҙың режиссер-ҡуйыусыһы булып сығыш яһай.
1976 йылда райондың мәҙәниәт йортонда эш башлау менән Рәсимә Йыһангир ҡыҙы “Әй” тип аталған ансамбль ойоштороп ебәрә. Ул әле лә эшләп килә, “халыҡ” исемен йөрөтә. 1988 йылда “Ҡабырсаҡ” ансамбленә нигеҙ һала. Был ижади коллективтың райондың мәҙәниәт тормошонда ниндәй урын тотоуын бер аҙ һөйләп үттек. Ғөмүмән, йырлы-моңло төркөмгә берләшкән талантлы апайҙарҙың, башҡарған эшенә мөкиббән бирелгән Рәсимә Әхмәтйәнованың халыҡ ижады өлгөләрен, ҡабатланмаҫ рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлау йәһәтенән башҡарған ҙур хеҙмәтенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Онотолоп барған фольклор йолаларын тергеҙһендәрме, төбәк халҡына хас бейеүҙәрҙе яңыртһындармы, районда уҙған сараларҙың уртаһында гөрләһендәрме – барыһына ла өлгөрә “ҡабырсаҡ”тар.
Тынғыһыҙ, ижадкәр, башҡарған эше менән ҡәнәғәтләнеп ҡала белмәгән Рәсимә Йыһангир ҡыҙы 2011 йылда, район хакимиәтендә эшләгән ҡыҙҙарҙың теләген иҫәпкә алып, “Аҡ тирәк” тип аталған яңы ансамбль ойоштора. Тиҙ арала был коллектив та билдәлелек яулай.
Рәсимә Йыһангир ҡыҙының бейеүселәре “Байыҡ” республика телевизион бейеү конкурсында өс Гран-при яулауға өлгәшкән. Быйылғы бәйгелә элекке йылдарҙың еңеүселәренә сығыш яһау мөмкинлеге бирелгәс, “ҡабырсаҡ”тар ҙа, “аҡ тирәк”тәр ҙә тағы үҙ бәхетен һынап ҡараған. Ансамблдәргә һәр турҙа уңышлы сығыш яһап, еңеүселәр рәтендә булырға яҙһын.
“Байыҡ” телевизион конкурсы ойошторолоп килгән 12 йыл ваҡыт эсендә Рәсимә Йыһангир ҡыҙы 24 яңы бейеү ҡуйған. Ә инде эшмәкәрлеге барышында һалған бейеүҙәренең, йырлы-моңло композицияларының иҫәбен үҙе лә белмәй. Ғөмүмән, Әхмәтйәновтар ғаиләһен төбәктең мәҙәниәт тормошона йән өрөүсе талантлы, татыу ғаилә булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр Мәсетлелә. Рәсимә ханымдың ире Хәнифйән Мәүли улы район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә етәкселек итә. Матур ғаиләлә Азамат исемле ул менән Юлиә исемле ҡыҙ буй еткергән, улар икеһе лә тормошта үҙ ишен табып, гөрләтеп донъя көтә, балалар үҫтерә. Юлиә әсәһенең юлын дауам итә – Өфөлә “Ете ҡыҙ” шәхси бейеү мәктәбен булдырған.
“Ҡабырсаҡ”, “Аҡ тирәк” ансамблдәрендә шөғөлләнгән ҡатын-ҡыҙҙар “етәксебеҙҙән уңдыҡ” тип ҡыуанһа, Рәсимә Йыһангир ҡыҙы уларҙың үҙҙәренә рәхмәтле.
– Эштәре ни тиклем мәшәҡәтле, башҡарған вазифалары яуаплы булыуға ҡарамаҫтан, репетицияларға дәррәү йөрөгән, бейеү донъяһына тоғролоҡ һаҡлап йәшәгән, күңеле матурлыҡҡа ынтылған яҡташтарыма һоҡланам. Улар шулай тырыш, берҙәм, дәртле булғанға ла уңыштарыбыҙ тос, – ти етәксе.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы