Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт китаптары – Мәскәүҙә

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә баш ҡаланың иң танылған урынында – “Ҡыҙыл майҙан”да ҙур китап фестивале асылды. Ул бер нисә көн дауам итәсәк. Сара сиктәрендә З. Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошманың презентацияһы үтте.

Күргәҙмәлә Рәсәйҙең алдынғы нәшриәттәре ҡатнаша, нәшер иткән китаптарын тәҡдим итә. Презентацияға килгәндә, унда рәсми ҡунаҡтар менән бер рәттән, Зәйнәб Биишеваның улы Тельман Әминев, баш ҡалала йәшәгән яҡташтарыбыҙ, Башҡортостандан берған бер төркөм яҙыусылар ҙа булды. Заман мөмкинлектәре ни тиклем алға китмәһен, китап төп рухи сығанаҡтарҙың береһе булып ҡала – ошо хәҡиҡәтте барыһы ла телгә алып үтте. Сараны дәртле сығыштары менән Мәскәү ҡалаһының “Илһам” башҡорт халыҡ театры биҙәне.

Фото kitap-ufa.ru сайтынан.
Читайте нас: