Батырлыҡ ул – рухи матурлыҡ. Халҡыбыҙ кеше күңеленең күркәмлеген, ихтыяр көсөн юғары баһалаған. Батырҙарҙың ҡылған изге эштәре, данлы исеме әкиәттәргә күскән, йырҙарҙа йырланған. Улар алдында элекке осор кешеләре генә түгел, хәҙерге быуын да баш эйә.
Эйе, борон-борондан башҡорт ере батырҙары менән дан тотҡан. Урал, Салауат, Ҡараһаҡал, Ҡаһым түрә, Кинйә, Алдар, Аҡай, Шәғәле Шаҡман, Миңлеғәли Шайморатов... Был исемлекте оҙаҡ дауам итергә була. Көс-ҡеүәте ташып торған киң күкрәкле, үткер ҡарашлы, изге һәм йомшаҡ күңелле, ғәжәйеп көскә эйә ир-заттары тип күҙ алдына килтерәм уларҙы. Гел ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө эҙләгән шәхестәр. Уларҙың яҙмышы һәм ҡылған батырлыҡтары төрлө булһа ла, төп маҡсаттары бер – халыҡҡа ярҙам итеү, уны бәләләрҙән ҡотҡарыу, тыныслыҡ өсөн көрәшеү.
Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙәрҙе уҡып, күпмелер дәрәжәлә яуҙың ни икәнлегенә төшөндөм. Әммә уның ябай халыҡҡа ни тиклем ҡайғы-хәсрәт, яфа, ауырлыҡтар алып килгәнлеген, минеңсә, һуғыштан һуңғы осорҙо яҡтыртҡан, был осорҙа йәшәүселәрҙең тормошон һүрәтләп биргән әҫәрҙәр ярҙам итә.
Шундай әҫәрҙәрҙең береһе – Динис Бүләковтың “Яралы китап” хикәйәһе.
Яҙыусы, журналист йәмле Нөгөш йылғаһы буйында урынлашҡан Мәләүез районының Арыҫлан ауылында тыуып үҫкән. Ул – күп кенә хикәйә, повесть, романдар авторы. Иң тәүге һәм аҙаҡҡы әҫәрҙәре беҙгә, балаларға, арналған. Бөтә ижады менән күңелдәрҙә матурлыҡҡа һоҡлана белеү осҡонон ҡабыҙырға, изгелектең ҡасан да булһа еңәсәгенә ышандырырға тырышҡан яҙыусыларҙың береһе ул. Динис Бүләков тураһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев: “Ул ҡанатлы кешеләр хаҡында, көслө, ҡыйыу һәм матур кешеләр тураһында яҙырға яратыр ине”, — тигән.
Хикәйәлә Йәтимәк ауылы халҡы тураһында һүҙ бара. Унда һуғышҡа тиклем ни бары утыҙ биш өй булған. Ауыл бөтөүгә барғанға күрә, етемлеккә ишара яһап, уны Йәтимәк тип атағандар. Бында халыҡ башлыса һунарсылыҡ менән көн күргән. Ил алдында ауыр һынау көндәре килеп еткәс, ауыл халҡы дәррәү күтәрелгән, 34 ир-егетте яуға оҙатҡан.
Утыҙ бишенсе йорттоң хужаһы Илғужа ағай һуғышҡа тиклем һунарҙа яраланып ҡайтып донъя ҡуйған була. Уның сәмсел ғаиләһе ил иңенә ишелгән аяуһыҙ һынауҙан ситтә ҡалғыһы килмәй. Ике балалы тол ҡатын, уҡытыусы, ҡәйнәһенең ризалығын алып, фронтҡа китә, ут һыҙығына баҫа. Көслө рухлы, ҡурҡыу белмәҫ, батыр йөрәкле, илһөйәр, тура һүҙле Фәғилә апай яу ҡырында ҡыйыу санитарка була. Иң ҡаты яуҙарҙа ла ҡурҡып ҡалмай, бик күп совет яугирен һуғыш яланынан алып сыға башҡорт ҡатыны. Улар, яңынан сафҡа баҫып, аҙаҡ әллә күпме ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Шулай булғас, Фәғилә апай – ысын мәғәнәһендә ҡаһарман! Тик бер фашист пуляһы ғүмерен өҙә… Уның ҡарауы, ҡатын командирҙы ҡотҡара. Ғүмерен өҙгән пуля һәр саҡ янында йөрөткән китапты ла “яралай”. Эйе, сумкалағы “Ҡорос нисек сыныҡты?” китабы ла тишкеләнгән, яраланған була. Мәктәп музейында урын аласаҡ был китап – яугир башҡорт ҡатынының ейәне, уҡыусы Әсләм өсөн ғорурланырлыҡ рухи таяныс ҡына түгел, ә быуындар бәйләнешен нығытыр изге ҡомартҡы ла. Шуға ла малайға яуҙа һынатмаған Фәғилә өләсәһенең тауышы ишетелгәндәй: “Кешегә ғүмер бер генә бирелә…”
Башҡорт ҡатынының батырлығы тураһында уҡығанда, минең күҙемә лә йәштәр килде. Эйе, кешегә ғүмер бер генә бирелә. Һәм һәр кем уны лайыҡлы үтергә тейеш. Илеңә, халҡыңа хеҙмәт итһәң, изге эштәр башҡарһаң, ғүмерең бушҡа үтмәйәсәк. Фәғилә апай ғүмерен халҡы өсөн биргән. Уны хаҡлы рәүештә батыр тип әйтергә була.
“Ауылымдың аҡ өйҙәре” хикәйәһендә ваҡиға Ташморон ауылы халҡына бәйле. Яҙ-йәй еттеме, был ауылда бөтә өйҙәрҙе тыш яҡтан ағарталар. Йыл һайын күмәкләп һөйләшәләр ҙә, йәшникле арба егеп, ауылдан утыҙ саҡрым ятҡан Алатауға аҡ балсыҡҡа китәләр. Муйылдар сәскә атҡан кеүек, Ташморондоң өйҙәре лә ялтлап киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш касафаты был ауылда ла үҙенең эҙен ҡалдыра. Ауыр йылдарҙа кемдәргәлер тормошта тигеҙ юлдар эләгә, кемдер тау-таштарҙы, юлына арҡыры төшкән шырлыҡтарҙы йырып атлай. Тормоштоң йәмен шунан таба улар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына шул һуҡмаҡтарҙа аҙашып китеүселәр ҙә осрап ҡуя. Ундайҙар, аҙаҡ дөрөҫ юлға сыҡһа ла, үткәндәре менән йәшәй. Хәтирәләрҙән йыуаныс, кинәнес табалар. Ғәйзулла ағай – фронттан аяғын өҙҙөрөп ҡайтҡан кеше. Һуғыштың тәүге көндәренән алып санитар булып хеҙмәт итә. Аяҡһыҙ ҡалғас, ауыр контузия ла алғас, төшөнкөлөккә бирелә. Тол ҡалған (ире Кирәмәт ағай фронтта һәләк була) Мәхмүзә апай менән тормошон бәйләгәс кенә ул үҙен үҙе ҡулға ала һәм һәйбәт тормош көтә башлай. ”Йәшәү кешегә бер генә бирелә. Шуға кешесә йәшәп ҡалырға кәрәк”, – тип әйтә Ғәйзулла ағай ҙа.
“Ауылымдың аҡ өйҙәре”ндәге аҡ балсыҡ та тормошто паклап, рухи камиллыҡҡа саҡырып торғандай... Ике хикәйәнең дә төп геройҙары – бөгөнгө тормошто төҙөгән көслө рухлы, матур кешеләр. Эйе, илебеҙҙе дошман алғанда бер кем дә ҡул ҡаушырып ултырмаған. Бәләкәйе лә, олоһо ла, ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа яуға киткән һәм, дошманды ҡыйратып, илебеҙҙе ҡотҡарған. Беҙ уларҙы бер ҡасан да оноторға тейеш түгел. Үҙҙәре үлһә лә, исемдәре халыҡ хәтерендә мәңге йәшәргә тейеш. Ә яуҙа йөрөп иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандарының, бөгөн беҙҙең арала булғандарының ҡәҙерен белеп, ярҙам итеп торорға кәрәк.
Динис Бүләковтың ижад юлы ҡыҫҡа булһа ла, ул бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы, әҫәрҙәрендә онотолмаҫлыҡ образдар тыуҙырҙы. Беҙ, уҡыусылар, уның яҙғандарын һәр саҡ яратып уҡыясаҡбыҙ.