Бөтә яңылыҡтар

Һөтайҙа, йөҙ йыл элек

Йылдың иң матур, шау сәскә миҙгеле үтеп тә бара. Алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡан күсәр ҡоштар оя үреп, йомортҡа һалып, уларҙы баҫып, бала сығарып та өлгөрҙө. Ҡош-ҡорт, ысындан да, өлгөрөм йән эйәләре. Бына баҫыуҙарға үткән йыл көҙ, быйыл яҙ сәселгән орлоҡтар аш булып өлгөрә алырмы? Йәшерен-батырыны юҡ, хәл тәбиғәт көйһөҙлөктәре арҡаһында ҡатмарланып китте. Мәғлүмәтлебеҙ, белемлебеҙ, ҡоралланғанбыҙ, тип мыйыҡ тырпайтһаҡ та, Юғары көстәрҙән мәртәбәлерәк була алмаясаҡбыҙ.

Рәсәй. Июнь. Ваҡиғалар


Йылдың иң матур, шау сәскә миҙгеле үтеп тә бара. Алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡан күсәр ҡоштар оя үреп, йомортҡа һалып, уларҙы баҫып, бала сығарып та өлгөрҙө. Ҡош-ҡорт, ысындан да, өлгөрөм йән эйәләре. Бына баҫыуҙарға үткән йыл көҙ, быйыл яҙ сәселгән орлоҡтар аш булып өлгөрә алырмы? Йәшерен-батырыны юҡ, хәл тәбиғәт көйһөҙлөктәре арҡаһында ҡатмарланып китте. Мәғлүмәтлебеҙ, белемлебеҙ, ҡоралланғанбыҙ, тип мыйыҡ тырпайтһаҡ та, Юғары көстәрҙән мәртәбәлерәк була алмаясаҡбыҙ.


Йөҙ йыл әүәл дә тере йәндәр үҙ хәстәрҙәре менән, тәбиғәт тә үҙ тормошо менән йәшәгәндер. Көнкүреш, ижтимағи мөхит тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Тарихтан мәғлүм булыуынса, Рәсәйҙең көньяғында граждандар һуғышында Нестор Махно етәкселегендә үҙәктән һәм юғарынан һис бер влас­ты танымаған анархистар хәрәкәте ҡыҙыл­дарҙың да, аҡтарҙың да зитына тейә, был анархист үҙенең сәйәсәте менән совет республикаһына айырыуса ҙур бәләләр килтерә. Ниһайәт, уның етәкселәренең сабырлығы юйылып, Антон Деникин ғәскәрҙәренең көньяҡтан һөжүм итеүе шарттарында Реввоенсовет рәйесе Лев Троцкий холоҡһоҙ союздаш Н.И. Махноның башына етергә ҡарар итә һәм махновщинаны — ихтилали армияны, уның менән бәйле крәҫтиәндәр башбаштаҡлығын ҡороторға бойора. Тик бынан аҙаҡ та анархистар тәүҙә — ҡыҙылдар, артабан аҡтар тылында партизанлыҡ ҡылыуын ташламай.
Шулай ҙа июнь баштарындағы айырыуса фажиғәле мәл Фин ҡултығының көнсығыш ярында урынлашҡан “Красная Горка”, “Серая лошадь” һәм “Обручев” форттарында ҡапыл ғына ҡабынған фетнә булған. Тәүге ике фортта 350 коммунист һәм улар яҡлылар ҡулға алына, Кронштад, форт етәкселәре атыла, инглиз эскадраһы командующийына “Красная Горка” уның ҡарамағында тип радио аша хәбәр ителә.
Хәлдәрҙең былай ҡуйырып китеүе Петроградҡа генерал Николай Юденичтың һөжүме көсәйеү менән тап килгән. Мәсьәлә хәүефле төҫ алғас, боланы баҫыу өсөн махсус ғәскәри төркөм ойошторола. Ул Балтфлот караптарының ярҙамы менән 15 июндә һөжүмгә күсә һәм ун алтыһына ҡараған төндә форттар алына.
Быға тәфсирләп туҡталыуымдың сәбәбе шунда: ошо йылдың яҙғы-йәйге айҙарында башҡорт ғәскәрҙәре Петроградты һаҡлауҙа ҡатнаша һәм әлеге фетнәне баҫыуға беренсе кавалерия дивизионының сәйәси комиссары Шәһит Хо­ҙай­бирҙин да йәлеп ителә. Форттарға һөжүм мәлендә һуғышсыларға һыу баҫҡан урында оҙаҡ ҡына ятырға тура килә, һәм был Хоҙайбирҙиндың бөйө­рөнә зарар килеүгә сәбәпсе була. Фетнә форттар­ҙың исеме аҙаҡ үҙгәртелә, 1921 йылда Шәһит Әх­мәт улы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләк­ләнә, әммә ул егерме һигеҙ йәшендә генә донъя ҡуя.
Шундай хәл. Республика үҙ тормошо менән йәшәүен дауам итә. 14 июндә меньшевиктар һәм эсер фирҡәләре вәкилдәре Бөтә Рәсәй Үҙәк башҡарма комитеты составынан сығарыла. Совет власы артабан бер генә фирҡәлегә әйләнә. 20 июндә ВЦИК-тың декреты менән ВЧК-ға “бандитлыҡ һәм бандитлыҡҡа булышлыҡ иткән өсөн” хөкөмһөҙ-ниһеҙ атыу хоҡуғы бирелә.
Биш көн үтеүгә ВЦИК һәм Халыҡ комиссарҙары советы Мәскәү менән Петроградта хеҙмәт кенәгәләре индереү тураһында декрет сығара. Ошоноң менән ике баш ҡаланың 16 йәшкә еткән һәр кеме, “етештереүсәнле хеҙмәт”тә ҡатнашыуын раҫлау өсөн, кенәгәгә эйә булырға тейеш тип тәҡрарлана. “Правда” гәзите: “Хеҙмәт кенәгәләре һәр шәхестең ысын һөнәри йөҙөн асыҡлау мөм­кинлеген бирә”, – тип яҙған. РСФСР биләмә­ләрен­дә улар шәхестең кем икәнлеген нарыҡлаусы, аҙыҡ-түлек карточкалары алыу хоҡуғын биреүсе документ булып хеҙмәт иткән. Шулай икән, хеҙмәт кенәгәһе менән, эшкә һәләтлелегеңде юғалтҡанда, эшһеҙ ҡалғанда социаль тәьминәткә лә хоҡуҡ алаһың.

Ел-дауылдар аша көндәр үтә тора. Июль башында “Бөтәбеҙ ҙә Деникинға ҡаршы көрәшкә күтәреләйек!” тигән саҡырыу яңғырай. Тиктомалға түгел, ләкин был турала һүҙ — алдағы айҙа.
Читайте нас: