Башҡортостан
-3 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
7 Июнь 2019, 15:09
Рухи байлыҡ өлгөләре йәшәйәсәк
Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә республиканың 100 йыллыҡ оло юбилейына арналған байрам тантанаһында боронғо кәсептәрҙе тергеҙгән оҫталар, биҙәүестәр яһау менән мауыҡҡан ағинәйҙәр менән танышырға яҙҙы. Күргәҙмәлә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен ҡыҙыҡһынып, һоҡланып ҡарап йөрөгән халыҡ бынан китергә ашыҡманы.
Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә республиканың 100 йыллыҡ оло юбилейына арналған байрам тантанаһында боронғо кәсептәрҙе тергеҙгән оҫталар, биҙәүестәр яһау менән мауыҡҡан ағинәйҙәр менән танышырға яҙҙы. Күргәҙмәлә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен ҡыҙыҡһынып, һоҡланып ҡарап йөрөгән халыҡ бынан китергә ашыҡманы.
— Күңел йыуанысыма әүерелде был шөғөл, — ти Иҫке Йәнбәк ауылында йәшәгән Йәмилә Рамаҙанова. — Егермеләп кенә йорто булған ауылда донъя көтәбеҙ. Элек баш ҡалала йәшәһәм дә, ошо тыныс төбәкте үҙ итеүемә бик ҡәнәғәтмен. Өс йыл элек, мауығып китеп, һүрәт төшөрә башланым. Бөгөнгө күргәҙмәлә лә бер нисәүһе ҡуйылған.
Бәләкәй ауылда эш юҡ, үҙ хужалығыбыҙ менән йәшәйбеҙ. Улдарыбыҙ үҫеп, егет ҡорона инеп килә. Ҡул эштәре менән шөғөлләнеү өсөн форсат тыуып ҡына тора. Бәләкәйҙән һыбай йөрөргә күнеккәс, ат образы күңелемә яҡын, шуға күрә һүрәттәремдең күбеһе тап ошо малҡайға арналған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында биҙәү-ҡулланма сәнғәт һөйөүселәр конкурсында быйыл рәсем буйынса беренсе урынды яуланым. Милли биҙәүестәр серҙәрен дә үҙләштерә башланым, оҫталарҙан өйрәнәм.
Донъяла модалар үҙгәреп торһа ла, нескә зауыҡ, күңел һалып эшләнгән биҙәүестәр, милли кейемдәр һаман да ылыҡтырғыс, һаман да һоҡланғыс. Ошондай алтын ҡуллы ҡатын-ҡыҙ оҫталар барында милләтебеҙҙең рухи байлыҡ өлгөләре йәшәйәсәк, аҫыл ҡиммәттәре, һөнәрҙәре быуындан быуынға хеҙмәт итәсәк әле.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.