Әҙиптең 75 йыллығы уңайынан яңы китабы донъя күрҙе.
Динис Бүләковтың 1971 йылда донъя күргән тәүге китабы “Ҡояш ярсығы” тип атала. Хикәйәләр йыйынтығы ул. Миңә ҡалһа, беренсе китаптың нисек аталыуы ижадсының артабанғы үҫешенә лә йоғонто яһай, шул уҡ ваҡытта яҙыусының асылын да сағылдыра төҫлө.
Беҙ студент саҡта мәшһүр башҡорт прозаигы Динис Бүләковты күреп тә ҡалдыҡ әле. Ул бар булмышы менән ҡояш кеүек кеше ине. Унан һәр ваҡыт ниндәйҙер йылылыҡ бөркөлөп торҙо. Ә һылыулығы! Белмәйем, ир-егеттәр тураһында улай тип әйтеү килешәме икән, әммә ул, ысынлап та, бигерәк матур кеше булды. Йөҙ-ҡиәфәтен әйтеп тә тормайым: ҡарағай һымаҡ буй-һынлы, ҡарап торорлоҡ, милләт арҡа терәрлек ағай ине. Шуға ла ундай заттарҙың арабыҙҙан йәшләй китеүе һәр саҡ йәнде әрнетә. Күңел ишектәре асыҡ, ижадташтарына ярҙамсыл Динис Мөҙәрис улын замандаштары ла бик һағынып, яратып иҫкә ала.
Өфөләге З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала Динис Бүләковтың өр-яңы “Зәңгәр офоҡтар” китабының исем туйында яҙыусының ҡыҙҙары Ләйсән, Зөһрә һәм Миләүшә ҡатнашты. Улар башта яңы йыйынтыҡтың донъяға сығыу тарихы менән таныштырып китте. Китапҡа баш һүҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев яҙған, үҙе генә быны күрә алманы...
Аталарының юбилейына халыҡ араһында популяр, бигерәк тә балалар, үҫмерҙәр яратып уҡыған әҫәрҙәрен туплау менән бергә, уларҙың йөкмәткеһен сағылдырған һүрәттәр менән дә байытырға уйлайҙар. Әммә бының да үҙ хикмәте бар: рәсемдәрҙе балалар үҙҙәре эшләргә тейеш. Шулай итеп, яҙыусының ҡыҙҙары, Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһы етәкселеге менән бәйләнешкә инеп, мәктәп уҡыусылары араһында иң шәп һүрәткә конкурс иғлан итә.
Беҙ бала саҡта Динис Бүләков “Пионер” журналының баш мөхәррире ине. Иң тәүге шиғырым шул осорҙа, 1986 йылда, баҫылғанын яҡшы хәтерләйем. Шуға күрә балалар өсөн шәп әҫәрҙәр яҙған яҙыусының үҙенән һуң сыҡҡан китабында уҡыусыларҙың да ижад емештәре баҫылыуына Динис ағай ихлас ҡыуаныр ине, тип тулы ышаныс менән әйтә алам. Ҡыҙҙарының да тап атаһы, әсәһе юлын дауам итеп, ошондай баҫма сығарыуға өлгәшә алыуы һоҡланғыс!
Сарала Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, әҙиптең ижади ҡеүәтен билдәләп, ҡалдырған әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел, төрки донъяһының, Рәсәйҙең алтын фондына ингәнен әйтте. Төркиәнән килгән ҡунаҡ, фән докторы, тәржемәсе Нигяр Калкан да сығышында был һүҙҙәрҙе йәнә раҫлап ҡуйҙы:
— Төркиәлә Динис Бүләков ижадын беләләр, уҡыйҙар. Уның әҫәрҙәрендәге кешеләрҙең тәбиғәт күренештәре аша бирелгән кәйефе, күңел торошо ҡыҙыҡлы. Бынан бер нисә йыл элек тә Өфөлә булғанда уның әҫәрҙәрен тәржемә итеү хаҡында фекер алышҡайныҡ. Төркиәлә Динис Бүләковтың ике китабы донъя күрҙе. Бөгөн дә башҡорт дуҫтарым, уның ижадын үҙ итеүселәр менән осрашыуыма шатмын. Тел онотолмаған икән! – тине.
Эйе, Нигяр Калкан был сараға йыйылған халыҡҡа, балаларға фекерҙәрен башҡортса еткерҙе. Афарин, ете йыл эсендә тел онотолоуы ла ихтимал ине, әммә ул тиҙ арала яңынан барыһын иҫенә төшөрөп, беҙҙең менән башҡортса аралашты Телгә хөрмәтенә һоҡланып, беҙ уға башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшелдереген бүләк иттек!
Сарала филология фәндәре докторы, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов сығыш яһап, Динис Бүләков арабыҙҙан иртә китмәһә, әллә күпме ҙур әҫәрҙәр менән ҡыуандырыр ине, тигән үкенесен дә белдерҙе, шул уҡ ваҡытта ауыр йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзын һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергәнен билдәләне. Эйе, Динис Мөҙәрис улы — уҙған быуаттың тап үҙгәртеп ҡороу йылдарында, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә яҙыусылар ойошмалары юҡҡа сыҡҡан, йәштәргә иғтибар кәмегән осорҙа ижади мөхитте һаҡлап ҡалыу ғына түгел, нығытыуға ҙур өлөш индергән етәкселәрҙең береһе. Был хаҡта өлкән быуын яҙыусылары рәхмәт һүҙе менән телгә ала. Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ринат Камал да ҡәләмдәше рухына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова Динис Бүләковты юғары кимәлдәге, фекерле, башҡорт прозаһының мәртәбәһенә үҙ бәҫен өҫтәгән яҙыусыларҙың береһе тип атаны. Балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина сығышында әҙиптең балалар өсөн яҙған әҫәрҙәренең ҡиммәтен лайыҡлы тип баһаланы. Ошо уҡ фекерҙе дауам итеп, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина яҙыусының һуңғы көндәренә тиклем балалар өсөн әҫәрҙәр яҙыуын, ярты йылдан ашыу “Йәншишмә” гәзитендә уның һуңғы ҡулъяҙмаларын ҡатыны Рәйлә апай ярҙамында баҫмаға әҙерләүҙәрен һағынып хәтерләне. Прозаик Фәрзәнә Аҡбулатова күренекле әҙип хаҡында “Юлдаш” радиоһына тапшырыу әҙерләйәсәк. Яҙыусы Әхмәр Үтәбай хәтирәләре менән генә уртаҡлашып ҡалманы, ә яҡындан аралашҡан ҡәләмдәшенә бағышлап шиғыр уҡыны. Уның берсә йомшарып, берсә тулҡынланып киткән тауышында Динис ағайға ҡарата тәрән ихтирам да, шул уҡ ваҡытта һағыныу тойғоһо ла сағыла ине.
Ғалим Әхәт Сәлихов Динис Мөҙәрис улының ижади йәштәргә яҡты мөнәсәбәт күрһәтеүенә рәхмәтен белдерҙе. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте мөхәррире Римма Зәйтүнова күмәк көс менән сығарылған яңы китапты балалар ижады менән байытҡандары, аталарының иң уҡымлы әҫәрҙәрен туплап әҙерләгәндәре өсөн Динис Бүләковтың ҡыҙҙарына рәхмәт әйтте.
Эйе, был китап ҡына түгел, уның исем туйы ла тап Динис ағайса килеп сыҡты. Сараға һүрәттәре йыйынтыҡта сыҡҡан балалар ҙа килгәйне. Шундай йылы, матур аралашыу форматында барған кисәлә иң шатланғандары кем булды, тиһәгеҙ, яуап бирәм. Рәсемдәре Динис Бүләковтың “Зәңгәр офоҡтар”ын биҙәгән йәш рәссамдар — Алһыу Мөхәмәтйәнова, Ләйсән Хәсәнова, Нелли Мөхәмәтйәрова, Лилиә Йәнтүрина, Динислам Ихсанов, Диана Значкова (яҙыусының ейәнсәре), Данис Мәҡсүтов, Гөләйшә Шаһманова, Гүзәл Гәрәева, Руфина Ҡәҙерғолова, Алтынай Мәжитова, Рәйлә Ҡорманаева, Наҙгөл Юлғотлина, Айгөл Ғәбитова, Айбикә Йыһаншина, Аделина Ситдиҡова, Айназа Ҡансурина, Динә Изотова (яҙыусының ейәнсәре), Айгүзәл Ҡонаҡасова, Юлиә Терсинцева, Яна Кочерина, Сәмирә Исхаҡова (яҙыусының ейәнсәре), Әлиә Вәлиева, Элина Үтәева, Яна Дашкина, Анжелика Ситдиҡова. Барлыҡ уҡыусылар исеменән сығыш яһаған Руфина Ҡәҙерғолова: “Китапҡа һүрәт эшләү беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы булды. Динис ағайҙың фамилияһы “бүләк” һүҙенән килеп сыҡҡан. Шуның кеүек, был ижади процесс, китап беҙгә үҙе бүләк булды!” – тине.
Динис Бүләковтың әҫәрҙәрен һағындығыҙмы? “Эҫе ҡар, йәки ҡыҙыма һөйләгән хикәйәләр”, “Тыҡрыҡ башы – беҙҙең биләмә”, “Упҡын ситендә бейеү”, “Саған япраҡ яңырта” повестарын туплаған китап һеҙҙе көтә. Нәшриәт мөхәррире Римма Зәйтүнова әйтмешләй, күҙ йәштәренә төйөлөп уҡыған әҫәрҙәр, уларҙың хас Динис ағайҙың үҙенә оҡшаған теремек, тулы ҡанлы, тормошто яратҡан геройҙары күҙ алдынан үтте. Бына 75 йыллыҡ юбилей сараларында ла яҙыусы, әйтерһең, әйтер һүҙе, китабы менән беҙҙең арала һәм “Зәңгәр офоҡтар” эсенән ҡул болғай!..