Бөтә яңылыҡтар

Һандуғастар моңланған бер мәлдә

Учалы районында шағирә Рәмзилә Хисаметдинованың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған саралар үтте.

Учалы районында шағирә Рәмзилә Хисаметдинованың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған саралар үтте.


Рамаҙан айы миңә иҫ киткес сәфәр бүләк итте. Сәфәргә ине ул сәфәрем. Эйе, эйе, батырҙар, шағирҙар ауылына ине юлыбыҙ. Бөгөн дә Учалы халҡы ғына түгел Башҡортостандыҡылар ҙа Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Рәхимйән улы Әхмәтғәлин һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы Хәкимйән Ғәйфулла улы Мөхөтдинов менән лайыҡлы ғорурланып, йыш телгә ала.


Уларҙан ҡала Европа менән Азияны тоташтырып ятҡан ерҙә үлемһеҙ ижад ҡалдырған Рәмзилә Хисаметдинова, Вил Ғүмәров, Флүзә Әхмәҙиева, Марат Минһажетдиновтарҙы донъяға килтергән төбәк ул – Учалы!



Һандуғастың ғүмере...


Ғүмерең ҡырҡ көн...

Инде китәһең дә,

Ә миңә һуң тағы ни кәрәк?!

Һыҙландырғыс бөйөк матурлыҡҡа

Күнегергә иртә,

иртәрәк!


Һайрар ҡоштоң ғүмере ҡырҡ көн...

Еткән!

Ос, ҡошсоғом, ос һин алыҫҡа,

Һәр таңымда ярһып уянайым

Йөрәк тетрәндергес һағышҡа!


Беҙ Учалы районына барған мәлдә лә тап Рәмзилә Хисаметдинованың ошо шиғырындағы һымаҡ һандуғастар һайраш­ҡан, халыҡ теле менән әйткәндә, тәбиғәттең ыуыҙ ғына сағы ине. Яҙғы йылы елдәр иҫеп иркәләгән был көндө, уҡыу йылы ­та­мам­ланыуға ҡарамаҫтан, мәктәп уҡыу­сылары, райондың ғына түгел, Белорет, Әбйәлил, Бөрйән яҙыусылары менән бергә беҙ ҙә шағирәнең – башҡорт шиғриәтенең яҡтылығы, һандуғас моңо Рәмзилә Хисаметдинованың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған сараларға йыйылдыҡ.


Ҡояштың сағыу нурҙарына ҡойоноп, күктәге әкиәти болоттарҙы күҙәтеп, мәктәп уҡыусылары алып барған кисәнең шаһиты булып баҫып торабыҙ. Таҡтаташ асҡанда башланғыс класс уҡыусыларының сәләм­ләүе бигерәк тә күңелгә ятты. Мәктәп директоры Гөлшат Исламова шағирә уҡып киткән мәктәпкә таҡтаташ ҡуйылыуына шат булыуын белдерҙе, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙен еткерҙе. “Башҡорт алтын табыу компанияһы”ның генераль директоры Ирек Ғиззәтулин, Сәфәр ауылынан Шамил Моратшин, Илдус Әхмәҙуллин, шағирәнең уҡыусыһы Азат Ғәлиев, Ғәлимулла Ғилмияров, элеваторҙағы икмәк бешереү йорто етәксеһе Рәшиҙә Ғәлиән ҡыҙы ярҙам иткән таҡтаташты асырға. Үрҙә һанап кителгән батырҙар менән бергә шағирәнең дә исеме ауылы тарихына, мәктәбе йортона өр-яңынан яҙылды.


Рәмзилә апайҙың уҡытыусыһы Әлфирә Пирғәлинаға һүҙ биргәс, ул уҡыусыһының нескә, шул уҡ ваҡытта ғорур күңеле хаҡында, тормошондағы һынауҙарҙы нисек ҡаршы алыуы, һәр ваҡиғаға йөрәге менән иғтибар итеүе тураһында һөйләне. Остазы менән мәктәп, уҡыу тураһында ғына түгел, донъяуи хәлдәр буйынса ла кәңәшләшкән шағирә. Яратҡан уҡыусыһын берсә һағынып, берсә ғорурланып иҫкә алды Әлфирә Хөсәм ҡыҙы.


Артабан телмәр тотоусылар барыһы ла шағирәне тик йылы хәтирәләр менән иҫләне. Был киткәндәр хаҡында тик яҡшы һүҙ һөйләнергә тейеш тигәндән түгел, ә шағирәнең, ысынлап та, нурлы асылының шаһиты булып йәшәгәндәрҙең телмәре ине. Үҙенең шиғырҙарындағыса, ул бит һөйгәненең күңеленә түгел, бар кешеләр йөрәгенә лә аҡтан-аҡ, сафтан-саф булып уйылыр зат.


Ауылдашы, хеҙмәттәше Алсу Хәҙис ҡыҙы Ҡаһирова Салауат районындағы осрашыуын тулҡынланып һөйләне. Учалы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, шағирә Фәнүзә Нәбиуллина сара барышында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Хәлит ҡыҙы Абдуллинаға үҙенең өр-яңы сыҡҡан китаптарын бүләк итте. Оҫта ҡумыҙсы Рәмил Вәлиев Сәфәр мәктәбенә алты ҡумыҙ бүләк итте! Был маһир халыҡ ижадсыһы һәр ерҙә үҙе эшләгән ҡумыҙҙарҙы балаларға бушлай таратып йөрөй икән. Бына бит беҙҙең халыҡ!


Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы Сафина тураһында айырым һөйләп китеү кәрәктер. Алға китеп шуны әйтәм: бер буклет сығарыу ҙа ҙур эш ул. Рәмзилә апайҙың ижадын байҡап буклет сығарылған, “Рәмзиләнең ғүмер юлдары” китабы нәшер ителгән. Уҡыған мәктәбендә таҡтаташ асылып тора! Ниндәй матур Хәтер кисәһе үтте! Әҡлимә апай дүрт сараны бергә ойоштороп, ниндәй яҡты көн бүләк итте беҙгә! Ҙур рәхмәт һеҙгә, Әҡлимә апай! Һеҙҙең менән аралашҡаным юҡ ине, һеҙҙе үҙем өсөн астым мин был байрамда! Тыуған яғы тарихын тергеҙеүгә, ошо төбәктең аҫыл заттарының исемен халыҡ хәтерендә, китапта мәңгеләштереү өсөн олуғ эштәр башҡарғанһығыҙ! Афарин! Һәр ауылда, ҡалала булһын ине ул бөгөнгөнөң киләсәк өсөн тарих икәнен аңлап, мәңгеләштереүселәр! Был байрамда ла Әҡлимә Ғиззетдин ҡыҙы ҡунаҡтарҙы Сәфәр ауылы тарихы һәм уның шәхестәре менән таныштырҙы. “Рәмзиләнең ғүмер юлдары” китабы ла ҡалай матур итеп, ҡаты тышта, замандаштары мәҡәләләре, шиғырҙар, фотолар менән байытылып нәшер ителгән! Хәтәр инде, хәтәр, тинем йәнә лә!


Бына инде тулҡынландырғыс мәлдәр ҙә килеп етте. Таҡтаташтан беҙгә Рәмзилә Хисаметдинованың яҡты йөҙө баҡты. Шул мәл йыйылған халыҡ өҫтөнән генә бер көтөү күбәләктәр осоп үтте. Күбәләктәр – улар әруахтарҙың рухы, тип әйтә ине нәнәйем. Ошондай һиҫкәндерерлек мәлдәр берсә уйландыра, берсә ғәжәпләндереп тә ҡуя ул. Йыйылған халыҡ, яҡындары, ҡунаҡтар, шағирәнең балалары таҡтаташҡа табан сәскәләр менән атланы...


“Бындай шиғырҙар баҫып тыңлана”


“Һандуғастың һайрар ғүмере – ҡырҡ көн”, ти халыҡ мәҡәле. Һайрар, ижад итер ғүмере ҡырҡ йылға ла тулмай, яҡты донъяла бар­лығы 46 йыл ғына йәшәп, иң сағыу башҡорт шағирәләренең береһе Рәмзилә Хисаметдинова арабыҙҙан китеп барҙы. Унан мираҫ булып сутылдап, түгелеп һайрап торған һоҡ­ланғыс шиғырҙар, маһир ҡулы яҙған тылсымлы ижад, васыят булып “моңдоң йәне – мөхәббәт”те данлаусы һандуғас йыры ҡалды,” – тип яҙғайны шағирә Таңһы­лыу Ҡарамышева. Ошо юлдар менән асып ебәрҙе ауылдың мәҙәниәт йортонда үткән кисәне башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Абдуллина. Сараның сценарий авторы булараҡ, ул һәр яҡлап әҙибәнең ижадына иғтибар бүлеп, тормош юлын да сағылдырыуға өлгәшкән. Китап күргәҙмәләре, фотогалерея, Учалы райо­нында тапшырылып килгән Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаттары исемлеге теҙеп яҙылған стена гәзите, шағирәнең портреты кисәгә айырым бер йы­лылыҡ, күңел күтәренкелеге өҫтәне. Айгөл Халит ҡыҙының сараны яратып әҙер­ләгәне шунда ла күренеп тора ине, ул сығыштар араһын һандуғас моңо менән биҙәгән. Тулҡынландырғыс, шулай бит! Минең тәндәр земберләп китте. Уйлап ҡарағыҙ әле: залда ултыраһың, кисә бара, сығыш яһап сығалар, ул арала ҡош һайрай башлай!..


Ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, Учалы районы муниципаль районының Советы сәркәтибе Зариф Ғадинан улы Ғарипов сығыш яһаны. Ул Рәмзилә Хисаметдинованың ижадын тыуған яғында бик хөрмәт итеүҙәрен әйтте. Ирәмәл ҡыҙы булып әҙәбиәткә килеп ингән шағирә әле лә ана шул бейеклектән донъя әҙәбиәтенә, үҙ уҡыусыһына баға.

Башҡортостандың атҡаҙанған мәғарифы хеҙмәткәре, педагогия фәндәре кандидаты Миңдебай Юлмөхәмәтов шағирәнең ижады Башҡортостан мәктәптәрендә тәрән өйрәнеүҙе хуплап сығыш яһаны. Эйе, төрлө уҡыу йорттарында бөгөн Рәмзилә Хисаметдинова ижады хаҡында дипломдар яҙыла, ғилми эштәр теркәлә, диссертациялар яҡлана. Яҙыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Спартак Ильясов бай тарихлы ауылда тәрән күңелле шәхестәр тыуыуына иғтибар итте.


“Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, үҙ сығышында шағирә ижадын юғары баһалап, былай тине: “Рәшит Назаровтың Төрөмбәтенә, Рәми ағайҙың Арҡауылына барған кеүек килдем мин Сәфәргә! Бына ниндәй матур ауылда, яҡты кешеләр араһында тыуған, үҫкән икән Рәмзилә апайыбыҙ!” Тап шундай хистәр мине лә урап үтмәне. Барыбыҙ ҙа шағирәнең ҡәләменән тик ысын һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре генә тыуғанын яҡшы аңлайбыҙ.


Был фекерҙе яҙыусы Әхмәр Үтәбай үҙенсә еткерҙе: “Рәмзилә апайҙың “Буранбай” тигән шиғырын үҙгәртеберәк әйткәндә, “Уның шиғырҙары баҫып тыңланыла, шиғырҙары ултырып тыңланмай”, – тине. “Башҡортостан ҡыҙы” журналының бүлек мөхәррире Гөлшат Ҡунафина шағирәне, уның ижадын үҙе өсөн яңынан асыуын, тыуған яғы әҙибә хаҡында тағы ла күберәкте һөйләүе тураһында әйтте. Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Флорида Ғарипова – Учалы районы ҡыҙы. Ул буклет төҙөгәндә мәғлүмәттәр тупларға ярҙам иткән.


Салауаттар исеменән шағирәнең иң яҡындары – ҡыҙы Гөлшат Хужина тормош иптәше Илнур һәм улдары (Иҙел, Мирас) менән килгәйне. Балапан менән балаян кеүек был ике малай, сәхнәлә башҡорт егеттәренең “Бөркөттәр” бейеүен башҡарып, халыҡты ҡыуандырҙы. Ҡыҙы Гөлнара Мурзина тормош иптәше Руслан менән килгән, улар ҙа халыҡҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Кесе ҡыҙы был сарала ҡатнаша алманы, әммә ул да әсәһе рухына доғалар ҡылып, күңеле менән беҙҙең арала булыуын белдергән.


Һуңғы арала шундай матур күренештең шаһиты булдым: Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Рәшит Ниғмәтиҙең, Рауил Бик­баевтың, мәшһүр яҙыусы Динис Бүләковтың һәм бына шағирә Рәмзилә Хисамет­динованың вариҫтарының, балаларының матур тәрбиә алып үҫеүҙәренә һоҡландым! Беҙҙең әҙиптәребеҙ һоҡланғыс ижад ҡына түгел, үҙҙәренең яҙғанын уҡыр, таратыр балалар ҙа ҡалдырған!


Тормош иптәше Ринат Әбҡәдиров үҙ сығышында Рәмзилә апайҙың ижад менән бергә тормош көтөргә лә әүәҫ булыуы тураһында әйтте. “Беҙ бит күп итеп мал аҫрап йәшәнек. Етмәһә, мәктәптә лә уҡытты. Уҡытыусы булараҡ та уны балалар бик яратты. Шул арала шиғырҙар яҙырға ла өлгөрә ине. Ринат, миңә яҙырға кәрәк, тип әйтһә, мин һәр саҡ аңлау менән ҡараным. Онотолоп китеп бер нисә көн яҙышып ала ла, йәнә лә донъя мәшәҡәтенә сума торғайны...” – тине ул.


Сәрүәр Ғәләүетдинов үҙ сығышында Әҡлимә Сафинаға рәхмәт әйтеп, уның фиҙакәрлегенә һоҡланыуын белдерҙе. Башҡортостан төбәктәрендә әҙәбиәт ҡотон һаҡлап ижад иткән яҙыусылар Мансур Һиҙиәтов, Нуриҙә Илһамова, Мөнирә Сөләймәнова, Әлиә Саматова, Сәйфулла Ғайсин, Фәриха Вәлиуллина, Лениза Шакирова, Фәнүзә Нәбиуллина, Әхмәт Нуретдинов, Дилара Мәхметдинова, Сәлиә Ғатауллина ла ҡатнашты был сарала. Ниндәй дәррәү ҡуҙғалып, байрамдың йәме булып йөрөнө улар! Үҙ-ара аралашыуҙар кәрәк ул яҙыусыларға ла!

Рамай Ҡаһир яҡташ шағирәгә арнап шиғыр уҡыны.


Халыҡта ул — кимәл күрһәткесе


Берсә һоҡланып, берсә ғәжәпләнеп, милләтемдең тәрән асылына ҡабат ғашиҡ булып ҡайттым. Сәнғәттең юғары кимәлен, ысынлап та, халыҡ һәм ваҡыт баһалай. Учалылар үҙҙәренең шәхестәрен күтәреп йөрөтә. Был фекеремде дауам итеп, тағы ла бер кескәй генә һүрәтләмә яҙырмын әле. Уныһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин тураһында булыр!..


Осрашыуҙың аҙағында шағирәнең өс ҡыҙы, ире Ринат ағай ҡорбан салдырып, бар эштәрҙе еренә еткереп ҡуйҙы. Был тиклем дә матур байрамда ҡатнаша алыуыма нимә тип әйтергә лә белмәнем! Аллаһ Тәғәлә әллә ураҙаларымды ҡабул итеп, миңә был илаһи осрашыуҙарҙы бүләк иттеме икән, тип уйларға баҙнат итеүемде аңларһығыҙ, моғайын. Яңылышһам, Күктәр ғәфү итһен!..


Байтаҡ йылдар төбәктә Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия тапшырыл­маған булған. Учалы Яҙыусылар ойошма­һының яуаплы сәркәтибе Римма Солтанова уны шағирә Минзәлә Шөғәйәповаға тап­шырҙы. Ҡотлайбыҙ, Миңзәлә апай! Учалынан тик көслө шағирәләр сыға ул! Һанап та тормайым, барыһының исеме, ижады тел осонда.

Рәмзилә апайҙың әхирәттәре, ижадташ дуҫтары, шағирәләр Таңһылыу Ҡарамыше­ва, Тамара Ғәниеваны ла сарала йыш телгә алдылар. Уларға ла бүләккә китап ебәрҙеләр!


Сарала шулай уҡ һәүәҫкәр композитор, оҙон көй оҫтаһы Әдип Ханов, шулай уҡ һәүәҫкәр композитор Хәлим Ғайфуллин, башланғыс класс уҡытыусыһы Мөнирә Суфиянова ҡатнашты. Сәфәр мәҙәниәт йортоноң художестволы етәксеһе Эльза Хәмбәлиева “Оҙонсәс” бейеүен иҫ киткес итеп бейене. Сәфәр мәҙәниәт йорто мөдире Эльвира Моратшина башҡарған “Ҡыр ҡаҙҙары” йыры ла барыһының да күңеленә ятты. Балалар бейеү ансамбленең “Ҡоралайҙар” бейеүе лә бик матур булды.


Рәмзилә Хисаметдинованың “Иҫтәреңә төшһәм, әсәй, һыу һип....” исемле шиғырына һәүәҫкәр композитор Хәлим Ғайфуллин көй яҙған булған. Кисәлә яңғыраған был йыр барыбыҙҙы ла илатты. Әйткәндәй, үткән кисәләрҙә Рәмзилә апайҙың әсәһе иҫән булған әле, уны ла яҡты һүҙҙәр менән хәтерләп киттеләр.


Шағирәнең һәр юбилейы һайын Сәфәр мәктәбендә уҡыусылар араһында шиғриәт бәйгеһе үткәрәләр икән. Урта синыф уҡыусылары араһында 1-се урын яулаған Лилиә Хөснуллина “Бейейемме” шиғырын ҡалай матур итеп уҡыны!

Әдип Ханов башҡарыуында мәшһүр “Урал” йырын башлау менән, тотош зал тороп баҫты. Бына ул халыҡ ижадына, халҡыңдың аҫыл заттарына баһа! Быны приказ менән эшләтеп булмай, был юғарылыҡ тойғоһо, был затлы ҡәүемдең кимәле – беҙҙең ҡандарҙа!


Ирәмәлдәй күккә аш та!..


Ауылдың имам хатибы, Шакирйән Зәкирйән улы Солтанов шағирә рухына доғалар бағышлағандан һуң, бар халыҡ батырҙарға ҡуйылған стела алдына баҫып фотоға төштөк.

Ирәмәлдәй күккә аш та,

Шүлгәндәй ергә уйыл.

Тик һөйгәнең күңеленән

Аҡтан-аҡ килеш юйыл...

Сафтарҙан-саф килеш юйыл,

Ҡалмаһын һинән хатта,

Әгәр ысыҡ булып тамһаң,

Эҙ ҙә таңғы япраҡта.


Ниндәй сафлыҡ! Ниндәй күңел юғарылығы! Юҡҡа ғына: “Күпме кешелеклек, күпме хис, күпме ярата белеү! Донъяның мөхәббәт шиғырҙары китабына алтын хәрефтәр менән яҙып ҡуйыр инем мин уларҙы, ҡулымдан килһә!” – тип яҙмаған үҙ заманында әхирәте, шағирә Әлмирә Әбү­зәрова Рәмзилә Хисаметдинова шиғырҙары хаҡында.


“Уның ижады – башҡорт шиғриәте феномены, тип баһаланырға хаҡлы, был шиғриәт – әҙәбиәтебеҙ кимәленә асыҡ дә­лил”, – тип ҙур баһа бирә Башҡорт­остандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева.


Әүештау итәгендә барыһын да ҡорбан ашына саҡырҙы шағирәнең балалары. Иртәгә йәйгә аяҡ баҫабыҙ, тип торғанда яҙҙың шундай һоҡланғыс аккорды ине был! Бар тәбиәғәт тә, гүйә, шағирә телендә һөй­ләште, моңланды. Ә һандуғастар иртә тип тә тормай, кис тип тә торманы – һайраны ла һайраны. Башҡорт шиғриәте асманында, башҡорт рухиәте донъяһында ла һинең ижадың мәңге һайрап торор, Шағирә!


Ә әлегә өр-яңы лауреаттың шиғырынан әҫәрләнегеҙ!


Шағирәгә


(Рәмзилә апай Хисаметдинованың тыуған көнөндә тап Ирәмәлдең өҫтөндә генә ҡанаттарын йәйгән бөркөт һауала нурҙарҙан

балҡып торҙо).


Йәм-йәшел төҫ килешә ул һиңә.

Ҡымтып теккән ыҡсым итәкле

Күлдәгеңде кей ҙә, йәшлегеңә

Елдерәйек!

Әйҙә, етәклә!

Йөрәгең – туҙ, булмышың – ҡуҙ, ах(ы)ры,

Һүрелһәң дә гөлтләп ҡабынаң.

Үҙең иһә көҙҙөң йөҙөк ҡашы

Сабыр миләштәргә табынаң...

Иий, моңло зат, әгәр аңламаһам

кисерә күр. Бейек күңелең

абынһа ла, ул табыныр бары

Бөйөк Хискә! Юлдың еңелен

Һайламаҫһың, беләм.

Һин – Шағирә!

Һин – Инә ҡош!

Бәпес көҫәгән!!!

Гонаһтарың булһа – кисерелгән,

Табылмаҫ йән һиңә үсәгән...

Күңел бишегеңдә – бәпестәрең:

бәүелтәһең гел бит игеҙәк!

Ҡыҙың серем итә, ә шиғырың

Күкрәк һөтөн һорай...

Илгәҙәк!

Имеҙәһең хис һәм моңдан ғына,

Шиғырҙарың шуға ҡанатлы!

Ирәмәлде ҡосаҡлаған бөркөт –

Рухың инде!

Ниндәй таң атты!


Миңзәлә ШӨҒӘЙЕПОВА.

Учалы районы.
Читайте нас: