Бөтә яңылыҡтар

“Балдай Башҡортостан һауаһын һуларға теләнем!”

Ул Башҡортостанда тәүге тапҡыр. Әммә бында аяҡ баҫҡансы уҡ, бәләкәй сағынан республикабыҙ хаҡында хәбәрҙар булған. Атаһы һөйләгән уға беҙҙең яҡтар тураһында: “Улым, ундағы кеүек һауаны мин бер ерҙә лә һулағаным юҡ. Балдай татлы һауа ине Башҡортостанда. Йылғаларының саф таҙалығы әле лә хәтеремдән китмәй!” – тигән ул буласаҡ шағирға уҙған йылдың 60-сы йылдарында.

Ул Башҡортостанда тәүге тапҡыр. Әммә бында аяҡ баҫҡансы уҡ, бәләкәй сағынан республикабыҙ хаҡында хәбәрҙар булған. Атаһы һөйләгән уға беҙҙең яҡтар тураһында: “Улым, ундағы кеүек һауаны мин бер ерҙә лә һулағаным юҡ. Балдай татлы һауа ине Башҡортостанда. Йылғаларының саф таҙалығы әле лә хәтеремдән китмәй!” – тигән ул буласаҡ шағирға уҙған йылдың 60-сы йылдарында.


Бөгөн инде Рәсәйҙә билдәле шағир, тәржемәсе Мамед Хәлилов Башҡортостанға “Торнаның күләгәһе” (шиғыр) һәм “Хурджина хазинаһы” (проза) китаптарына ил буйлап барған исем туйы менән беҙҙең республикабыҙға, бала сағынан күрергә хыялланған төбәккә килде.


Талант эйәһе, йырсы Айгиз Ханов байрамды “Урал” менән асып ебәрҙе. Аллаһ Тәғәлә биргән инде егеткә тауышты: Милли музейҙың тантаналар залы тәҙрәләре зыңлап торҙо. Осрашыу бик матур, йылы мөхиттә үтте. Музейҙың генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев Мамед Хәлиловҡа ижади уңыштар теләп: “Бары тик яҙыусылар, шағирҙар ғына халҡының образын һүҙ сәнғәтендә тыуҙыра. Шуның өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт!” – тине һәм яңыраҡ исем туйы уҙған “Иҫке Өфө-2” фотоальбомын бүләк итте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев иһә әҙипте яңы китаптары менән ҡотлап, Маҡтау ҡағыҙы тапшырҙы.


Мамед Хәлилов сығышы менән Дағстандан. Ул аҙ һанлы катрух милләтенән. “Бөгөн минең туған телемдә һөйләшкән кеше лә юҡ тиерлек, әммә ул телдә китап сығарып, мәңгеләштереп ҡуйырға йыйынам”, – тине әҙип һәм катрух телендә шиғырын уҡыны. Бик тетрәндергес хәл. Катрух теле яңғырашы, өндәр әйтелеше буйынса иҫке төркигә лә оҡшап китә. Быны шағир үҙе лә әйтеп китте. Дағстанда һөйләштәр, телдәр бик күп, улар үҙ-ара хатта бер-береһен аңламай. Әммә рус теле аша халыҡ мәҙәни күперҙәрҙе генә түгел, аралашыуҙы ла нығыта.


Сарала шағирә Гүзәл Ситдыҡова, сатирик яҙыусы Марсель Сәлимов ҡатнашты. Улар шағирҙың ижадына ҡарата йылы һүҙҙәрен әйтте, китаптар бүләк итте.


Бәхетленең ҡунағы бер көндә тигәнде раҫлап, шиғыр байрамына Пермь өлкәһенән шағир Наил Ғабдүшев килде. Ул тап үҙҙәренең ғәйнә һөйләшендә шиғырҙар уҡыны. Оҙаҡламай шәлкеме “Башҡортостан” гәзитендә донъя күрер. Ниндәй генә диалектта һөйләшеүебеҙгә ҡарамаҫтан, башҡорт телебеҙҙең ҡәҙерен беләйек, милләттәштәр!
Башҡортостан Милли музейы хеҙмәткәре, ҡурайсы Илдар Шәрипов сараны башҡорт халыҡ көйҙәре менән, композитор Илшат Хәлилов кисәне музыкаль яҡтан биҙәне.


Иртәгә Мамед Хәлилов Дәүләкән районы халҡы менән осрашыуға юллана. “Баш ҡалағыҙ Өфө бик матур, әммә башҡорт халҡының асылы ауылдарҙа нығыраҡ сағылалыр тигән фекерҙәмен” тигән теләген иҫәпкә алып, уны башҡорт йолалары һаҡланған Яңы Яппар ауылына алып сығабыҙ!
Читайте нас: