Бөтә яңылыҡтар

"Мираҫ" автобуслы булды

Бөгөн "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле коллективы ҙур ҡыуаныс кисерҙе – уларға "HIGER" маркалы өр-яңы автобус асҡысы тапшырылды. Республика етәксеһе Радий Хәбиров автобусты ҡарап, ундағы шарттар менән танышты, артистарға ижади уңыштар теләне.

– Беҙҙең автобус иҫке ине. Ошондай ҙур бүләк өсөн республика етәкселегенә, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә рәхмәт белдерәбеҙ. 55 кешегә тәғәйенләнгән бик уңайлы автобуста хәҙер рәхәтләнеп гастролдәргә сығасаҡбыҙ, – ти “мираҫ”тар.

Йәй ансамбль Сибай, Әбйәлил яҡтарына һәм алыҫ Ҡырым Республикаһына гастролгә сығырға йыйына. Яңы транспорт уларҙың юл мәшәҡәттәрен күпкә еңеләйтәсәк.

Автор фотоһы.
Читайте нас: