Ул донъяның ҡояшлы яғында йәшәне.
Мостай Кәрим... Бала сағымда иҙәндә һуҙылып ятып, иҫем китеп “Үлмәҫбай” поэмаһын уҡығанда яҙмышым мине бөйөк әҙип менән осраштырыр тигән уй башыма инеп тә сыҡманы, әлбиттә. Нисек кенә булмаһын, шағир-яҙыусыларҙы күктә йәшәгән илаһи заттар һымаҡ ҡабул итте күңелем. Уларҙың яҙғандары ла сихри тылсымға эйә: әҫәрҙәрен уҡып, күҙҙәргә йәш тула йә рәхәтләнеп көләһең, һыҙланаһың, ҡыуанаһың...
Ә яҙмышым мине уйламағанда күк кешеһе менән осраштырҙы. Күк кешеһе тигәнде тырнаҡтар эсенә алмайым, сөнки күңеле ҡанатһыҙ кеше ижадтан мәхрүм ул. Шағир халҡының иһә тәне ерҙә булһа ла, йәне күктәрҙе гиҙә...
Мостай Кәрим менән тәүге тапҡыр яҡындан танышыуым Башҡорт дәүләт университетында уҡыған саҡта булды. “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрәге ағзалары ҡатнашлығында университетта атаҡлы шағир менән осрашыу үткәрергә уйланыҡ. Етәксебеҙ, уҡытыусыбыҙ Мирас ағай Иҙелбаев: “Мостай ағайҙы һин алып кил”, – тип мине ҡара “Волга”ға ултыртып ебәрҙе.
Ленин урамындағы 31-се йорттоң 33-сө фатиры ишек төбөндә торам. Ҡыңғырауға баҫырға батырсылыҡ етмәй: ишектең теге яғында аңыма һыймаҫлыҡ донъя – бөйөк Мостай донъяһы! Хәтһеҙ генә ваҡыт үтте, тәүәккәллекте йыйып, ҡыңғырау төймәһенә баҫтым. Шул уҡ минутта ишек асылды һәм... Мостай Кәрим – үҙе! Һаулыҡ һораштыммы, юҡмы – хәтерләмәйем. Бәлки, күрешкәнбеҙҙер ҙә – барыһы ла томан эсендә ине. Мостай ағай минең килеүҙең сәбәбен томаланған зиһенемә үҙе төшөндөрөп бирҙе:
– Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашмауыма байтаҡ булып киткән. Мәшәҡәттәр күп. “Шоңҡар” осрашыуға саҡырғас, шатланып риза булдым, – тине ул.
Мостай Кәрим “Социалистик Хеҙмәт Геройы” миҙалы тағылған костюмын, туфлиҙарын кейеп көтөп торған икән, сәғәтенә ҡарай һалып:
– Ваҡыт. Көттөрмәйек, – тип ишеккә йүнәлде. Мин уға юл биреп, ситкә тайшандым. Мостай ағай ипләп кенә арҡаға ҡулын һалды:
– Әйҙә, хужа кеше арттан сыға ул, – тине.
Баҫҡыс буйлап төшкән саҡта, бер ҡарағанда ябай ғына тойолған ошо күренеш тураһында ғүмергә хәтеремдә ҡалырлыҡ әңгәмә ҡороп алды:
– Кавказ халҡында шундай йола бар: килгән ҡунаҡты, ихтирам йөҙөнән, өйҙән иң беренсе сығаралар...
Баштараҡ ағайҙың был һүҙҙәренә әллә ни әһәмиәт бирмәһәм дә, аҙаҡ уйлана торғас, ябай ғына итеп миңә һабаҡ биреүен төшөндөм. Белмәйем, Кавказ халҡында ундай йола бармы, юҡмы, ә бына үҙебеҙҙең башҡорт халҡында өйҙән иң беренсе ҡунаҡ сығырға тейеш. Мостай ағайҙың “башҡорт халҡында шундай йола бар” тип тураһын әйтмәй, әллә ҡайҙа ятҡан Кавказға бәйләп һөйләүенең кинәйәһендә “төртөп” күрһәтмәй, әҙәпле итеп төшөндөрөү касафаты ята.
Ғөмүмән, Мостай Кәрим менән һөйләшкән саҡта донъялар яҡтырып, күңелгә нисектер еңел булып ҡала ине. Ысынлап та, уның һүҙҙәре менән әйткәндә, ул Ер шарының ҡояшлы яғында йәшәне һәм ошо яҡтылыҡты башҡаларға ла өләште. Ағайҙың һәр әйткәненән әҙәплелек, шәфҡәтлелек, кешеләр күңелен аяу тойғолары бөркөлөп торҙо. Үҙенең хәтерен ҡалдырған бәндәләр тураһында ла насар һүҙ әйткәнен ишеткәнем булманы. Ә оло шәхестең баҡсаһына таш ырғытыусылар булды, бар, буласаҡ...
Күңелде иң әрнеткәне шул: Мостай ағайҙың ярҙамын, ҡурсалауын татыған бәғзеләрҙең ауыҙынан да сыҡҡылай ағыулы һүҙҙәр. Юҡ, бер кемде лә хөкөм итмәйем, берәүгә лә ғәйеп ташламайым: ҡылынған эштәр һәм әйтелгән һүҙҙәр һәр кемдең үҙ намыҫында. Шулай ҙа кешеләр бер-береһенә ҡаяулы түгел, аяулы булһа ине!..
Еңеүҙең нисә йыллығы булғандыр, аныҡ ҡына хәтерләмәйем. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, мина ярсығы комсомол билетын тишеп, үпкәһенә инеп оялаған яугирҙе байрам менән ҡотлап, открыткаға ошо шиғырҙы яҙып ебәрҙем:
Дим һыуының аръяғында барҙыр бер ауыл.
Иҫкән елдәре еләҫ һәм халҡы бик көләс, тиҙәр.
Гәрсә унда тыумаһам да, күргәнем бар ул яҡты:
Урманында ҡоштар моңо иркәләне ҡолаҡты.
Хатта тауыҡтар ҙа бында үҙҙәренсә көйләй, ти.
Юҡ, көйләмәй, улар шулай әкиәтме һөйләй, ти.
Әкиәте былайыраҡ: был ауылдан бер егет
Илде дошмандан һаҡларға киткән яуға ат менеп.
Ай бара, ти, йыл бара, ти. Туҡта!.. Нимә?.. Күр әле!
Килеп сыҡҡан ҡаршыһына Гитлер тигән шүрәле.
“Ҡыти-ҡыти уйнайыҡ” тип, эй ҡаныға егеткә.
Егет тыныс ҡына ымлай бүрәнәләге еккә:
Бына ошо бүрәнәнең бар бит, ти, бер ярығы,
Шул ярыҡҡа бармағыңды тыҡ һин, Герман һарығы!
Теге бармаҡ тығыу була, егет уны ҡыҫтыра.
Эй шүрәле түҙә алмай, эй шүрәле ҡысҡыра:
“Кем булаһың? Исемеңде әйтер инең, исмаһа!”
Егет әйтә: “Мин – Уралдан. Ә исемем – Мостафа!”
Шиғыр аҫтына: “Мостай ағай, шиғырҙың дауамын Һеҙгә 100 йәш тулғанда үҙегеҙгә уҡырмын”, – тип яҙып, үҙемсә ағайға оҙон ғүмер теләүемә ишараланым.
Бер көн, “Башҡортостан” гәзите редакцияһында эшләп ултырғанда, телефон шылтыраны – Мостай ағай икән.
– Әсәйең ни хәлдә, сәләмәтме? – тип башланы ул. – Ҡотлау открыткаңды алдым! Шиғырың оҡшаны... – Шунан бер аҙ тынып торғас, – Ләкин һуғыш әкиәт түгел ине шул... – тип көрһөнөп ҡуйҙы.
Тәнем семерҙәп китте. Бер ҡатлылығым арҡаһында ағайҙың кәйефен ҡырҙым, шикелле, тигән уй йүгереп үтте баштан.
– Мостафа Сафич, ғәфү итегеҙ! Мин шаяртыбыраҡ ҡотларға теләгәйнем, – тип аҡланып маташтым.
– Зарар юҡ, – тине ағай. – Һеҙгә – йәштәргә – һуғыш әкиәт булып ҡалһын... Унан мин дә бит “Үлмәҫбай”ҙы әкиәт рәүешендә яҙҙым, – тип көлөмһөрәне.
Әйткәнемсә, Мостай ағайҙың һүҙҙәрендә һәр саҡ кинәйә булды. Әле лә һуғыш кеүек ҡот осҡос афәткә дары еҫен еҫкәп ҡарамаған бер малайҙың “әкиәт” итеп ҡарауына тыйнаҡ ҡына киҫәтеү булғандыр. Был шаярып яҙылған шиғырҙы ҡулыма алған һайын аҡһаҡалыбыҙҙың һүҙҙәре ишетелеп ҡалғандай: “Һеҙгә һуғыш әкиәт булып ҡына ҡалһын!..”
Ошо уҡ “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлегендә эшләп йөрөйөм. Баш мөхәррир Рәлиф Кинйәбаев саҡыртып, иңгә ҙур бурыс йөкмәтте: атаҡлы Гөлли Мөбәрәкова менән әңгәмә эшләргә кәрәк. Адресты ҡараһам, Гөлли апай ҙа Мостай Кәрим менән бер йортта йәшәй икән. Киттем. Подъезд алдындағы эскәмйәлә Мостай ағай ултыра. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, ни эшләп йөрөүем менән ҡыҙыҡһынды. Гөлли апай менән әңгәмәгә килеүемде әйткәс, бар, кешене көттөрөргә ярамай, тине. Гөлли Арыҫлан ҡыҙы менән байтаҡ ҡына һөйләшеп, урамға сыҡһам, аптырап киттем – Мостай ағай һаман урынында ултыра.
– Ваҡытың бармы? Әйҙә, ошонда йөрөп алайыҡ, – тип өй алдындағы майҙанға йүнәлде.
Оҙаҡ йөрөнөк һөйләшеп. Улар тураһында киләсәктә тулыраҡ яҙылыр. Шунда Мостай ағай, көрһөнә биреп, әйтеп ҡуйҙы:
– Яҙырға тырыш. Ошо йәшемә етеп, минең яҙғандарым аҙ булды. Үкенеп ҡуям!..
Мостай ағайҙың иҫ киткес бай, тос ижады күҙ алдыма баҫты. Әгәр ул шулай ти икән, башҡаларға нимә әйтергә ҡала!
– Мостай ағай, Һеҙ ижад тауының үрендә баҫып тораһығыҙ, шуға ла офоғоғоҙ киң. Ә беҙ ул тауҙың төбөндә тапанабыҙ, – тип шағирҙың күңелен тынысландырырға маташтым.
Әлбиттә, оло аҡыл эйәһе нимә әйткәнен үҙе яҡшы самалаған – тауҙар үренән башҡа тауҙар асығыраҡ күренә. Шулар менән сағыштырғандыр. Высоцкий әйткәнсә: “Тауҙарҙан тик тауҙар ғына бейек”. Нисек кенә булмаһын, әҙәбиәтебеҙҙә бөйөк һәм бейек Мостай тауы түбәһен күккә терәп торасаҡ әле!