Ошо көндәрҙә Белорет районының Манышты ауылында бик ҡыҙыҡлы һәм урындағы халыҡ өсөн ғәҙәти булмаған сара үтте: “Тау йылғаһы ауазы” тигән башҡорт телендә сыҡҡан шиғырҙар йыйынтығының исем туйы.
Ниңә, бөгөн китап сығармайҙармы ни?! Аҙым һайын типография, тапҡанһың кеше аптыратырлыҡ нәмә тип әйтәсәкһегеҙ. Уныһы шулай, XXI быуатта йәшәйбеҙ, китап сығарам, шиғырҙарымды баҫтырам тиһәң, йыраҡ йөрөйһө түгел – аҡсаң ғына булһын. Тик Маныштыла йәшәгән, ошонда тыуған йә иһә яҙмышын ауыл менән бәйләгән 18 авторҙың шиғырҙарын туплап, китап итеп сығарып, исем туйын шунда үткәреү бөгөн сенсацияға торошло күренеш тиергә лә була!
Сәғәт 12 лә тулмаған әле, ә Манышты гөрләй. Бигерәк тә ауыл мәктәбе китап туйына килгән ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән мәшғүл. Сараның белем усағы бинаһында үтеүе, уның директоры Илшат Моратшиндың ауыл тормошона битараф булмауы – ыңғай күренеш. Кешеләрҙең йөҙө лә көләс, тирә-яҡҡа байрам төҫө ингән.
Байрам ҡунаҡһыҙ булмай бит инде. Яңы сыҡҡан китаптың исем туйына “Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажетдинова, танылған шағир, республиканың “Ҡуңыр буға” төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мәүлит Кәримов, Инйәр ауылы хакимиәте башлығы Ғайса Мөфтәхетдинов, Инйәрҙәге 2-се урта мәктәп директоры Рафил Иҙрисов, ауылдың абруйлы кешеләре, аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре һәм башҡа күп ҡунаҡтар саҡырылған.
Сара V класс уҡыусылары башҡарыуындағы йыр менән башланып китте. Манышты ауылы муллаһы Мөхәмәт хәҙрәт китап авторҙарына үҙенең фатихаһын бирҙе, аҡ юл теләне. “Тау йылғаһы ауазы”н сығарыуҙы ойошторған, шулай уҡ был баҫмала алтмыштан ашыу шиғырын баҫтырған, юридик белем алып, Эске эштәр министрлығы сафтарында оҙаҡ йылдар хеҙмәт иткән Рөстәм Миһранов китаптың барлыҡҡа килеү тарихы, авторҙарҙың ижады менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Бер нисә китапты сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтарға, мәктәпкә, мәктәп музейына тапшырҙы, баянда уйнап, тамашасыларға үҙе яҙған йырын ишеттерҙе.
Саҡырылған ҡунаҡтар баҫма авторҙарына йылы һүҙҙәр әйтте, ижади уңыштар теләне. Бынан тыш, кисәлә Маныштынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр исемен мәңгеләштереү өсөн һәйкәл төҙөү мәсьәләһе лә күтәрелде.
Кисә йыр-моңға ла бай булды. Инйәр мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, “Елмерҙәк” халыҡ театры етәксеһе Сәғилә апай моңло тауышы менән байрамды биҙәне. Мәктәп уҡыусылары, ауылдың студенттары тарафынан әҙерләнгән бай йөкмәткеле концерт та кисәне йәмләне. Килгән ҡунаҡтар хөрмәтенә әҙерләнгән табын янында ла йыр-моң өҙөлмәне.
Һуңғы ваҡытта тел, милләт тип күп һөйләйбеҙ, кемдәрҙелер әрләйбеҙ, ғәмәлдә күп ғәйеп – үҙебеҙҙең битарафлыҡта. Был насар күренеш ауылдарҙа ла күҙәтелә. Телебеҙҙе һаҡлауҙы, милләтебеҙҙең йөҙөн яҡтыртыуҙы үҙебеҙҙән башларға кәрәк. Быға Манышты ауылынан сыҡҡан 18 әҙиптең йыйылып, “Тау йылғаһы ауазы” тип исемләнгән китап нәшерләүен өлгө итеп ҡуйырға була! Улар ҙа бит ғаилә ҡарай, донъя көтә, балалар үҫтерә, илебеҙҙең ҡатмарлы сәйәси заманында тырышып-тырмашып йәшәй. Шулай булыуға ҡарамай, мөмкинлек табып ижад итәләр, үҙ аҡсаһына китап сығаралар, телебеҙҙе үҫтереүгә өлөш индерәләр. Афарин, маныштылар!