Бөтә яңылыҡтар

Зәңгәр күлдәк - күлдәр төҫө ул...

Дәүләкән районының Сапай ауылында "Гәүһәр" фольклор төркөмө ойошторолоуға - биш йыл. Улар Милли кейем байрамына махсус тегелгән күлдәктәр кейеп, сигелгән алъяпҡыстар бәйләп килгән.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Дәүләкән районының Сапай ауылында "Гәүһәр" фольклор төркөмө ойошторолоуға - биш йыл. Улар Милли кейем байрамына махсус тегелгән күлдәктәр кейеп, сигелгән алъяпҡыстар бәйләп килгән.
Зәңгәр күлдәктәрен башҡорт халҡы диңгеҙе Асылыкүл менән сағыштыра улар.


Төркөм күп балалы әсәләрҙән тора. Улар боронғо көйҙәрҙе башҡара, таҡмаҡтар әйтә, ҡумыҙ уйнай. Әйткәндәй, милли башҡорт музыка ҡоралын да улар махсус рәүештә Өфө оҫталарынан эшләтеп алған.
Афарин, "Гәүһәр"ҙәр!
Читайте нас: