Боронғо милли, мәҙәни юғарылыҡты тамам онотҡан был ҡәүемдәрҙә мәҙәниәт хәрәкәте шунан башҡа сүрәттә булыуы мөмкин дә түгел ине. Беҙ ышанабыҙ ки, был ҡәүемдәр тиҙ ваҡыт үҙҙәренә ғөмүми милли тарих, милли әҙәбиәт һәм телде өйрәнерҙәр һәм, оҙаҡ ваҡыт үтмәҫ, көслө бер милләт сүрәтенә әйләнерҙәр. Ләкин [был хәл] һәр ҡәүем үҙендә барын майҙанға сығарып, ғөмүми милли, әҙәби хазинаға һалған һуңында ғына булыр. Был эш бөгөн булмаһа, иртәгә булыр. Ләкин хәҙергә ҡәүеми, ҡәбиләүи шовинизм хөкөм һөрә һәм шунлыҡтан башҡорттоң бөтөн-бөтөн милли милке быларға ҡорбан булып бара. Татар ҡәүеме башҡорт музыкаһын яҡшылап тыңлаһа ла, уның тел, ғөрөфғәҙәт һәм халыҡ әҙәбиәтендәге ҡиммәтле урындарын иғтибарға алмай, бәлки мотлаҡ үҙенекен генә алға сығарыу һәм үҙенекен башҡаларға көсләп керетеүҙе теләй. Шундай уҡ ҡаҙаҡтар. Бындай ҡәбиләүи шовинизм араһында ҡалған башҡорттарҙың аңлы синыфтары күрәләр ки, башҡорт үҙендә барын фәҡәт мөстәҡил сүрәттә эшләп алып барған ваҡытта ғына, үҙенең төркилеген, башҡа төркиҙәр өҫтөнлөгөнән һәм төрки булмаған элементтарҙан һаҡлар һәм шул ваҡытта ғына үҙе һаҡлаған милли, рухани байлыҡты Жучи, Сығатай улустары мәҙәниәтенә ҡаршы хәрәкәт итеүсе айырым ҡәбиләләрҙең ҡулында исраф булыуҙан ҡотолдорор. [Ул] үҙенең тарих, ғөрөф-ғәҙәт, музыка, тел, милли әҙәбиәт хосустарында һаҡлап килгән, үҙенә мөстәҡил сүрәттә эшләп кереткән ваҡытта ғына, бәлки, был ҡәүемдәрҙең берләшеүе юлында онотолмаҫлыҡ эш ҡылған булыр. Беҙгә бынан һуң үҙ тел, ғөрөфғәҙәт, әҙәбиәтебеҙгә ныҡ йәбешеү тейеш. Шуға күрә ул [башҡорт] урта төрки миллилегенең һәм милли әҙәбиәтенең терелеүендә күҙгә күренерлек урын алһын. Ер мәсьәләһе. Башҡорттоң был көн иң алда торған оло бер мәсьәләһе – ер. Борон нуғай Иҙел тамағына, Кубань һәм Ҡырымға киткәс, бөтә Иҙел, Яйыҡ араһы башҡортҡа ҡалды. Башҡорттарҙы үҙенә ҡаратҡан урыҫ борондан уҡ һан яғынан үҫеп килде. (Урыҫ һәр йыл 17 %-ҡа үҫә. Һәр ҡырҡ йыл һайын ике өлөш арта.) Ул башҡорт ерен баҫып алды. Хәҙер Эске Рәсәй халҡына әҙәм башына туғыҙ дисәтинә ер бирмәксе булалар. Шул хисаптан ҡарағанда Эске Рәсәйҙәге урыҫ мужигының йөҙҙән алтмышына ер юҡ. Был урыҫ борон уҡ башҡорт ерен ҡалдырмаҫтан бөтә ерҙе алып бөткән булыр ине. Тик үҙенең наҙанлығы, тимер юл һәм башҡа хәрәкәт сараларын төҙөй алмауы кеүек Беренсе сәнә дауамы Гәзиттең баһаһы берәмләп 15 тин. 3 һум ебәреүсегә даими барып торасаҡ. № 1 БАШҠОРТТАР ИТТИФАҒЫ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ сәбәптәр арҡаһында ғына башҡорттоң бар ерен баҫып ала алмай ҡалды. Хәҙер Ырымбур, Өфө губерналарында Бөрйән, Үҫәргән, Таналыҡ, Гәрәй, Ҡыпсаҡ, Түңгәүер, Тамъян кеүек һәр волосы ҙурлыҡта Варшау яғының бер губернаһына тиңләнгән илдәрҙә күп ер бар. Ғөмүмән, Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар башҡорттарында ер эске Рәсәй урыҫына ҡарағанда күп. Эске Рәсәйҙең 47 губернаһына кеше башына туғыҙ дисәтинә ер биргәндә, Ырымбур, Һамар, Өфө яғында 216 % ер артып ҡала. Петроградтағы крәҫтиән съезында Ағуданский тигән урыҫтың ҙур әҙәме башҡорт илендәге был хосусиәтте мужикка төшөндөрҙө. Ул хисаптан [ер] бүлеү китһә, бер башҡорт янына йәнә 24 урыҫ ултыртыу тейеш булыр. Башҡорт был мәсьәләне төрлө яҡлап өйрәнеү, төшөнөү, кәрәкле сараларын күреү тейеш. Ер мәсьәләһен өйрәнгәндә халыҡтың, ерҙең дисәтинә һанын ғына алыу етмәй, бәлки ерҙең тәбиғәтен, урманлы хосустарҙа халыҡтың йәшәү ысулдарын ҡарап хәл итеү кәрәк була. Башҡорт күҙ йомоп торһа, урыҫ бар башҡортто крәҫтиән рәтенә ҡуйып бөтөр. Ләкин башҡорт иген менән генә тормай, күп ерҙә урман эше, хайуан аҫрау бик көслө. Ҡаҙаҡтарҙың ерҙәрен мужикка бүлә торған 47 губернаға керетмәйҙәр. Беҙгә лә күп ерҙә үҙебеҙҙең ҡаҙаҡ менән бер тормош иткәнебеҙҙе күрһәтеү хәжәт булыр. Тағы артҡан ер булһа ла башҡорт, әлбиттә, урыҫты ултыртмай, үҙенең ерһеҙ башҡортон, мосолманын ултыртыр. Бына был хәлдәр барыһы бик ҙур, бик мөһим мәсьәләләр. Был мәсьәләне башҡорт үҙе теләгән сүрәттә хәл итә алһа, фәҡәт үҙ ғәйрәте, үҙенең берлеге, иттифағы менән генә хәл итә алыр. Унһыҙ ҙа наҙан, ярлы башҡорт ер хаҡында тейешле сара күрмәһә, эше харап. Мәғариф мәсьәләһе. Борон ҡымыҙға иҫереп, йәйләүҙән йәйләүгә сабып йөрөп өйрәнгән башҡорт, хәҙер ҙә донъяны фәҡәт беләк менән генә көтөп, динде, миллилекте ғилем менән генә һаҡлап була икәнен төптән төшөнгәне юҡ. Ырымбур, Өфө яғында яҙыу таныған башҡорт йөҙгә алты. Яҙыу таныу ғына етмәй, яҙыу менән эш итә белеү кәрәк. Уныһы ике йөҙгә берәүҙән артмаҫ. Ғилемле, һөнәрле халыҡ кәрәсинһеҙ, утһыҙ ҡараңғы төндө яҡты иткәнен, айлыҡ юлды атһыҙ арба менән бер көндә барғанын, алты ат менән ай һөргән ерҙе атһыҙ һабан менән бер көндә бөтөргәнен башҡорт ишетмәй түгел, ишетә. Ләкин ни өсөн һаман үҙенең мөсһөҙ, килбәтһеҙ алама хәлендә торорға риза була? Бар ғәйеп наҙанлыҡта. Ике миллион башҡорт өсөн урта төрки ҡәүемдәре араһында иң наҙан бер өлөшө булып тороу башҡорт йөҙөндә ҡара [тап] булып тора. Был донъяла халыҡтар шул саҡлы көрәшкәндә, аңһыҙ, белемһеҙ ни ҡылырһың?! Дөм урман, тауҙар эсендәге бөрйән, ҡатай, ҡыпсаҡ, киң, тимер юлһыҙ сәхрәләге үҫәргән, юрматы был хосуста үҙе ҡайғыртмаһа, уның илендә йөрөүсе ҡырҡтартмасы, ҡымыҙ эсергә килгән сырхауҙар ҡайғыртасаҡмы?! Почтанан заказной хат килһә, ҡан төкөрөп ауырыһа, бөрйән йөҙ илле саҡрым урыҫ ауылына барып йөрөй. Сөнки үҙ ҡайғыһын үҙе белмәгәс, урыҫ йә башҡаһы уның өсөн баш ауырттырмаған: почта ла яһамаған, больница ла ҡылмаған. Хәҙер башҡорт үҙ ҡайғыһын үҙе белһен. Шунлыҡтан ул заманы менән йәмле Уралдың уңын, һулын тотош мәктәп, китапхана, почта, телеграф, тимер юл, электр, хәстәханалар, иң һуңғы көнкүреш, ер, урман, хайуан тәрбиәләре әсбабы менән тултырһын. Башҡорт урта төркиҙәр араһында иң мәҙәниәтле, иң туҡ, иң бай әҙәм булыу юлына керһен. Хәҙерге заман мәсьәләләре. Хөрриәт сығарған мәсьәләләрҙе ҡарау өсөн күҙең күлдәй булһа ла етмәҫ. Рәсәйҙең ни эшләгәнен ҡараһағыҙ, хәҙер башығыҙ әйләнер. Николайҙы, уның һанаттарын ябып ҡуйыу менән генә ҡалманылар. Идара өсөн ниндәй уңайлы юл булһа, шундай итеп идара итергә әйтәләр. Башҡорт, һинең ихтыяждарыңды иң ярашлы сүрәттә үтәр өсөн ниндәй ысул мәслихәт? Дәүләт ниндәй ысулда идара ителергә тейеш? – тип Рәсәй халҡы башҡорттан да һорай. Шул хаҡта мәслихәт ҡылыр өсөн Учредительный собрание тигән мәжлес ҡороп, шунда башҡорттарҙы ла саҡыра. Йә, ни итәбеҙ? Хәҙер элекке волость, өйәҙ идаралары урынына волость, өйәҙ комитеттары төҙөлдө. Былар волость земстволары тип йәнә яҡшыраҡ ысулға ҡуйыласаҡ. Ер, иген эштәре менән шөғөлләнгән кешеләргә крәҫтиән советтары губерна, өйәҙ, волость һайын асыла, шул уҡ өйәҙ һәм волостарҙа ер комиссиялары асыла. Шулар бөтәһе башҡорттарҙың үҙ ҡулдарында үҙҙәре теләгән, илгә уңайлы рәүештә ҡуйылыу тейеш. Уларға һайлау, идара итеү нисек булыу тейеш? Бына шуларҙың һәммәһен башҡортҡа, һис булмағанда, урыҫ мужигынан кәм белмәү һәм һәммәһен дә үҙ ихтыяжын белеп эш итеү кәрәк. Финанс мәсьәләһе. Башҡорт үҙенең ихтыяжын үтәү өсөн күп аҡсаға мохтаж. Башҡорттоң ере был тарафтарҙа кәрәк өҫтөндәге емештәре, кәрәк аҫтындағы мәғдәндәре менән булһын бик бай, тота белеп тотҡанда, уның килеме лә күп. Ләкин башҡорт еренең тәрбиәһеҙ хәлдә ятыуынан был ерҙәргә һәм башҡорт ҡәүеменең үҙ тәрбиәһенә тотоласаҡ сығым да сикһеҙ ҙур булыр. Шул сәбәптән башҡорт еренән килгән килем, башҡорттоң был көнгә ҡәҙәр тапҡан малдары башҡалар тарафынан таланып алынып тороуы[н иҫәпкә алып], быларҙың бәғзеләрен башҡорттоң ғөмүми, милли, мәҙәни эштәренә тотонор өсөн тырышҡанда, бәлки хәҙерҙән үк алыу мөмкин булыр. Башҡорттоң ер-һыуҙарынан башҡорт фондына тип ҡалдырылған аҡсаһы ғына ла өс миллион һумдарға етә. Бына шул аҡсаларҙы майҙанға сығарыу, төп башҡорттоң әлеге ваҡытта ҡулында барын бер ергә туплау, киләсәктә башҡорттоң барлыҡ эштәрен матди яҡтан тәьмин итеү – ошолар «башҡорттоң финансы» тигән бер мәсьәләне тәшкил итә. Был мәсьәләне, әлбиттә, алда тоторға кәрәк. Уны хәл итеү өсөн дә башҡорт үҙе ҡайғыртмаһа, берәү ҙә ҡайғыртмаҫ. Элекке Николай батша заманында һәм унан борон бер эше булһа, беҙҙең башҡорт ауылдың бер һүҙгә сәсәнен тота ла, бер нисә йөҙ аҡса биреп, адвокатҡа, түрәләргә ебәрә ине. Становой ни тип әйтер, старшина, урядник, писарь ни бойорор, тип тора ине. Инде ул заман үтте, һәр эште башҡорт үҙе эшләү заманы килде. Йөҙ йыл элек Сенатҡа ебәреп зар булған эштәрен башҡорт үҙе хәл итә ала. Хәл итә тигәс тә, юғарыла һаналған ул мөһим мәсьәләләрҙе былай ғына хәл итеп булмай, уның бер шарты бар. Организация тиҙәр. Был урыҫ һүҙенең мәғәнәһе халыҡ үҙе ойошоп, үҙенең аҡылын, фекерен башына туплап эш итеү тигән һүҙ. Иң элек ауыл халҡы иттифаҡҡа килер. Унан һуң ауылдар бер булып, волость иттифаҡҡа килер. Унан һуң волость бер булып, өйәҙ иттифаҡҡа килер. Шунан бөтә башҡорт бер булып, съездар, йәмғиәттәр яһап, барлыҡ уйын, фекерен, көсөн бер ергә йыйыр. Бына шуны организация тиҙәр. Беҙ шул юғарыла һаналған маҡсаттарыбыҙға берекмәҫтән, съездар ҡылмаҫтан етә алмайбыҙ. Башҡа халыҡтар иттифаҡ ҡылып, ойошоп бөттөләр. Әммә башҡорт һуңғараҡ ҡалып бара. Ләкин хәҙерҙән үк ул эшкә керешһәк, һуңламабыҙ. Бәғзе башҡорт зыялылары Мәскәүҙә булып үткән Ғөмүми мосолман съезынан элек үк башҡорттарға иттифаҡтар, съездар ҡылыуҙы әйтһәләр ҙә, бәғзеләре, шул ғөмүми съезға килгән башҡорттар үҙ-ара йыйылып, мәслихәт ҡылышырҙар, унан һуң башҡорт съезы йыйырбыҙ, тинеләр. Әлбиттә, әүәл кәрәк ине. Сөнки башҡорттар үҙ-ара ойошоп етмәгәнлектән, [Ғөмүм] мосолман съезында булһын, кәрәк унан элгәре съездарҙа булһын, үҙ тауыштарын яҡшы ишеттерә алманылар. Хатта Ғөмүм крәҫтиән съезына ла ҡатнаша алманылар. Ләкин һәр милләт үҙенең мәнфәғәтен генә ҡарай. Ошо әсе тәжрибә съезд йыйыуҙы кисектереү ярамағанын төшөндөрҙө. Шунлыҡтан Ғөмүми мосолман съезындағы башҡорт вәкилдәре, башҡорт тиҙ арала ойошмаһа, эше бөтөнләй харап була тип, съезды йәһәт үткәрергә ҡарар ҡылдылар. Һәм шул хаҡта тейешле саралар күреү өсөн Башҡорт областной бюроһы төҙөнөләр. Был бюро үҙенең йомошона кереште. Инде һеҙ беләктәрегеҙҙе һыҙғанығыҙ, билегеҙҙе быуығыҙ, аҡылдарығыҙҙы башығыҙға йыйығыҙ. Ерле – ерҙә, ил – илдә ойошоп, эшкә керешегеҙ. Беҙ һәм үҙ нәүбәтебеҙҙә гәзитебеҙ арҡылы, съезға ҡәҙәр юғарыла һөйләнгән һәр мәсьәләләрҙе ҡулдан килгәнсә халыҡҡа төшөндөрөргә, ураҙа бөтөүгә съезды йыйып, башҡорттоң ғөмүми ихтыяждарын бер усҡа туплау өсөн барлыҡ тырышлығыбыҙҙы, ғәйрәттәребеҙҙе һалырбыҙ. Барлыҡ башҡорт үҙенең бөтә көсөн йыйып берләшкән, ойошҡан ваҡытта ғына үҙенең мәҙәни, иҡтисади, сәйәси маҡсаттарына етә, татар, ҡаҙаҡ, башҡорттоң һәммәһенә уртаҡ булған миллимәҙәни хәрәкәткә, унан һуң ғөмүм Рәсәйгә үҙ өлөшөн индерә алыр. Әхмәтзәки [Вәлиди] Башҡорт бюроһының 15 майҙан 29 майға ҡәҙәр ҡылған эштәре Бюро ағзаларынан Әхмәтзәки Вәлиди, Үҙәк шураға ағза һайланып, Ырымбурға килә алмағанлығынан, унда өс ағзанан имам Сәғит Мираҫов менән Аллабирҙе Йәғәфәров килеп эшкә керештеләр. Улар, килеү менән, Каруанһарайҙа урын алыу хаҡында губернский комиссар, комитет народной власти, һалдаттар Советы менән килешеп, урынлаштылар. Быҙаулыҡ өйәҙе башҡорттарының үтенесе буйынса Шәйехғаттар әфәнде Абыҙгилдинды Бюро хеҙмәтенә алып, шул өйәҙ башҡорттарына хатип итеп ебәрҙеләр. [Бюро] Мәскәү съезындағы башҡорт вәкилдәренең башҡорт съезын үткәреү хаҡындағы ҡарарҙарын русса һәм, был съездың маҡсаттары ни икәнен аңлатып, мосолманса ике бит ҡағыҙ баҫтырып, башҡорт волостарына таратты. Ырымбурҙағы Губерна крәҫтиән съезына бюро исеменән 2 рыу өсөн Петроградта яһаласак Ғөмүми мосолман советы мәсьәләһен урынһыҙға файҙаландылар. Был мәсьәлә хаҡында докладты Ғаяз Исхаҡов алған. Докладты бүлек-бүлек ҡарарға тырышҡас, юл бирһәләр ҙә, асыл нигеҙе яҡтан ҡарарға һәм төптән үҙгәртергә һис юл бирмәнеләр, күпселектән һөйләтмәнеләр. Тик халыҡты алдап, улай итеп, былай итеп ҡурҡытып, эште тамам боҙҙолар. Инде булған эш булған тип, беҙҙең башҡорт вәкилдәре үҙ-ара йыйылып Советҡа үҙ араларынан ике вәкил (Юныс Бикбов һәм Әхмәтзәки Вәлидовты) керетмәксе булдылар. Татарҙар үҙҙәренән ун вәкил керетһәләр ҙә, башҡорт вәкилдәренең һүҙҙәрен иғтибарға алманылар. (Әхмәтзәки Вәлидов Советҡа керһә лә, уны төркөстанлылар һайлап кереттеләр.) Ошоноң өҫтөнә Ғаяз Исхаҡовтар был Советҡа татарҙарҙан да һаман федерацияға хилаф әҙәмдәрҙе керетеүгә тырыштылар һәм бик ҙур оятһыҙлыҡтар итә торғас, маҡсаттарына еттеләр. Хатта хәҙер ошо Советтың башҡарма комитетына шул уҡ Әхмәтбәк Цаликовты рәйес һәм уның фекерҙәше Мөхәмәтйәровты сәркәтип итеп һайлағандар. Инде был Советҡа һәм комитетҡа күп эштәрҙә полномочие бирҙеләр. Хәҙер Совет менән комитетта Рәсәй төркиҙәре теләгән маҡсаттарҙы үткәрергә тырышыусы әҙәмдәр шул Әхмәтбәк Цаликов һәм башҡалар менән талашып ҡына ваҡыт үткәрмәһәләр ярар ине. Ул ваҡыт беҙҙең мосолман Учредительный собраниеға башҡа милләттәр менән иттифаҡ ҡыла алмаҫтан, бөтөнләй яңғыҙ, буш ҡул менән ҡалмаһа ярар ине. Әлбиттә, эш Әхмәт Цаликов, Мөхәмәтйәров, Ғаяздарға ҡалһа, улар мотлаҡ федерация нигеҙен боҙорға һәм федерация алырға тырышыусы милләттәр һәм партиялар менән мосолмандарҙы бер ергә йыймаҫҡа тырышырҙар. Инде бынан сығыу өсөн берҙән-бер сара булһа, ул да Иҙел буйы татарҙары үҙ-ара йыйылып килешеү һәм, әлбиттә, Әхмәтбәк Цаликовтарҙы икенсе яраҡлы вәкиле менән алыштырыуҙары лазым. Шул кәрәк. Рәсәй мосолмандары өсөн, әлбиттә, бер иттифаҡ – совет кәрәк, ләкин бында вәкилдәр төрлө ҡәүемдәрҙән ғәҙеллек менән һайланыу тейеш. Халыҡ үҙе ерле ерендә айырым идаралар булдырырға ҡарар биргәс, был совет, әлбиттә, Рәсәй мосолмандарының ғөмүм милли, ижтимағи, ғәскәри, рабочий һәм сәйәси эштәрен ҡарарға түгел, бәлки мосолмандарҙы 1) Учредительный собраниеға әҙерләргә, 2) хәжәт булғанда, уларҙың йомоштарын хөкүмәткә еткерергә, 3) уларҙы хәбәрҙар ҡылып тормаҡ һәм 4) иң мөһиме – Рәсәй мосолмандарының мохтари – үҙаллы идара мәсьәләләрен ғәмәлгә № 1 өс вәкил (Аллабирҙе Йәғәфәров, Хөсәйен Хаҡбирҙин, Ғәбделәхәт Фәхретдинов) керетте һәм съезға килгән башҡорт вәкилдәрен йыйып, ер мәсьәләһендә съезда ниндәй юл тотоу хаҡында кәңәшләшеп, был хосуста казачийҙар менән бергә хәрәкәт итеү, йәғни үҙ ерҙәрен үҙ ҡулдарында ҡалдырыу хаҡында ҡарар сығарҙы, съезд да шул сүрәттә үтте. 29 май мәжлесендә, крәҫтиән съезына килгән башҡорт вәкилдәре менән булған мәжлестә, съезды ураҙа эсендә үткәрмәй, ғәйеттән һуң июлдең 20-һенә ҡалдырыу мәсьәләһе килешеп ҡабул ителә. Башҡорт иттифағы бюроһының протоколдары 31 май мәжлесе Рәйес: Сәғит Мираҫов. Мәжлестә Әхмәтзәки Вәлидов, Сәфәрғәли Иҙелбаев, Хөрмәтулла Иҙелбаев, студент Йосопов, студент Ҡыуатов, Шәйехғаттар Абыҙгилдин, крәҫтиән съезына килгән вәкилдәр ҡатнашалар. Нәүбәттәге мәсьәләләр: 1) Башҡорттар менән хохолдар араһындағы низағ хаҡында һалдаттар советы рәйесенең ғарызы. 2) Бюроның мөхбирен сығарыу. 3) Съезд алдынан күреләсәк саралар. 4) Башҡорттарҙы хәҙерге хәл менән таныштырыу һәм иғәнә йыйыу өсөн хатиптар ебәреү. Беренсе мәсьәлә хаҡында һалдаттар [советы] рәйесе һөйләп, шул хаҡта хәҙерҙән үк бер сара күреү тейешлеген ғарыз итә. Кәңәшмәнән һуң һалдаттар советынан бер әҙәм, Башҡорт бюроһы тарафынан һалдат Илдархан Мутинды ебәрергә ҡарар ителә. Гәзит мәсьәләһе хаҡында Әхмәтзәки Вәлиди һөйләй. Фекер алышыуҙан һуң, хәҙергә сыға торған ваҡытын һәм йыллыҡ баһаһын тәғәйенләмәҫтән, ошо көндән үк сығара башларға ҡарар ителә һәм гәзит менән идара итеү эше рәйес Сәғит Мираҫовҡа тапшырыла. Шунда уҡ гәзиттең программаһы, маҡсаттары билдәләнә. Съезға әҙерлек мәсьәләһендә Әхмәтзәки Вәлидов, ураҙа эсендә башҡорттарҙың хөрмәтле әҙәмдәренән егерме–утыҙ кешене саҡырып, съезда кәңәш ителәсәк мәсьәләләрҙе ҡарауҙы ғарыз итә. Кәңәшләшкәндән һуң, был кесе мәжлесте июндең 25-нә саҡырырға була[, тип ҡарар итәләр]. Башҡорт илдәренә хатиптар ебәреү мәсьәләһе ҡаралып, Бөрйән яғына имам Фазлулла Рәсүлев, Ырымбур өйәҙенә Сәфәрғәли Иҙелбаев, Стәрле тарафына Шәйехғаттар Абыҙгилдиндарҙы ебәрергә ҡарар бирелә. Стәрле, Бәләбәй һәм башҡа тарафтарҙа ниндәй хатиптар тәғәйен итеү мөмкинлеге ҡаралып, кешеләр күрһәтелә. 2 июнь мәжлесе Каруанһарайҙың губернский присутствие залында. 31 май мәжлесендә булған ағзалар һәм вәкилдәрҙән башҡа һалдат Хариҫ Игликов, һалдат Ғәзиз Дәүләтшин, Ғариф Мутиндар ҡатнашалар. Рәйес: Сәғит Мираҫов. Нәүбәттәге мәсьәләләр: 1) Съезд программаһы. 2) Бюроның программаһы, уставы. 3) Яңы ағзалар саҡырыу. 4) Съезға материал әҙерләү. 5) Бюро өсөн китапхана туплау. Беренсе мәсьәлә буйынса Мәскәү съезындағы башҡорт вәкилдәре төҙөгән программаға бәрәбәр, нимә арттырыуарттырмау мәсьәләһе ҡаралып, арттырмау ҡабул ителә. Икенсе мәсьәләгә ярашлы Әхмәтзәки Вәлидов Бюроның ҡыҫҡа программа һәм уставын ғарыз итә һәм шул ҡабул ителә. Өсөнсө мәсьәлә буйынса яңы ағзалар: Юлбарыҫ Бикбов, студент Ғоҫман Ҡыуатов, юрист Юныс Бикбов, земство хеҙмәткәре Сәфәрғәли Иҙелбаев, башҡорт һалдаттарынан Хариҫ Игликов, Ғәзиз Дәүләтшин, Ғариф Мутин һайланалар. Ғоҫман Ҡыуатов бюроның русса секретары итеп һайлана. Дүртенсе мәсьәлә буйынса Сәфәрғәли Иҙелбаев менән Ғоҫман Ҡыуатовҡа земство һәм губернcкий статистика комитеттары һәм межевой комиссияларынан башҡорттар һәм уларҙың ерҙәре хаҡында материал йыйыу тапшырыла. Бишенсе мәсьәләгә ярашлы бюро янына китапхана тәшкил итеүгә керешеп, хәҙерҙән үк башҡорттарға ҡағылышлы әҫәрҙәр йыя башлау һәм Ырымбур, Өфө, Пермь, Вятка, Һамар тарафтарында сыға торған бөтә урыҫ, татар гәзиттәрен алдырырға ҡарар ителә. Съездар Ғөмүми Рәсәй мосолман съезы Был заманда сикһеҙ күп съездар булып, халыҡ ойошоп, һаман иттифаҡлашып ятҡан ере. Мосолмандар араһында ла күп съездар булды. Мәскәүҙә мосолман студенттар съезы, Ҡазанда, Ташкентта мөғәллимдәр, мөслимәләр съезы. Ҡаҙаҡтарҙың төрлө съездары, кавказдарҙың һәм төркөстанлыларҙың съездары. Майҙың 1-нән 11-нә ҡәҙәр Мәскәүҙә Ғөмүми Рәсәй мосолмандарының съезы. Был мосолман съезына әҙәм күп өмөт бағлап торған ине. Хатта Риза ҡазый уны «Өммәт килешеүе» («Иҗмағ өммәт») тип атап, үҙенең өмөттәрен үҙенсә күрһәткән ине. Съезд Мәскәүҙә, Рәсәй мосолман ғаләмендә мәктәптәрҙең бина йәһәтенән иң өлкән һәм иң гүзәл булған Асадуллаев мәктәбендә булды. Халыҡ та һигеҙ йөҙҙән артыҡ булып, башта бик шәүкәтле төҫлө күренә ине. Урыҫ гәзиттәре лә был съезға бик ҙур әһәмиәт биреп яҙалар ине. Тик съезды йыйыуҙа бер тәртип тотолмаған икән. Һигеҙ йөҙҙөң алты йөҙләбе Иҙел буйы татарынан булып, кавказлылар, төркөстанлылар, ҡаҙаҡтар бик аҙ ине. Башҡорт та үҙ хисабынан кәм ине. Ғәҙеллек булһа, ҡарарҙарҙың дөрөҫлөк менән булыуына иғтибар ителһә, әлбиттә, съезды халыҡтың һаны нисбәтендә йыйыу тейеш [ине]. Быға иғтибар ителмәгән, ихтимал ки, махсус иғтибар итмәгәндәрҙер. Шулай уҡ докладтар ҙа тейешһеҙ әҙәмдәргә тапшырылған. Иң төп мәсьәлә – дәүләт менән идара итеү ысулы мәсьәләһе төрки ҡәүемдәргә һис мөнәсәбәте булмаған кавказлы, осетин ҡәүеменән Әхмәтбәк Цаликов тигән әҙәмгә тапшырылған. Ул әҙәм үҙенең ҡараштарына ярашлы социалдемократлыҡҡа (ул социалдемократтар гәзите булған «Новая жизнь»дың мөхәррирҙәренән, был гәзит Керенскийҙарға ҡаршы) артыҡ ихласлығынанмы, йәки кадет партияларына һүҙ бирепме, нисектер докладында мосолмандарҙың һәр ерҙәге ҡарарҙарына – федерация, йәғни ҡушма йөмһүриәткә ҡаршы һөйләне, һәр эшен бөтә мосолмандарҙы берләштереү – «Иттихади ислам» («Ислам берҙәмлеге») – төҫтәренә буяп, йәки һалдат һәм эшселәрҙе ҡотортоп, мәжлестең йәмен ебәрҙе. Съездан элек Мәскәү урамында «федерация» тип байраҡ күтәреп йөрөгән мөхәррир Ғаяз Исхаҡов та уның менән бер иттифаҡта булып, халыҡты ҡотортоп, шул бер мәсьәләне алты көнгә һуҙҙылар. Ләкин һөҙөмтәлә һаман өҫтөнлөк ала алманылар. Был эш, әлбиттә, съезд әҙерлеген күреүсе бюроның яңылышлығылыр. Бындай мөһим мәсьәләне Рәсәйҙә урыҫтан һуң иң күп булған төрки балаһына, төрки рухы, төркиҙең милли, сәйәси хаятын тәьмин итеү менән тулған кешегә тапшырырға кәрәк ине. Әхмәтбәк Цаликов, Ғаяз Исхаҡовтар күпселектең ҡарарына риза булып ҡына ҡалманылар, ахырында шуны боҙорға тырыштылар. Съезда идара итеүҙең ҡушма ысулы ҡабул ителгәс, шуны нисек ғәмәлгә ҡуйыу юлдарын, йәғни ҡайһы өлкәләрҙә ниндәй мосолмандарға айырым идаралар булыу мәсьәләләрен һәм уны булдырыу хаҡында хәҙерҙән күреләсәк сараларҙы тикшереү кәрәк ине. Алты көн бер мәсьәлә өҫтөндә ултырып арығас һәм яуыз ниәттәр көсәйеүен күргәс, халыҡ таралғылай башланы һәм ҡалған мәсьәләләрҙе тиҙ-тиҙ генә ҡараштырыу юлын тотто. Әхмәтбәк Цаликов һәм Ғаяз Исхаҡовтар компанияһы шунан файҙаланып, ҡушма ысул мәсьәләләрен бөтөнләй юйырға тырыштылар. Халыҡты ерле ерендә мөстәҡил эшләүгә күнектереү юлдарын ҡарау урынына, бөтә мосолмандың ғәскәри, эшсе, рухани, мәҙәни, сәйәси һәм башҡа эштәрен Петроградҡа йыйып ҡуйыу, йәғни халыҡ теләгән федерацияны ысынында эштән сыға БАШҠОРТТАР ИТТИФАҒЫ БЮРОҺЫНЫҢ МӨХБИРЕ 3 ашырырға тырышырға тейеш. Съезда Ғаяз Исхаҡовтар нисек булһа ла был Советҡа төрлө тараф мосолмандарының мохтариәт ысулы хаҡындағы тырышлыҡтарын юймаҡ (парализовать итмәк) сүрәтенә ҡуйып ебәргәс һәм беҙҙең башҡорт вәкилдәрен кереттермәгәс, беҙ, башҡорттар, был Советҡа матди ярҙам бирмәҫбеҙ, тип әйттек. Киләсәк башҡорт съезында, әлбиттә, был мәсьәлә тикшерелер һәм башҡорттан вәкилдәр керетелмәһә һәм Совет мосолман теләгән маҡсаттарҙы алға сығарыу хаҡында айырымасыҡ юл тотҡан әҙәмдәр ҡулына кермәһә, башҡорттар ошо ҡарарҙарына тоғро ҡалыуҙары кәрәк, тип уйлайбыҙ. Съездың башка ҡарарҙары ла шундай юл менән китте. Ер мәсьәләһендә булһын, рухани идара эштәрендә булһын, съезда татар еңеүсе булыуының һөҙөмтәләре асыҡ күренде. Ер хосустарында Рәсәйҙең төрлө тараф мосолмандары тик бер иттифаҡҡа (блокка) килеүе мөмкин. Хатта Петроградтағы крәҫтиән съезы ла был хосусты иғтибарға алып, ер хосусында Эске Рәсәйҙең 47 губернаһын ғына алды. Әммә ҡаҙаҡ сәхрәһен, Төркөстан һәм Кавказды айырым ҡалдырҙы. Әммә мосолман съезында Шакир Мөхәмәтйәров социалистар ҡарарын сығып уҡып, башҡа һөйләүселәргә юл бирмәне. Ҡабул иттерҙе. Рухани эштәр хосусында съезд бөтөнләй татар съезы сүрәтен алып китте. Рухани эштәр тигәндә, Ғөмүм Рәсәй мосолман съезында, әлбиттә, ғөмүм Рәсәй мосолманының рухани эштәре хаҡында һүҙ барыр, тип уйланған ине. Төркөстанда, Иҙел буйында, Ҡырым, Кавказда дини идаралар нисек төҙөлөү мәсьәләһе ҡаралыр, ихтимал, ғөмүм Рәсәй мосолмандары өсөн шәйхелисламлыҡ төҙөү эштәре булырмы, тип уйланған ине. Ул булманы, ул хаҡта яҙылған докладтар уҡылманы. Кавказ, Төркөстан халыҡтары, ҡырымлылар, ҡаҙаҡтар һәм эске рәсәйлеләр булыуға ҡарамаҫтан, съезды тик Ырымбур духовный собраниеһы мәсьәләһе һәм уға һайлауҙар менән үткәрҙеләр. Тик был эш өсөн ғөмүм Рәсәй мосолманын йыйыу лазым түгел, бәлки шул собрание ҡарамағындағы халыҡты йыйып эш итеү кәрәк ине. Һис булмағанда, был ғөмүми съезды шундай урындағы эштәр өсөн дә файҙаланам тигәндә, был мәсьәләгә ғөмүм Рәсәй мосолмандары эше төҫөн биреү хәжәт түгел ине. Шулай итеп был съезд шәп үтмәне. Рәсәй мосолмандарының араһында мәҙәни һәм сәйәси көстәр аҙ. Уларға, әлбиттә, Учредительный собраниела һәм унан тыш күп мәсьәләләрҙә берләшеп, бер иттифаҡ менән эш ҡылыу тейеш. Ләкин ул эш бөтә мосолмандарҙың ихтыяждарын айырым бер ҡәбиләнең ихтыяждарына эйәртеп йөрөтөү, шулай итеп айырым бер ҡәбилә интерестарына ғөмүм Рәсәй мосолманы төҫөн биреү сүрәтендә булмайынса, иттифаҡ, блок, бербереңә ярҙамлашыу (взаимная поддержка) сүрәтендә булырға тейеш. Әлбиттә, бындай эш һәм мәсьәләләрҙе һүҙ тәьҫирендә хәл ҡылыусы фәҡәт бер халыҡ ҡына еңеүсе булған съезд түгел, бәлки һәр мәсьәләгә тейешенсә ваҡыт биреп, уйлап, фекерләп эшләүсе һәм халыҡтың һанына ҡарап йыйылған һәм яуыз ниәттәргә юл бирмәй торған съезд ғына ҡыла алыр. Алда, августың 25 ндә йәнә Икенсе ғөмүми мосолман съезы яһалырға булды. Өмөт итәбеҙ ки, ул съезд шундай булыр тип. Съездың ахырында беҙ үҙ күҙебеҙ менән күрҙек: Әхмәтбәк [Цаликов]тың идара ысулы хаҡындағы докладын съезд хисабына (!) баҫтырып, һалдаттарға фронтҡа һәм Себергә тараталар ине. Әммә съездың идара ысулы хаҡындағы ҡарарын да шуға ҡушып биргәндә, башына «Съездың ҡарары» тимәйенсә, «Резолюция демократов федералистов о форме государственного управления» тип баҫтырып тараталар ине. Бындай эштәр киләһе съезда, иншаллаһ, ҡабатланмаҫ. Алдағы съезд хаҡындағы өмөтөбөҙ шундай. Сәғит Мираҫов Ахыры бар. Ер мәсьәләһе Хәҙерге ваҡытта бөтә Рәсәй халҡының диҡҡәтен йәлеп иткән нәмә лә – ер һәм тупраҡ мәсьәләһелер. Гәзиттәрҙә һәм йыйындарҙа ер тигән бер тауыш ишетелһә, халыҡтың сәстәре үрә торалыр. Сөнки беҙҙең Рәсәй халҡының күберәк өлөшө башҡа һөнәр һәм сәнәғәт эштәренән мәхрүм булғанлыҡтарынан, иген игеү һәм мал аҫрау эштәренә күберәк бирелмештәрҙер. Шуға күрә алдыбыҙҙа киләсәк Учредительный собраниеға ватандаштарыбыҙ булған урыҫ крәҫтиәндәре, шулай уҡ Волга буйы татар крәҫтиәндәре һәм ауыл көнкүреше менән тереклек итә торған һәр бер милләт кешеләре ҡиблаға йүнәлгән кеүек йөҙҙәрен йүнәлтеп, дүрт күҙ менән ер көтәләр һәм дә Учредительный собраниеға ҡәҙәре һәр ҡайһыһы губерна һәм өйәҙҙәрҙә йыйылыштар яһап, алдан әҙерлектәр ҡылып ҡуйырға йәһед һәм ғәйрәт итәләр. Беҙҙең башҡорт халҡына ер һәм тупраҡ мәсьәләһе хаҡында әһәмиәт бирергә һәм ерҙәребеҙҙең үҙ ҡулыбыҙҙа ҡалыуына тырышырға дәлилле бер фекергә килеүҙе күрһәтергә тейештер. Сөнки бик күп миллиондарса хисап ителгән крәҫтиән халҡының фекере һәм әҙерлектәре Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң эсендәрәк ултырып ҡалырға тырышыуҙыр. Уның өсөн кабинет һәм удел ерҙәренең күберәге Себерҙә, Алтай һәм Нерчинский округтарындалыр һәм был ерҙәрҙең күберәк өлөшө урман булып, иген өсөн удобный ерҙәре аҙҙыр. Икенсенән, һалҡын тараф булғанлыҡтан, крәҫтиәндәр унда барырға өндәмәйҙәр, нисек тә булһа был тарафтараҡ ҡалырға тырышҡан кеүек күренәләр. Беҙҙең гәзитебеҙҙә ер мәсьәләһенә ҡағылышлы һәр номерҙа бер урын биреләсәктер. Шул сәбәпле был беренсе номерҙа ғөмүми булараҡ Рәсәйҙең Европа өлөшөндә ерҙәр күпме һәм кемдәр ҡулында икәнлеге хаҡында бер аҙ мәғлүмәт биреп, киләсәктә губерна, өйәҙ һәм ауылдарҙа башҡорт ерҙәре күпме икәне хаҡында айырыуса яҙыласаҡтыр. Ер хаҡында мәғлүмәт биреп яҙасаҡ әфәнделәргә һуңғы хисаптарҙы күҙ уңында тоторға кәңәш итәбеҙ. Сөнки бик аҙ ваҡыт айырмаһы булған хисаптарҙан ғына аңлашылғанға күрә, үҙгәрештәр ҙә бик күптер. Был минең түбәндә яҙыласаҡ хисаптарҙан мәғлүм булһа кәрәк. 1905 йылда Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге 395 миллион 316 мең дисәтинә ерҙең 154 миллион ярымдан артығы ҡаҙна, сиркәү һәм башҡа учреждениеларҙыҡы, 138 миллион 769 мең дисәтинәһе крәҫтиәндеке, 101 миллион 860 мең дисәтинәһе руханиҙар, купецтар, дворяндар һәм крәҫтиәндәр хосуси милкендә булғандар. Әммә һуңғы [19]13 һәм [19]14 йыл хисаптарына ҡарағанда, ете-һигеҙ йыл эсендә шаҡтай үҙгәрештәр күренәлер, сөнки һуңғы ваҡытта крәҫтиәндәр хосуси булараҡ бик күп ер алдылар. Шул сәбәпле уларҙың ерҙәре артты, әммә баяр һәм дворяндар ерҙәре кәмене. Мәҫәлән, [190]5 йылда дворяндар ҡулында булған 62 миллион [дисәтинә] ер [19]13 йылда (һигеҙ йыл эсендә) 47 миллионға ҡалды. Тимәк, алты-ете миллионға кәмене. Әммә крәҫтиәндәрҙең хосуси милектәре булған ерҙәре [190]5 йыл[да] 24 миллион ярым дисәтинә ине, 1913 йылда 31 миллион ярымға етте. Тимәк, 7 миллионға артҡан булалыр. Тағы крәҫтиәндәрҙең үҙ ерҙәренә башҡа ҡаҙна һәм хосуси кешеләрҙән ҡуртымға алған ерҙәрҙе ҡушҡанда, ҡулдарында 185 миллион дисәтинә ерҙәре барҙыр. Шуның 139 миллионы – надел, 20 миллионы – [уларҙың] ойошма һәм йәмғиәттәре тарафынан һатып алынған һәм 25 миллионы – крәҫтиәндәр тарафынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙер. 1914 йылғы хисапҡа күрә, крәҫтиәндәр надел ерҙәрен укрепить иттереп, отрубҡа айырылғандарҙың һаны ике миллионға яҡындыр. Тағы был крәҫтиәндәр тарафынан 14 миллионға яҡын дисәтинә ер хосуси милеккә ҡылынғандыр. Инде беҙҙең хосуси башҡорт ерҙәренә килһәк, 15–20 йыл эсендә ни хәтле үҙгәреш булғандыр? Быларҙы өҫтән генә ҡарап, тәғәйен хисаптарын алмайынса, яҙырға һис бер мөмкин түгелдер. Шуның өсөн областной съезға ҡәҙәр һәр губерна һәм өйәҙҙәрҙән дөрөҫ хисаптарын алып, беҙҙең гәзитебеҙ арҡылы яҙылырға һәм иғлан ителергә тейештер. Башҡорттарҙың төрлө ведомствола һәм үҙҙәренең ҡулындағы ерҙәрҙең күпме икәне хаҡында яҙыласаҡтыр. Шәйехғаттар Абыҙгилдин Башҡортостан хәбәрҙәре 13 майҙа ете Үҫәргән хәйриә йәмғиәтенең ғөмүми йыйылышы булып, [унда] ҡаралған мәсьәләләр: 1) Ғөмүми мосолман съезында булған башҡорт вәкилдәренең хосуси теләктәре илтифатҡа алынмағанлыҡтан, Областной башҡорт съезы яһарға, тигән ҡарарҙары тикшерелеп, башҡорт халҡы фекер эйәләренең дә күптән үк Областной башҡорт съезы кәрәк тиеүҙәре хәтергә алынып, вәкилдәребеҙҙең был ҡарары урынлы тип, бер ауыҙҙан ҡушылырға һәм тырышып ярҙамда булырға ҡарар ителде. 2) Областной башҡорт съезына ебәреләсәк һәм бюро расходына иғәнә тупларға һәр волостан хөрмәтле һәм ихтирамлы хәҙрәттәрҙән вәғиздәр – өгөтсөләр тәғәйенләнде. 3) 27 майҙа буласаҡ Бөрйән, Ҡыпсаҡ иҫке волостарының йыйылышына Үҫәргән йәмғиәте исеменән вәкил ебәреү тейешле күрелеп, Әхмәтбаҡый хәҙрәт Аҡъюлов тәғәйенләнде. М. А. 7 июнь Ырымбур өйәҙе Ҡыпсаҡ волосы Әхмәт ауылында башҡорттар йыйылыш яһап, Ырымбурҙа буласаҡ Ғөмүми башҡорт съезына вәкил итеп имам Ғәббәс Ишкинин, имам Ишмөхәммәт Ағишев, Мөхәммәт Собханғолов, байҙар тарафынан Хәмиҙулла Итҡолов һәм Шакир Зианбәтовтарҙы һайлағандар. Мәскәүҙә булған ғөмүм мосолман съезының «Шаһитлыҡ һәм вариҫлыҡ хоҡуғында ҡатындарға тигеҙ хоҡуҡ бирелһен» тигән ҡарары Ҡыпсаҡ волосы башҡорттарына насар тәьҫир иткән. Шуға күрә протест әҙерләйҙәр. Әхмәтшакир Зианбәтов