Белемеңде яңырта барыу фарыз.
Тәбиғәттә төрлө уттар яна. Берәүҙәре – усаҡ, икенселәре – үрт. Бүтән уттар ҙа бихисап инде. Йәнә лә һәр нәмә үҙ ваҡытында, Аллаһы Тәғәлә бойорған мәлдә башҡарылырға тейештер.
Хәҙерге заман ҡәләмгирҙәренең ошондай фәлсәфиәт даръяһына сумып ултырырға форсаты бармы икән? Ғөмүмән, яҙмышын журналистика һымаҡ мәшәҡәтле һөнәр менән бәйләргә йөрьәт иткән кешеләрҙең коллектив йөҙө нисек төҫмөрләнә? Зиһенебеҙҙе маҙаһыҙлаған, йөрәкте тырнаған һорауҙар күп инде ул. Уларҙың һәр береһенә яуап табыуы ла ситен. Шулай ҙа беҙ республикабыҙ матбуғатына тиҫтәләрсә йылдарын арнаған публицист Марсель Әҡсән улы ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВТЫ иҫтәлекле көн уңайынан борсорға булдыҡ, ағай әңгәмәнән баш тартмаҫ тигән ышаныс та беҙгә тәүәккәллек өҫтәне.
– Марсель ағай, эшегеҙҙән айырманыҡмы? Өҫтәлегеҙ тулы ҡағыҙ, әллә компьютер, ноутбук һымаҡ нәмәләрегеҙ юҡмы?
– Техник прогресс менән, әлбиттә, тиң атларға кәрәктер ҙә инде, әммә һуңлабыраҡ кителде шул. Бала саҡтан уҡ ручка, ҡағыҙға өйрәнгәс, ғүмер баҡый ҡул менән яҙғас, бүтәнгә баҙнат итә алманым. Мостай ағай бындай саҡта үҙенә ҡағылған һүҙҙе “ғәйеплемен” тип ослай торғайны. Мин дә, остазыбыҙға эйәреп, шуны ҡабатлайым әле. Туҡта, өҫтәлемдәге әйберҙәрҙән башҡа, һеҙҙе бөгөн бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмаймы һуң?
– Ниңә ҡыҙыҡһындырмаһын, хәҙер үҙегеҙҙе һорауҙар менән күмергә ниәт. Бына һеҙ, журналист эше мәшәҡәтле, яуаплы, тип беҙгә һәр ваҡыт ныҡып йөрөйһөгөҙ, ә үҙегеҙ ошо һөнәрҙе һайлағанһығыҙ. Ни өсөн?
– Тормош юлын, һөнәр һайларға кемдәргәлер ата-әсәһе, мөғәллимдәре ярҙам итә. Икенселәр ҡайҙалыр күргәнен, ишеткәнен күңеленә яҡын ала. Мин етемлектә, һуғыш, унан аҙаҡҡы юҡсыллыҡта үҫкәнмен. Әпәүләгәндәй кешеһе лә, шарттары ла булманы. Олатайымдарҙа йәшәгәндә, уларҙың тәҙрә аҫтары гәзит менән йәбештерелгән була торғайны. Ғилман ағайым ярҙамында гәзиттәрҙән хәреф таный башланым. Әлифбам Айыуханов ағай сығарған әсбап түгел, гәзит булды. Яҙмыштыр...
– Баҫылған тәүге мәҡәләгеҙ хәтерегеҙҙәме?
– Онотолаһы түгел инде ул. Илле алтынсы йылдың йәйе. Ауылыбыҙҙағы клубтың – әүәлге мәсеттең – насар эшләүен “һүтеп” сыҡтым. Яуаплылыҡты мөдир ҡыҙға ауҙарҙым. Ваҡыт үтә килә, автор мин-минлеге һүрелә төшкәс кенә, шуны аңланым: тәнҡитләү өсөн ҙур аҡыл кәрәкмәй, хәлде төҙәтеү юлдарын тәҡдим итеү мөһимерәк. Хәйер, был иҫкерә торған хәҡиҡәт түгел.
– Матбуғат, ғөмүмән, рәсмиләштереп әйткәндә, киң мәғлүмәт саралары сәйәси тормошҡа мөкиббән инеп китмәнеме? Элегерәк ул халыҡҡа хәбәр еткереү, мәҙәни тәрбиә биреү, мөмкинлеге сыҡһа, кешеләргә ярҙамға килеү ҡоралы булған бит. Хәҙерге матбуғаттың тәғәйенләнешенә ниндәй баһа бирер инегеҙ?
– Ағайығыҙ – матбуғаттың (ә быны киң мәғәнәлә аңларға кәрәктер) партияның үткер ҡоралы тип йөрөтөлгән замандарында быуын нығытҡан кеше. Йәмғиәттәге үҙгәрештәр ижтимағи аңға ла йоғонто яһай. Әүәлерәк хакимдар рәсми фекерҙе халыҡҡа баҫма матбуғат, телевидение һәм радио аша еткереүҙе хуп күрә торғайны. Ләкин хакимлыҡтың ябай кешеләр менән ошо рәүешле аралашыуы төп формаға әйләнеп китергә тейеш түгел. Кешеләрҙең тере тауышын ишетеп, күҙенә ҡарап һөйләшеүгә ни етә? Был йәһәттән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың һәм үҙебеҙҙең Радий Хәбировтың халыҡ менән мөмкин ҡәҙәр йышыраҡ осрашырға тырышыуы, шул мәлдәрҙәге күренеп торған ихласлыҡ күңелде йылыта. Матбуғат теләһә ниндәй шарттарҙа ла ике даирә араһындағы ышаныслы күпер булырға тейеш. Һүҙ менән эш итеүсе кеше, минеңсә, һәр саҡ “Аласағым китһә лә, әйтәсәгем китмәһен” тигән ҡағиҙәгә таянһын ул.
– Беҙ һеҙҙе журналистиканың төрлө жанрҙарында, шул иҫәптән уның айырыуса ҡатмарлы һәм әһәмиәте яғынан мөһим булған публицистикала күп йылдар әүҙем эшләгән ҡәләмгир булараҡ беләбеҙ. Ошонан сығып фекерләгәндә, матбуғатта ниндәй ҡуҙғалыштар бара? Нимәне ҡәнәғәтләнеү менән ҡабул итәһегеҙ, күңелегеҙҙе ҡырған күренештәр ниҙән ғибәрәт?
– Әгәр шул ҡәҙәре лә ҙур һорауға төпсөрләп яуап бирә башлаһам, гәзит бите етмәҫ ул. Тураһын әйтәйем, олоғайған журналисты нимә борсоғаны мәғлүм бит инде. Дөрөҫөрәге, “нимәләр” тип әйтергә кәрәктер. Туҡтауһыҙ уйландырғаны – гәзит һәм журналдарҙың юғала барыуы. Уларҙа баҫыла торған материалдарҙың электрон версияға күсеүе, бер ҡарағанда, уларҙың һаҡланып ҡалыуын дәлилләгән һымаҡ булһа ла, был ышандырмай. Уйлап ҡарағыҙ, башҡорт ҡәүеменең күпселек өлөшө ауыл ерҙәрендә, хатта ифрат алыҫ төпкөлдәрҙә йәшәй. Теге йәки был гәзиттең сайтына күсерелгән материалды асып таныша барыу өсөн һәр кемдең мөмкинлеге юҡ.
– Гәзиттәр, журналдарҙың тиражы йыллап түгел, айлап кәмей. Быны инҡар итеү файҙаһыҙ. Һәр ғәмәлдең ҡотолғоһоҙ ахыры була. Шул ахыр һеҙҙең ҡарашҡа нисек төҫмөрләнә?
– Байтаҡ йылдар элек миңә Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары тип аталған министрлыҡта шул ведомство етәксеһе урынбаҫары булып эшләргә насип булғайны. Традицион баҫма матбуғаттың юғала барасағын раҫлауымды министр, ҡәтғи кире ҡағып, көлкөгә алғайны. Быуаттар буйы йәшәп килгән матбуғаттың артабан да йәшәүен кем генә теләмәҫ ине? Һәр хәлдә, оло быуын кешеләре. Ләкин, популяр бер йыр һүҙҙәре менән әйткәндә, ваҡыттарҙы булмай туҡтатып. Беҙ өйрәнгән мәғлүмәт сығанаҡтарына алмашҡа Көнбайышта хасил булып, Рәсәй мөхитенә яраҡлаша башлаған бүтән төрлө сығанаҡтар килә. Тик беҙгә, мәғлүмәтте ҡулланыусыларға, үтә талымһыҙ булыу ярамай.
– Интернетҡа инмәй ҙә мөмкин түгел бит...
– Интернетты тыйырға маташыусы радикалдарҙың тауышы әленән-әле ишетелеп ҡала, ләкин заман менән көрәшеү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирмәҫ. Мине бары йәш журналистарҙың интернет мәғлүмәттәре менән самаһыҙ мауығыуы ғына борсой. Журналистикала етди эшләргә теләгән кеше иң тәүҙә фундаменталь әҙәбиәт, ғилми хеҙмәттәр, абруйлы һәм ышаныслы күҙәтеүселәр ҡәләме аҫтынан сыҡҡан мәҡәләләр менән таныша барырға тейеш. Белемеңде, мәғлүмәтлелегеңде һәр көн яңырта бармаһаң, һин тормош ағышынан шунда уҡ артта ҡалаһың.
– Бына гәзиттәргә генә әйләнеп ҡайтҡанда, уларҙа бөгөн һеҙгә нимәләр оҡшамай? Әллә бөтәһе лә иншалламы?
– Ут та бәлә, һыу ҙа бәлә, ут менән һыу булмаһа, тағы ла бәлә, тигәндәй, олоғайған кешене төрткөләп, уның мыжыҡлығын уятмаһағыҙ ине. Былай ҙа минең гәзиттәрҙе риза булып ҡына уҡыған сағым һирәк. Телевизорҙан да, йәнәһе, юҡ-барҙы күрһәтәләр, радионың да һөйләүенең рәте юҡ – бәйләнәм тиһәң, төп-төҙ ултырған бағанаға бәйләнеү өсөн дә сәбәп табып була. Әммә... Һүҙҙе етди кәйеф менән дауам иткәндә, хәҙерге киң мәғлүмәт сараларына дәғүәләрем байтаҡ йыйыла.
– Илдең мәғлүмәт киңлегендә төрлө идеологиялы, төрлөсә ҡарашлы гәзиттәр сыға килә, күрәһегеҙ, Мәскәү телеканалдары бер-береһе менән конкурентлыҡ көрәшендә дәүләт, халыҡ мәнфәғәттәрен онота һәм корпоратив ихтыяждар өсөн генә эшләй. “Российская газета” һымаҡ рәсми баҫма эргәһендә киоскыларҙа “Аргументы недели”, “Новая газета”, “Наша версия”, “Московский комсомолец” һатыла. Һүҙ фекерҙәр плюрализмы тураһында бармай, мәсьәлә дөйөм дәүләт, ил, халыҡ мәнфәғәттәрен онотоуға ҡайтып ҡала. Уның ҡарауы, минеңсә, “Аргументы недели”, “Московский комсомолец” аҙналыҡтарында аналитика көслө. Был баҫмаларҙа ифрат һәләтле, мәғлүмәтле, ҡыйыу фекерле публицистар эшләй.
– Беҙ Рәсәйҙең баш ҡалаһына күстек тә киттек, ә үҙебеҙҙәге матбуғат һеҙҙә ниндәй тәьҫир ҡалдыра?
– “Тураһын әйткән – туғанына ярамаған” тиҙәрме әле? Үпкәләштән булмаһын, иллә республика гәзиттәре етди, системалы аналитиканы онота бара, ә эшлекле, нигеҙле тәнҡит тураһында әйтеп тә тормайым. Башҡортостанда иғтибарға лайыҡ проблемалар юҡмы ни? Бөгөн үтеп, иртәгә онотола торған ыбыр-сыбыр менән йәшәргә ярамай бит, туғандар! Хәбәрселәр көндәлек ваҡиғаларҙы теркәүсегә әйләнде. Халыҡты ваҡ-төйәк менән хушһындырмайыҡ, ул һеҙҙән тормоштоң төпкөлдәренә үтеп инеүҙе көтә. Маҡтау, әлбиттә, кемгәлер оҡшай, ә маҡтаныу иһә шәп сифат түгел.
– Ижадығыҙға йәнә әйләнеп ҡайтайыҡ әле.
– Күкрәк һуғырлыҡ эш башҡарылмағандыр инде. Киң күләмле матбуғат органдарында хеҙмәт итеү бар ваҡытты ғына түгел, ғүмерҙе лә ала. Ике тиҫтәнән күберәк китап баҫтырылған. Башҡорт һәм рус телдәрендә яҙыу ижади мөмкинлектәрҙе киңәйтә. Һаулыҡ ҡаҡшамаһа, күнегелгән ручка, ҡағыҙҙан айырылырға ашыҡмайым.
– Шулай булһын. Матбуғат көнө менән һеҙҙе, ағай! Беҙҙең сафтарҙа ҡалығыҙ!
– Рәхмәт, балалар, тырышырмын.