Бөтә яңылыҡтар

Венер КАМАЛОВ: “Мин йомшаҡ күңелле, эскерһеҙ кешемен...”

Ул тормошонан ҡәнәғәтме?

Ул тормошонан ҡәнәғәтме?


Башҡорт эстрадаһының “динозавры” тип нарыҡлар инем мин уны. 90-сы йылдар башында юлдар-сиктәр асылып, милли эстрада барлыҡҡа килгәс тә, уның йырҙары тамашасы йөрәгенә юл таба. Бынан тыш, уны күптәр сағыу театр йондоҙо булараҡ та белә. Һүҙ Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, танылған йырсы Венер Камалов хаҡында. Ул быйыл үҙенең 50 йәшлек юбилейын билдәләй.


– Тормошоғоҙҙа ниндәйҙер бүлекте тамамлап, икенсеһенә аяҡ баҫырға йыйынған кеүегерәк тойғолар кисерәһегеҙме? Әллә бөтәһе лә тип-тигеҙ барған һымаҡмы?

– Ул тиклем нимәгәлер йомғаҡ яһағандай хис итмәйем үҙемде, йәш хаҡында ла әллә ни уйланғаным юҡ.
– Күңелегеҙ менән һаман йәшлектәме?

– Әлбиттә. Был һыҙат бөтә кешеләргә, айырыуса ижади шәхестәргә хас, тип уйлайым.
– Үткәндәргә бер аҙ күҙ ташлайыҡ. Ижад юлығыҙҙың башы хаҡында бер аҙ һөйләп үтһәгеҙсе. Йыр-моң, театр донъяһына нимә этәрҙе?

– Бала саҡтан ижадҡа ылы­ғып үҫтем, сөнки хәҙерге ва­ҡыт менән сағыштырып ҡара­ғанда, беҙҙең балалыҡ бошмаҫ, бер ҡат­лыраҡ булған. Әлеге һымаҡ интернет заманы түгел, бөтәһе лә тәбиғи һәм тормошсан ине. Өлә­сәй­ҙәрҙең әкиәте тәьҫирендә үҫтек беҙ. Бәләкәй саҡта интернет ҡына түгел, өйҙә хатта телевизор ҙа булманы. Тәбиғәт балалары булдыҡ... Бөтәбеҙгә, әлеге лә баяғы, шул стенала эленеп, көнө-төнө һөйләп тор­ған бер радио, унан концерттар тың­ла­ныҡ. Мәктәп­тә уҡығанда үҙебеҙгә үҙебеҙ байрамдар ойошторҙоҡ. Шулай тыуғандыр инде сәнғәткә ылығыу, ошо йүнәлештә үҙеңде һынап ҡарау.
– Башҡа һөнәр эйәһе булырға теләк тыуманымы?

– Мәктәпте тик “бишле” билдә­ләренә генә тамамлағас, атай-әсәйем, уҡытыусылар төрлө һөнәрҙәр, төрлө уҡыу йорттары тәҡдим итә башланы. Уйлана торғас, Өфө сәнғәт училищеһының йыр бүлегенә барып үҙемде һынап ҡарарға тигән фекер тыуҙы.
– Ҡабул итеү имтихандары ваҡытында ауыр булдымы? Әллә йырлап ҡына инеп киттегеҙме?

– Имтихандарҙың беренсе өлөшөндә йыр-моңға һәләтте ҡарайҙар, ритмды тойоуға, сәхнәлә үҙ-үҙеңде тотоуға иғтибар итәләр, икенсе өлөшөндә белем кимәлен тикшерәләр. Мәктәпте яҡшы билдәләргә тамамлағас, быларҙың барыһы ла еңел бирелде.
– Һеҙ – үткән быуаттың 90-сы йылда­рын­дағы иң күренекле йыр­сыларҙың бе­реһе. Ошо бил­дә­лелек һеҙгә ҡайҙан килде?

– Училищены тамамлағас, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына уҡырға индем. Йыр икенсе планға күсте, онотолдо хатта. Театр донъяһы үҙенә йомдо. Институттан һуң йәштәр театрына эшкә килдем. Спектаклдәрҙә йырҙар бар, театр үҙе лә концерт тамашалары ҡуя, шунда йырлап йөрөй башланым.
90-сы йылдар уртаһында милли сәнғәт күтәрелеш осоро кисерҙе, башҡорт йәштәр эстрадаһы барлыҡҡа килде, альбомдар яҙҙырыу башланды, тегендә-бында шәхси студиялар асылды, йәштәр үҙ­ҙәре аппаратура һатып алып, подвал­дарҙа был эш менән шөғөлләнә башланы. Бынан алда ундай мөмкинлектәр бул­маны, берҙән-бер тауыш яҙҙырыу студияһы – радио, унда йылдар буйы сиратта тороп, бер йыр яҙҙыраһың. Филармонияларҙа эшләп йөрөгән өлкән йырсыларға күбе­рәк өҫтөнлөк бирелә ине.
Йәштәр эстрадаһы тигән йүнәлеш барлыҡ­ҡа килгәс, мин дә ошо ағым­ға ҡушы­лып, үҙем­де йырсы яҡтан үҫте­рер­гә тигән ҡарарға килдем. Репертуар бар, ә ниңә ошо йырҙарҙы яҙҙы­рып, киң аудито­рияға сығар­маҫҡа әле? Шулай итеп, 1997 йылда “Сәләм әйт” исемле тәүге альбомым донъя күрҙе. Ул ваҡытта мин “Шәреҡ” радиоһында диктор булып та эшләй инем. Беренсе альбомды яҙҙырып йөрөгәндә, шул радио директоры Азамат исемле егет хеҙмәттәшлек итергә саҡыр­ҙы: “Студиялар менән һөйләшәм, әйҙә яңы юҫыҡта эшләп ҡарайыҡ...” Иң тәүҙә ретро йырҙарҙан башларға булдыҡ. “Ҡышҡы романс”, “Өфө йүкәләре” йырҙарын заманса аранжировка менән тамашасы хөкөмөнә сығарҙыҡ.
– Халыҡ нисек ҡабул итте?

– Бик һәйбәт. Ул ваҡытта “Юлдаш” радиоһы урынына “Радио 2” эшләй ине, минең йырҙар әҙер булыу менән, улар эфирға бирә. Китте ҡыҙыҡһыныу, сөнки ретро йырҙарҙы заманса аранжировка менән эшкәртеү күренеше беҙҙең эстрадала юҡ ине. Башҡорт халыҡ йырҙарын классик башҡарыу алымы ғына бар, уларҙы заманса стилдә сығарыуҙы ла беҙ башлап ебәрҙек. Шул уҡ 97-се йыл аҙағында икенсе альбом тупланды, “Истанбул” тип атала ине ул.
– Ул ваҡытта альбомдар аудиокассе­таларға яҙыла ине...

– Эйе, дисктар сыҡмағайны әле. Ошо “Истанбул” альбомы халыҡ күңеленә бигерәк хуш килде. Ул ваҡытта компьютер технологиялары бөгөнгөләй алға китмәгән, һәр кассетаны сәғәттәр буйы биш-алты магнитофонға ҡул менән ҡуйып яҙҙырып ултырырға кәрәк. “Беҙ халыҡҡа альбомдарҙы яҙҙыртып өлгөртә алмайбыҙ, төндәр буйы ошо эш менән мәшғүлбеҙ”, – тип әйтә торғайнылар...
– Шунан башланды эстрада “йондоҙо” тормошо, эйеме?

– Әлбиттә. Телевидениеға, радиоға саҡырыуҙар китте. Бер тапшырыуҙан да, Яңы йыл, махсус йәштәр өсөн үткәрелгән байрамдарҙан да ситтә ҡалыу юҡ, гастролдәр, “Йәшлек-шоу”, “Урал моңо”, “Һылыуҡай” бәйгеләре... Театр актеры икәнемде белеп ҡалғас, был сараларға алып барыусы итеп саҡыра башланылар.
– Актерлыҡ карье­ра­ғыҙ ҙа параллель рә­үештә үҫешкән шул уҡ ваҡытта. Нисек, нин­дәй спектакль, нин­дәй ролдән башланды ул?

– 1991-1992 йыл миҙ­ге­лендә Мостай Кәрим исемендәге Милли йәш­тәр театрында эш башланым. Юлым эстра­да яғына борол­ғас, театр­ҙағы эшмә­кәрлегем бер аҙ һүл­пән барҙы, ә шулай ҙа театрҙан бер ва­ҡыт­та ла айырылманым. Иң беренсе ролем – ул Зәйнәб Биишева­ның хикәйәте буйынса ҡуйыл­ған “Мөхәббәт һәм нәфрәт” спектаклендәге Аманғол образы.
Мине күберәк йырсы тип белә­ләр. Спектакль менән берәй төбәккә гастролгә барып төшһәк, әле лә “театрҙа ни эшләп йөрөйһөгөҙ?” тип аптырайҙар.
– Бөгөнгө көнгә әйләнеп ҡайт­һаҡ, баш­ҡорт эстра­да­һынан айырылмаған­һығыҙ­ҙыр? Киләсәккә пландар нисек был юҫыҡта?

– Элекке һымаҡ бик әүҙемләшеп булмаһа ла, барыһы ла әкренләп алға бара. Эстрадала күберәк йәштәр эшләргә тейеш, тип уйлайым. Яңы быуын үҫеп сыҡты, йәш йырсылар, музыкала яңы йүнәлештәр хасил булды. Уларға ла эшләргә, үҙҙәрен күрһәтергә кәрәк. Беҙ, Рөстәм Ғиззәтуллин, Сәғиҙулла Байегет, Гөлдәр Ишҡыуатова, Гөлсөм Бикбулатова, Заһир Байыҡтар, мәлендә ал-ял белмәй эшләнек. Гастролдән ҡайтып кермәй даими йөрөй торғайныҡ.
– Әле һеҙ һанаған йырсылар үҙенә күрә бер дәүерҙе тәшкил итте бит. Бөгөнгө башҡорт эстра­даһы вәкилдәре лә һеҙ­ҙең кимәлгә күтәрелде, үҙе бер дәүерҙе тәшкил итә, тип әйтә алаһығыҙмы? Был уңай­ҙан һеҙҙең фекерҙе ишетке килә.

– Һәр дәүерҙең – үҙ геройҙары. Әлбиттә, йәштәр тырышып эшләй, араларында маҡтауға лайыҡтары ла бар. Әммә улар бик күп бит хәҙер. Даими күҙәтергә, тыңлап барырға тырышып ҡарайым, ләкин радионан тауыштарын айырмайым, кемдең кем икәнен дә белеү ҡыйын. Эстрадала сағыу йондоҙ булып балҡыу өсөн шәхес булырға, башҡалар­ҙан айырылып торорға кәрәк. Башҡа­рыусының үҙенә генә хас тауышы, стиле, йүнәлеше булырға тейеш. Бөтәһе лә бер ҡалыпҡа һалынған, бар йырҙарға ла аранжировканы бер үк кеше эшләгән, бер үк инструменттарҙа башҡарылған йырҙар яңғырай бөгөн... Улар иҫтә ҡалмай.
– Һеҙ бөгөн Йәштәр театрының иң билдәле, әүҙем актерҙарының береһе...

– Әлеге ваҡытта театрҙағы эшмәкәр­легем бигерәк тә әүҙемләште, яңынан-яңы спектаклдәр сығып тора, шуға күрә үҙемдең 50 йәшлек юбилейымды ла туған театрымда үткәрергә ҡарар иттем. Был уңайҙан “Килә яуа...” махсус спектакле ҡуйылды, һәм ошо спектакль менән тамашасыларыма үҙ һүҙемде әйткем килә. “Һин бит йырсы, концерт ойошторайыҡ” тип тәҡдим итеүселәр булды. Әлбиттә, яңы концерт программаһы ла әҙерләнә. Ул, Алла бирһә, йыл аҙағында үтәсәк.
– “Килә яуа...” спектаклендә һеҙ тыу­ҙырған Фәндәс образын уйнау үҙе­геҙ­ҙә ниндәй кисерештәр тыуҙырҙы?

– Ул образ миңә бик яҡын, сөнки үҙем дә шундайыраҡ кеше: йомшаҡ күңелле, бер ҡатлыраҡ... Кешегә ышанам, бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәйем. Минең турала төрлө һүҙҙәр йөрөй, ҡаты­ны­нан айырылған, йәш кәләш алған, имеш... Ошо спектакль ярҙа­мында кешеләргә мөрәжәғәт иткем килә: ғәйбәттәргә ышанмай, ғаиләне һаҡлап ҡалырға, бер-берегеҙҙе аңларға тырышығыҙ. Ир менән ҡатын араһында, нин­дәй генә татыу ғаилә булмаһын, аңлашылмаусанлыҡтар сығып тора, бөтөп тора. Шул ваҡытта кеше һүҙенә ҡолаҡ һалмай, икәү ултырып һөйләшеү, тыныс ҡына аңлашыу, хата, кәмселеккә юл ҡуйылған икән, ғәфү итә белеү мөһим. Комедия комедия инде, әммә бында барыбер тәрән мәғәнә ята: ғаилә тормошон боҙмау, бер-береңде аңлау, бер-береңә ышаныу...
– Үҙегеҙҙе йомшаҡ күңел­ле­мен тинегеҙ. Ошо сифат­та­ры­ғыҙ ижадта ҡамасау түгелме?

– Бәлки, ҡамасауҙыр ҙа, әммә мин нисек бар, шул килеш ҡалам. Минең ябайлыҡты, ихлас­лыҡты тамашасы ла күрә, үҙ итә. Нисек кенә үҙ башымдан аша һикерергә тырышып ҡараһам да, Сәғиҙулла һымаҡ ҡылана ла алмайым, мин барыбер алсаҡ, ихлас, йомшаҡ күңелле Венер.
– Был сифаттарығыҙ театр донъяһында нисек ярҙам итә? Әллә ярҙам итмәйме?..

– Ярҙам итмәй, әлбиттә. Беҙҙә, актерҙарҙа, “үҙ-үҙеңде һындырыу” тигән термин бар. Үҙемдең тәбиғәтемә ҡаршы барырға тура килә. Театр булғас, нишләйһең инде? Шулай ҙа, ниндәй генә образ өҫтөндә эш алып барһам да, шәхси сифаттарым ҡалҡып сыға барыбер. Кире геройҙарҙы уйнарға тура килгәндә, уларҙың ыңғай яҡтарын табырға тырышам. Тулыһынса насар кеше булмай бит. Ул да кемгәлер атай, ағай, бала...
– Әгәр ҙә барыһын да яңынан башлау, ваҡытты кире бороу мөмкинлеге булһа, тормошо­ғоҙҙо үҙгәртеп ҡорор инегеҙме?

– Ошо уҡ юлды һайлар, әммә аҡыллыраҡ булыр инем, яҙмыш ҡуйған кәртәләрҙе еңелерәк үтеп сығыр инем. Шул уҡ ғаиләне ҡорор инем, шул уҡ һөнәрҙе, шул уҡ театрҙы һайлар инем.
– Тимәк, һеҙҙе үҙ тормошонан тулыһынса ҡәнәғәт кеше тип әйтеп була?

– Аллаға шөкөр!
Әңгәмә барышында Венер Мө­нир улы сер итеп кенә ноябрь-декабрь айҙа­рында ойош­торасаҡ өр-яңы концерт програм­маһының үҙенсәлектәрен дә билдәләне. Баҡтиһәң, уның ижадын үҙ итеү­селәрҙе милли музыка ҡорал­дары оркестры һәм башҡорт эстрадаһының бөгөнгө сағыу йондоҙҙары ҡатнашлы­ғын­дағы ҡыҙыҡлы тамаша көтә. Ә Венер Камаловты актер булараҡ яҡын күреүсе­ләр күптән түгел М. Кәрим исемендәге Мил­ли йәштәр театрына йыйылды. Эстрадабыҙ һәм театр сәнғәтебеҙҙең һәләт­ле әһелдәренең береһенә уңыштар теләйбеҙ.
Читайте нас: