Бөтә яңылыҡтар

“Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, тамашасыларҙың байрам кәйефе ҡыуандыра”

Өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған “Евразия йөрәге” фестиваленең икенсе көнө ғәҙәттәгесә симфония моңдарына арналды.

Өсөнсө йыл рәттән уҙғарылған “Евразия йөрәге” фестиваленең икенсе көнө ғәҙәттәгесә симфония моңдарына арналды.


Кисә сәхнәне Республикабыҙҙың Милли һәм Йәштәр симфоник оркестрҙары, Рәсәй менән Японияның алдынғы театр солистары: Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, Япония ҡунағы Сэйити Фурукава, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин, “Яңы опера” Мәскәү театры солистары Ольга һәм Елена Терентьевалар биҙәне. Тамырҙары менән башҡорт еренән булған был апалы-һеңлеле йырсылар Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды.


Шулай уҡ сарала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Гөлнара Вәлиева, Башҡорт дәүләт филармонияһынан Дамир Тайыпов ҡатнашты, республиканың атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов тамашасыны скрипка моңдары менән шатландырҙы. “Өфө тулҡыны” – 2019 бәйгеһе еңеүселәре, “Эхо Уфы” төркөмдәре йыр-моңдары менән бүлеште.


“Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, тамашасыларҙың байрам кәйефе ҡыуандыра. Был фестиваль – ҡыҙыҡлы сараларҙың йөрәге һәм күп төҫтәр йыйылмаһы. Бындай форматтағы фестивалдең тап тыуған еремдә үтеүенә бик шатмын”, – тип тәьҫораттары менән бүлеште кисәнең хедлайнеры, күптәрҙең яратҡан йырсыһы Асҡар Абдразаҡов.


Фото: kulturarb.ru
Читайте нас: