Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә дүрт көн буйы “Евразия йөрәге” типте

Дүртенсе “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә йомғаҡ яһалды. Дүрт көн дауамында, 12-һенән 15-се июнгәсә, сәхнәлә 1,5 мең артист сығыш яһаны. “Ватан” этно-паркының амфитеатрында уны 200 меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды. Фестивалдең һәр көнө сағыу фейерверк менән тамамланды. Костюмдар парадында өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты.

Дүртенсе “Евразия йөрәге” халыҡ-ара сәнғәт фестиваленә йомғаҡ яһалды. Дүрт көн дауамында, 12-һенән 15-се июнгәсә, сәхнәлә 1,5 мең артист сығыш яһаны. “Ватан” этно-паркының амфитеатрында уны 200 меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды. Фестивалдең һәр көнө сағыу фейерверк менән тамамланды. Костюмдар парадында өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты.


“Беренсе бал” иһә 650 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды башҡарғанда республиканың төбәктәренән килгән 200 ҡурайсы уйнаны. Фестивалде ойоштороуҙо 120 ирекмән тәьмин итте. “Евразия йөрәге”нең иң сағыу ҡатнашыусылары “Би-2”, Асҡар Абдразаҡов, Элвин Грей, Алһыу, “Росгвардия” ғәскәрҙәренең өлгөлө оркестры, Эмир Кустурица һәм “The No Smoking Orchestra” төркөмө булды.


Симфотөн халыҡты йылытты


“Евразия йөрәге”нең тәүге көнөндә Өфө амфитеатрында Надежда Бабкина һәм “Рәсәй йырҙары” марафоны ҡатнашыусы­лары, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, билдәле “Би-2” төркөмө һәм башҡа артистар сығыш яһаны.


Фестивалдең икенсе көнөндә Башҡорт­остандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, республиканың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин (кларнет), Япония ҡунаҡтары Сэйити Фурукава менән Наталья Юрканова (Токио) сығыш яһаны. Уларҙан тыш халыҡтың йөрәген ике ижади коллектив – Башҡортостандың Йәштәр һәм Милли симфоник оркестрҙары йылытты. Шулай уҡ яңы бейеү проекты – “Беренсе бал”дың премьераһы булды.


Кисәнең тәүге өлөшөндә концерт программаһын З. Исмәғилев исемен­дәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған артистар биҙәне. Улар – был уҡыу йортоноң даны: йырсылар Гөл­нара Вәлиева, Дамира Тайыпова һәм Айгиз Ханнанов, скрипкасылар, Башҡортос­тандың атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов менән Айһылыу Сәйфуллина (Санкт-Петербург). Оркестрға Линар Дәүләтбаев дирижерлыҡ итте.


“Симфотөн-2019” иң һыуығы булды. Әммә тамашасыларҙы һалҡын ҡурҡыт­маны – амфитеатр шығырым тулы ине.

Симфотөн сюрприздарһыҙ үтмәне. Мәҫәлән, яҡташтарыбыҙ – “Яңы опера” Мәскәү театры солистары Ольга менән Елена Терентьеваларҙы алып барыусылар “Башҡортостандың атҡаҙанған артистары” тип иғлан итте. Баҡһаң, тап ошо көндө республика етәксеһе уларға маҡтаулы исем биреү тураһындағы указға ҡул ҡуйған икән.


– Бөтәбеҙ ҙә өшөйбөҙ, әммә беҙҙе ҡайнар “Евразия йөрәге” йылыта. Бөгөн айырыуса үҙенсәлекле программа – Европа опен-эйрҙары кимәлендәге әҫәрҙәр яң­ғырай: билдәле итальян һәм испан йыр­ҙары, операларҙан ариялар, джаз әҫәрҙәре. Классик музыка кешенең эске хистәрен уятырға тейеш, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Артур Нәзиуллин.


Пиротехника тамашаһы таң ҡалдырҙы


Фестивалдең өсөнсө көнөн айырыу­са йәштәр көтөп алғандыр. Унда республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Алға, Башҡортостан!” тип аталған ҙур байрам концерты булды. Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары менән бергә концертты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡараны.


Был көндө сәхнәгә республи­ка­быҙҙың алдынғы сәнғәт оҫталары һәм коллективтары менән бер рәттән Рәсәй һәм донъя кимәлендә танылыу яулаған Башҡортостан “йондоҙҙары” ла сығыш яһаны. Улар араһында Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Алһыу, “Пицца” төркөмө, “Тауыш” телетапшырыуы финалсыһы Рушана Вәлиева, Анжелика Якусева, Софья Бугера, Элвин Грей, Рена РНТ, “Заман” төркөмө (Мәскәү) һәм “Бүреләр” рок төркөмө бар ине. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡ­тары шулай уҡ Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры, Роберт Юлдашев һәм уның “Ҡурайсы” төркөмө сығышын да тыңлап ҡыуанды.


Байрам үҙенсәлекле пиротехника тамашаһы менән тамамланды. Ҡала күген меңәрләгән төҫтәр биҙәне. Айырыуса Башҡортостан флагы төҫтәрен сағылдырғаны тамашасыларҙа ҙур ҡыуаныс тыуҙырҙы.


Хушлашмайбыҙ һинең менән!


Һауа торошоноң йылыныуы һәм ямғырҙың туҡтауы фестивалдең дүртенсе көнөнә тағы бихисап халыҡты бергә йыйҙы. “Ватан” этно-паркында сираттағы тапҡыр алма төшөрлөк тә урын булманы. Тамашасыларға иҫ китмәле гала-концерт тәҡдим иттеләр. Ул да йола буйынса салют менән тамамланды.


Кисәнең тәүге яртыһында тамашасылар алдында илдең иң яҡшы хәрби коллективтарының береһе – Рәсәй Милли гвардияһы ғәскәрҙәренең өлгөлө оркестры сығыш яһаны. Оркестр республика халҡы өсөн махсус концерт программаһы әҙерләгәйне. Әйткәндәй, был симфоник оркестрҙың начальнигы – беҙҙең яҡташ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, подполковник Азат Шахмөхәмәтов.


Оркестр солисы, “Төп сәхнә” Бөтә Рәсәй телевизион вокал конкурсы финалсыһы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Мәликә Разакова үҙенең карьераһын Салауат Низаметдиновтың йырҙары менән башлауын хәтергә төшөрҙө.

Популяр Рәсәй йырсыһы Владимир Маркиндың сығышы ла бик йылы ҡабул ителде.


Кисәнең хэдлайнеры – билдәле серб режиссеры, актер һәм музыкант Эмир Кустурица менән “The No Smoking Orchestra” төркөмө йырлай башлауға амфитеатрҙа халыҡ күбәйҙе. Сағыу лидер һәм уның артистары ташып торған дәрте менән тамашасыларҙы дәртләндерҙе һәм ҡанатландырҙы. Төркөм солисы Эмир Кустурица сәхнә­нән һикереп төшөп, халыҡ араһына инеп китеп, өфөләр менән ихлас аралашты.


– Миңә байрам мөхите бик оҡшаны! – тине ул концерттан һуң. – Ышанам, Евразияның киләсәге бар. Ана бит һеҙҙә ниндәй тәбиғәт, кешеләр һәм ресурстар!


Өфө рәссамы Лилиә Ғарипова Эмир Кустурицаға уның портретын, билдәле артист Эльвира Юнысова ҡумыҙ бүләк итте. Кешеләр автографтар алды, бергәләп фотоға төштө.


Дүрт көнлөк байрам “һә” тигәнсә үтте лә китте. Һалҡын көндәр ҙә, ҡойма ямғырҙар ҙа уға ҡамасау була алманы. Һәр кемдең күңелендә йылы хәтирәләр, онотолмаҫлыҡ хистәр генә тороп ҡалды. Хушлашмайбыҙ һинең менән, тағы килереңде көтәбеҙ, “Евразия йөрәге”!
Читайте нас: