Был шиғри юлдарҙы яҙған Алина Әхмәтшина, ысынлап та, бар булмышы менән шиғриәт ялҡынында дөрләп яна. Ялҡынынан тирә-яҡҡа тик йылылыҡ һәм яҡтылыҡ ҡына бөркөлә. Йәш шағирәнең яңыраҡ үткән ижад кисәһендә тамашасы быға үҙе шаһит булды.
Саҡмағош районының Яңы Балтас ауылы халҡы Алинаны “Айҙар” сағынан бирле белә. Ни өсөн Айҙармы? Сөнки тура һүҙле, шуҡ, ир-егеттәргә хас бер ниндәй ҙә ҡурҡыу белмәҫ ҡыҙҙы ауылдаштары “Ул ҡыҙ исеме йөрөтөргә тейеш түгел!” тип һанай һәм ошондай ҡушамат таға.
Тап ошо бала саҡ хәтирәләренән башланып китте лә инде Алинаның “Донъям яҡты” тип исемләнгән ижад кисәһе. Был, үҙенә күрә, йәш шағирәнең ҡурҡыу белмәҫ холҡо уны яңынан-яңы үрҙәргә алып килеүенә, уның әҙәбиәт донъяһына килеп инеүенә ишара. Әҙәбиәт ҡурҡаҡтарҙы һөймәй. Тик ҡыйыуҙар ғына уның киңлектәрен иңләй ала. Ә ниндәй бейеклектән иңләрен уның “талант” һәм “эшһөйәрлек” тип аталған ике ҡанатының бер тигеҙ ҡағыуынан тора. Хәйер, Алинала талант та, эшһөйәрлек тә ишелеп ята. Киләсәктә уның әҙәбиәттә иң юғары үрҙәрҙе яуларына һис шигебеҙ юҡ!
Бик яратам һине, ауылҡайым,
Һағыштарым һиңә илтәләр”, —
тип яҙа Алина бер шиғырында. Һағыштары ғына түгел, шатлыҡтары ла уны тыуған төйәгенә илтә икән. Үткән йылда Яҙыусылар союзы үткәргән Башҡортостан әҙәбиәт мәктәбе еңеүселәренең ижад емештәре тупланған “Яңы офоҡтар” йыйынтығы донъя күрҙе. Утыҙ йәш авторҙың әҙәби әҫәрҙәре тупланған йыйынтыҡта Алинаның да шиғырҙары үҙ урынын тапты. Яңы ғына әҙәбиәт донъяһына аяҡ баҫҡан йәш ижадсы өсөн был оло бәхет.
Ошо шатлығы менән уртаҡлашыу теләге уны “Донъям яҡты” тип исемләнгән ижад кисәһе менән тыуған ауылына алып ҡайта ла инде. Ауылдаштары һәм Өфөнән килгән ҡунаҡтар театрлаштырылған әҙәби кисәне, Алинаның ижадҡа, кешелеккә, донъяға булған һөйөүе ни тиклем көслө булыуына һоҡланып, күҙ йәштәрен тыя алмай, бер тында ҡараны, сөнки авторҙың һәр шиғыры, һәр әйткән һүҙе йөрәккә үтеп инерлек.
“Ҡорос” халыҡ театры артистары башҡарыуында яңғыраған шиғырҙар Алинаның 28-се мәктәп-интернатта бергә уҡыған, шулай уҡ яҡты донъяны үҙ күҙҙәре менән күреүҙән мәхрүм ижадташ дуҫтары Азат Закиров башҡарыуында шиғырҙар һәм Ләйсән Нурыева, Эвелина Вәхитова башҡарыуында йәш шағирәнең шиғырҙарына яҙылған йырҙар тамашасы йөрәгендә айырыуса уйылып ҡалғандыр. Тамашанан һуң кешеләрҙең берсә һоҡланыу, берсә мөмкинлектәрҙең сикһеҙлегенә ышаныу, берсә тормошҡа дөрөҫ мөнәсәбәттә булмағанмын икән тигән үкенеү, берсә барыһын да үҙгәртеп буласағын аңлауҙан тыуған ҙур өмөт менән балҡыған күҙҙәрен күрһәгеҙ! Киреһенсә булыуы мөмкин дә түгел: “Ҡорос” халыҡ театры етәксеһе, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илнур Флүр улы Лоҡманов ҡулынан үткән һәр бер тамаша – юғары кимәлле, тәрән фәлсәфәгә ҡоролған ижади күренеш.
“Донъям яҡты” тип исемләнгән ижад кисәһен ҡуйғанда ла ул кешеләрҙе үҙҙәренең тормошо тураһында уйландырыуҙы үҙенең төп маҡсаты итеп ҡуйғайны. Алинаның да ижады – кешеләрҙе аңға килтереү, тормоштоң, һәр бер бирелгән көндөң, кешеләрҙең ҡәҙерен белеп йәшәүгә өндәү.
“Ниңә кәрәк?” шиғырында айырыуса асыҡ сағыла йәш шағирәнең был яҡты ниәттәре:
Тирә-яҡтың моңон ишетмәгәс,
Ниңә һеҙгә ҡолаҡ бирелгән?
Һәр төн һайын йондоҙ һанамағас,
Ниңә һеҙгә күҙҙәр бирелгән?
Һорағанда яуап бирмәгәнгә,
Ниңә һеҙгә телмәр бирелгән?
Хистәреңдән тулып һөймәгәнгә,
Ниңә һеҙгә йөрәк бирелгән?
Алина үҙенең ижады менән генә түгел, ә булмышы менән дә арбай. Алсаҡ йөҙлө, ихлас күңелле ҡыҙ тормошҡа ҡыҙыҡһыныусан, ул һәр ваҡыт яңылыҡҡа, камиллыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла. Тағы ла уның кешеләргә булған йылы мөнәсәбәте һәм иғтибарлы булыуы хайран ҡалдыра. Ул үҙенә ҡарата күрһәтелгән изгелекте бер ваҡытта ла онотмай. Башҡаса булһа, ошондай һүҙҙәр әйтә алыр инеме икән: “Мин тормош юлымда осраған һәр кешегә рәхмәт әйтәм! Миңә ғүмер биргән, яҡты донъяны күреү мөмкинлеген биргән, уны күреү һәләтем юғалғас та, барыбер донъяны бар сағыулығында күрергә өйрәткән әсәйемә, ғаиләмә рәхмәт! Миндә белемгә ынтылыш, китаптарға сикһеҙ һөйөү уятҡан уҡытыусыларыма рәхмәт!
Белем тауына үрләгәндә, ҡаршыма сығып, ҡулын һуҙған, алға атларға ярҙам иткән, яҙмыш елдәренә бирештермәгән һәр уҡытыусым алдында баш эйәм. Уларҙы сикһеҙ ихтирам итәм, шуға ла үҙем дә бала саҡта хирург булырға хыялланһам да, уҡытыусы һөнәрен һайлағанмындыр. Тәүге уҡытыусыларымдың береһенең “Хирург тән яраларын дауалаһа, уҡытыусы күңел яраларын дауалай” тип әйтеүе лә минең шәхес булараҡ формалашыуымда ҙур урын алып тора. Миңә уҡытыусылыҡ ҡына әҙ кеүек тойолдо. Кешеләрҙе яҡтылыҡҡа, белемгә әйҙәүҙең икенсе юлдарын эҙләй торғас, ижад донъяһына аяҡ баҫтым. Әлеге мәлдә ошо ике юҫыҡта ла үҫешеү мөмкинлеге тыуҙырған башҡорт филологияһы факультетында уҡыуым миңә илһам өҫтәй, үҙемде артабан да эҙләргә, рухи донъямды байытырға күп юлдар күрһәтә. Тормош һәм ижад юлымда осраған һәр кешегә, һәләтле тиҫтерҙәремә, курсташтарыма оло рәхмәт!”
Алина бер ҙә үҙен мөмкинлектәре сикләнгән кеше итеп тоймай, киреһенсә, тормош уға биргән һәр мөмкинлектән файҙаланып йәшәй.
“Күңел күҙем яралы түгел!” — тип дөп-дөрөҫ яҙа Алина үҙе тураһында бер шиғырында. Уның күңеле яҡты, шуға донъяһы ла сағыу.